Йәмғиәт
22 Мая , 07:00

ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ

Тап ошо һүҙҙәр Иҫке Ишембай торлаҡ районына ингән ерҙә ултырған күк шыршылар һәм пирамидаль тирәктәр, ҡырым ҡарағайҙарына ҡағыла. Тирә-яҡтағы һауаны таҙартыу һәм эстетик, матурлыҡ функцияларын бер юлы үтәүсе был ҡупшы ағастарҙы Ишембайҙан Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларына барғанда күрмәйенсә үтеп китеп булмай.

ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ

Иҫке Ишембайҙа ағас үҫентеләрен ултыртыу идеяһы февраль айында килде һәм шунда уҡ төрлө ойошмаларға рәсми хаттар ебәрелде. Беҙ сәнәғәт зонаһы эргәһендә йәшәйбеҙ, шуға ла тирәяҡты йәшелләндереү теләге ҙур ине. Әйткәндәй, 2019 йылда Маҡар урман хужалығы ярҙамы менән торлаҡ районға кергән ерҙә ағастар ултыртылған ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта акцияла ҡатнашҡандарҙың ҡайһы берҙәре хәҙер арабыҙҙа юҡ инде. Изге эште дауам итеп, яңы үҫентеләр ултыртыуға әҙерлек ҡышын уҡ башланды. Беҙ йүкә, имән, шыршы ағастарын ултыртырға уйланыҡ, әммә һөҙөмтәлә күк шыршылар һәм пирамидаль тирәктәрҙе һайланыҡ. Улар урындағы климатҡа яҡшы яраҡлашҡан һәм һауаны таҙартырға ярҙам итә.

500-ҙән ашыу йәш үҫенте Стәрлетамаҡ питомнигынан алып ҡайтылды. Тиҙерәк үҫеп китһендәр өсөн көнөндә ҡаҙып алып, шунда уҡ ултыртып та ҡуйҙыҡ. Был идеяны тормошҡа ашырыуҙа «Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төп ярҙам күрһәтте. Балалар майҙансығы, 4-се мәктәп, һуңғы туҡталыш территорияһына ағас ултыртыуҙа завод хеҙмәтсәндәре һәм торлаҡ район халҡы ҡатнашты. Эштәр 24 апрелдә башланып, 8 майҙа тамамланды. Бөгөн дә завод хеҙмәткәрҙәре ағастарға һыу һибеп ҡараштырып тора.

Яҡташтарым исеменән «Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы” финанс директоры Айҙар Шамил улы Таһировҡа, завод директоры Игорь Михайлович Ренжинға, хужалыҡ мөдире Владимир Владимирович Перемыкинға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм.

Акцияға «Витязь» машиналар эшләү компанияһы ла ҡушылды. “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә предприятие хеҙмәткәрҙәре юл буйҙарына ҡырым ҡарағайҙары ултыртты.

- Компания йәш үҫентеләрҙе Маҡар урман хужалығы питомнигынан һатып алды. Бөтәһе ҡырҡтан ашыу ағас ултырттыҡ, - ти «Витязь» машиналар эшләү компанияһының хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге идаралығы башлығы Александр Тропин.

Күҙҙең яуын алырҙай был ағастар киләсәктә лә тирә-яҡты биҙәп кенә түгел, ә таҙартып торор тигән өмөттәбеҙ. Ҡала мөхитендә ағас ултыртыу бик мөһим һәм кәрәкле эш.

 

Башҡортостан Республикаһы илебеҙҙең экологик яҡтан алдынғы төбәктәренең береһе булып тора.

Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән акциялар буйынса беҙ иң яҡшы биш төбәк иҫәбендәбеҙ: “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһында дүртенсе урын (6,5 мең километр һыу буйҙары таҙартылған), “Бумбатл” акцияһында икенсе урын (800 тоннанан ашыу макулатура йыйылған һәм эшкәртеүгә ебәрелгән). Был власть, эшҡыуарҙар һәм экологик сараларҙа ҡатнашыусы дүрт миллион кешененең системалы эш һөҙөмтәһе. “Йәшел Башҡортостан” – республикабыҙҙа үткәрелгән иң күләмле  акцияларҙың береһе. Йыл да ауыл һәм ҡалаларҙа меңәрләгән ағас үҫентеләре ултыртыла.

2026 йылда Ишембай районында “Йәшел Башҡортостан” акцияһында өс меңдән ашыу яҡташыбыҙ ҡатнашты. Мең ярымдан ашыу төрлө ағас үҫентеләре ултыртылды.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы 2019 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән яҙлы-көҙлө үткәрелә. Ошо осор эсендә 185 меңдән ашыу яңы ағас, 1,7 миллион үҫенте һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды, муниципалитеттарҙа бер нисә мең яңы йәшел зоналар барлыҡҡа килде.

- Башҡортостандың төрлө ҡаларайондарында яңы 54 аллея асылды, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге аллеяһы, ҙур һәм татыу ғаилә аллеяһы һәм башҡалар. Был бик дөрөҫ алым тип иҫәпләйем – бындай тематик урындар беҙҙең тораҡ пункттарҙы биҙәй һәм уңайлыраҡ,
замансараҡ итә, - тип уртаҡлашты “Йәшел Башҡортостан” акцияһының 2026 йылдағы тәүге һөҙөмтәләре тураһында һөйләгәндә Радий Хәбиров.

Автор фотолары.

ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
ЙӘШЕЛЛЕККӘ ТӨРӨЛГӘН ДОНЪЯ
Автор:Эльвира КАМАЛЕТДИНОВА.
Читайте нас