

Ишембайҙан деликатестар һәм
сәнәғәт ҡорамалдары киләсәктә
сит илгә ебәреләсәк. Был мәсьәлә
Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа
вәкиллегендәге Башҡортостан
Республикаһы вәкиле Тимур
Искәндәровтың беҙҙең районға
сәфәре ваҡытында тикшерелде.
Ҡунаҡ менән осрашыу Ишембай районына «Ашығыс экспорт ярҙамы» проекты эксперттарының айырым иғтибары
арҡаһында тормошҡа ашырылды. Ул
Башҡортостан Республикаһының Тышҡы
иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс
эшмәкәрлеге министрлығы ҡарамағында
ғәмәлгә индерелә. Проекттың төп бурысы —
урындағы эшҡыуарҙарға сит ил базарҙарына
сығырға ярҙам итеү.
- Иң мөһиме, бизнес вәкилдәренең
үҫешергә теләктәре булһын. «Ашығыс экспорт ярҙамы» проекты белгестәре һәр
эшҡыуар менән шәхси эшләй, - ти Ишембай
районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ
һәм инвестиция эшмәкәрлеге буйынса
урынбаҫары, бизнес-шериф Хәлим Хафизов. – Беҙ ҡыҙыҡлы етештереү табабыҙ,
коллегаларыбыҙға күрһәтәбеҙ. Артабан улар
тауар йәки хеҙмәт күрһәтеү иң талап ителә
торған илде билдәләргә ярҙам итә, сертификацияны, таможня документтарын нисек
рәсмиләштерергә, логистиканы оҫта ҡорорға
өйрәтә.
Был юлы Тимур Искәндәровтың иғтибары
үҙҙәренең һатыу баҙарын киңәйтергә һәм
халыҡ-ара сауҙала үҙ көстәрен һынап ҡарарға
әҙер булған урындағы етештереүселәргә
йүнәлде. Ошондай предприятиеларҙың
береһе ҡаланан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта
урынлашҡан: бәләкәй генә ауылда бер кеше
ҡаҙ һәм өйрәк үрсетә. Иҫ китерлек нәмәһе
лә юҡ кеүек, әммә һөҙөмтәләге ризыҡ —
өйрәк бауырынан фуа-гра, ҡаҙ конфиһы, ит
киҫеүҙәре (нарезка) һәм паштеттар — ысынлап та һоҡландыра. Премиаль продукция
донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөндәге затлы
ресторан менюһында үҙенә лайыҡлы урын
алырға хаҡлы. Бынан тыш, фермер деликатестарын экологик яҡтан таҙа булыуы айырып
тора, бөгөн күп һатып алыусылар нәҡ шуны
иғтибарға ала. «ЛяКря» хужалығының бөтә
продукцияһы ла ҡыҫҡа һаҡланыу ваҡытына
эйә, тимәк, унда консерванттарға һәм химик
өҫтәмәләргә урын юҡ.
Өҫтәүенә, фермер хужалығында
продукцияның рецептураһын даими камиллаштырыу, етештереү технологияһын
үҫтереү йүнәлешендә эш алып барыла. Тимур Искәндәров менән осрашҡандан һуң,
эшҡыуарҙың үҙ тауарын Ҡаҙағстан баҙарына
— ресторандарға һәм эко-магазиндарға
сығарыу өсөн яҡшы мөмкинлеге барлыҡҡа
килде.
Ишембай машина төҙөүселәре шулай уҡ
күрше ил партнерҙарын ҡыҙыҡһындыра алды.
«ИшембайГидроМаш» предприятиеһы нефть
сығарыу, төҙөлөш һәм тау сәнәғәте өсөн заманса йыһаздар күрһәтте.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс
эшмәкәрлеге министрлығы ярҙамы менән
урындағы предприятиелар үҙ продукцияһын
Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә һәм Африка илдәре базарҙарына сығара ала. Ярҙам
«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли
проекты сиктәрендә күрһәтелә. Был проект
глобаль көнәркәшлек шарттарында Рәсәйҙең
импортты алмаштырыусы һәм экспортлаусы предприятиелары үҫешенә ҡеүәтле көс
бирергә тейеш.
Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте үҫтереү
Ишембай районына, дөйөм алғанда,
Башҡортостанға эшлекле бәйләнештәрҙе
киңәйтергә, урындағы иҡтисадтың тотороҡлолоғон һәм сәскә атыуын тәьмин
итергә, республиканың инвестициялар йәлеп
итеүсәнлеген арттырырға мөмкинлек бирә.
Әйткәндәй, Башкортостанда төбәк
экспортты хуплау системаһы илдә иң
һөҙөмтәлеләрҙең береһе тип танылды. 2025
йыл йомғаҡтары буйынса БР Экспортты хуплау
үҙәге, «Экспортёр һайлауы» номинацияһында
еңеү яулап, 89 төбәк араһында дүртенсе урынды алды. Үткән йылда логистика сығымдарын
субсидиялау механизмы индерелде: 11 предприятие 10 миллион һум күләмендә компенсация алды. «Алға экспортҡа!» яңы төбәк
программаһы ҡабул ителде, ул 2030 йылға
сеймал булмаған экспорт күләмен 3,6 миллиард долларға еткереүгә йүнәлтелгән.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә
төп бурыстарҙың береһе — предприятиеларға
донъя кимәлендәге баҙарҙарға сығырға
ярҙам итеү тип иҫәпләйҙәр Башҡортостанда.
- Республикала продукцияларына сит илдәрҙә ҙур ихтыяж булған эре сәнәғәт компаниялары, тәү сиратта нефть эшкәртеү
һәм нефть химияһы предприятиелары бар. Бында беҙҙең бурыс – сеймал булмаған,
энергетикаға ҡағылмаған продукция етештереүсе “бәләкәстәрҙе” ярҙамландырыу. Дөйөм алғанда, беҙ булдырабыҙ. Беҙҙең идара итеү командаһы үҙенең тышҡы иҡтисади
эшмәкәрлегендә бизнесҡа юл асырға тырыша. Шуға күрә беҙ даими сит илдәргә сығабыҙ,
эшлекле мөнәсәбәттәр өсөн инфраструктура төҙөйбөҙ. Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа
яңы ышаныслы партнерҙар эҙләйбеҙ, – тип өҫтөнлөктәрҙе билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фотолар Ишембай районы хакимиәте архивынан.