Йәмғиәт
11 Мая , 08:00

ҺАЙЛАҒАН ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРО

Табип анты биреп кенә бурысты үтәмәйҙәр, һәләт уларға тәбиғәттән бирелгән. Был һүҙҙәр үҙ эшен яҡшы белгән, көн һәм төнгә ҡарамайынса, ярҙамға әҙер торған, һайлаған һөнәренә тоғро хеҙмәт иткән, районыбыҙҙа берҙән-бер колопроктолог, Ишембай үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Айнур Фәрүәр

ҺАЙЛАҒАН ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРОҺАЙЛАҒАН ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРО
ҺАЙЛАҒАН ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРО

Колопроктолог – ул эсәклектең, туры эсәктең, арт юлы каналының, аралыҡтың һәм параректаль өлкәнең ауырыуҙарын асыҡлау, дауалау һәм иҫкәртеү менән шөғөлләнеүсе табип. Шулай уҡ был табиплыҡ тармағы әйтелгән органдарҙың төрлө тайпылыштарын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү буйынса яңы ысулдарҙы уйлап табыуҙы ла үҙ эсенә ала.

Айнур Фәрүәр улы Ишембай ҡалаһында тыуып үҫә, һигеҙ йәштәр тирәһендә ғаиләһе менән Уразбай ауылына күсеп ҡайталар. Бәләкәй сағында ул ике һөнәр хаҡында уйлана. Беренсеһе, нефть һәм физика өлкәһе булһа, икенсеһе – медицина. Өлкән кластарҙа уҡығанда ауырыуҙарға ярҙам итеү теләге өҫтөнөрәк булып сыға.

- Этҡол урта мәктәбендә 11-се класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Һәм бала саҡтағы хыялым мине Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына килтерҙе. Унда алты йыл уҡыным да, Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһына дөйөм хирургия буйынса интернатура үтергә килдем. Ишембай Үҙәк дауаханаһына йылына берешәр айлап ике-өс тапҡыр практика үтергә ҡайтып йөрөнөм. Башта мин Өфөлә эшкә ҡалып, унда төпләнергә уйлағайным. Сөнки ул ваҡытта баш ҡалала медицина Ишембайға ҡарағанда юғарыраҡ кимәлдә ине. Минең тыуған яғымда ла медицинаны яҡшы яҡҡа үҙгәртке, яңы алымдар индереү теләге уянды. Практика мәлендә мин тыуған яғыма ҡайтырға тейешмен тигән ҡарарға килдем, - тип һөйләп алып китте үҙе хаҡында Айнур Янбаев.

Шулай итеп ул 2017 йылда Ишембай Үҙәк дауаханаһында хеҙмәт юлын хирург булып башлап ебәрә. Тағы бер йылдан Айнур Фәрүәр улы өҫтәмә рәүештә проктология буйынса уҡып сыға. Артабан ул колопроктолог һөнәрен дә алып бара башлай. Үткән йыл көҙөн тәжрибәле белгесте хирургия бүлеге мөдире итеп үрләтәләр.

Айнур Фәрүәр улы үҙенең остаздарын ҙур йылылыҡ һәм ихтирам менән иҫкә ала.

- Хирургия буйынса билдәле врачтар Михаил Григорьевич Широбоков, Алексей Алексеевич Катков минең уҡытыусыларым ғына түгел, улар үҙҙәренең хеҙмәт тәжрибәләре менән дә уртаҡлашты. Остаздарым этика нигеҙҙәренә лә өйрәтеп, коллегаларға ихтирам менән ҡарарға, пациенттарға миһырбанлы булырға ла әйҙәне, - тине ул.

Айнур Янбаев поликлиникала аҙнаһына ике тапҡыр колопроктология буйынса ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Табипҡа алдан яҙылған пациенттарҙан тыш, ул ашығыс, сират буйынса килгән сирлеләрҙе лә дауалауһыҙ ҡалдырмай. Шулай уҡ ул проктология буйынса оператив дауаланыуға пациенттар ҙа йыя. Тәжрибәле белгескә башлыса ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәре менән мөрәжәғәт итәләр.

Хирургия бүлеге 75 койка урынға иҫәпләнгән. Егерме һигеҙ хеҙмәткәр араһынан 6 хирург, 1 уролог эшләй. Планға ярашлы, көнөнә 3-5 операция үтә. Бынан тыш, тәүлек әйләнәһенә ашығыс, тиҙ арала эшләнә торған операциялар ҙа башҡарыла. Уларға аппендецит, эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеге кеүек ауырыуҙар инә.

Пациенттар һәм коллегаларының фекере буйынса, Айнур Фәрүәр улы – йыуан һәм тура эсәк, геморрой, үт ташы ауырыуҙарын дауалау, эсәктәр йәбешеүе буйынса беҙҙең төбәктә иң яҡшы табип. Оҫта яҡташыбыҙ яңы килгән белгестәр менән үҙ тәжрибәһе һәм дауалау алымдары менән ихлас уртаҡлаша, консультациялар бирә, тикшереү һәм дауалау планын төҙөргә өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта ул, һауығыу нигеҙҙә сирленең үҙенән тора, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, сәләмәт булыуҙың сере – дөрөҫ туҡланыу, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, күберәк хәрәкәт итеү.

Хирург – иң абруйлы, иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Айнур Фәрүәр улы әллә күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡара, сирлеләргә йән өрә, өмөт уята, йәшәүгә ышаныс бирә. Бәғзе осраҡта тәүәккәллек күрһәтеп, ашығыс операцияларҙы башҡарырға мәжбүр була, сөнки ҡайһы бер мәлдәрҙә бер минут та сирленең ғүмерен ҡотҡарыуға ҙур булышлыҡ итә.

- Һәр операция үҙенсә уникаль һәм ҡатмарлы. Эшем бик оҡшай, көн дә дәртләнеп хирургияға ашҡынам. Бүлеккә хатта ваҡытынан күпкә алдан килеп, эш көнө үтеп киткәс тә тороп ҡалырға тура килә. Халыҡ үҙенең сәләмәтлегенә битараф булмаһын ине, тип әйткем килә. Операция эшләнең дә, кеше йүгереп китәсәк түгел бит. Унан һуң күпме реабилитация үтергә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр шуны аңламай, ҡушҡан ваҡытҡа табипҡа барып күренмәйҙәр. Һәр кем үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға тейеш. Кешеләр профилактик тикшереүҙәрҙән ҡурҡырға һәм уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға тейеш түгел, - ти бүлек мөдире.

Кеше эше менән матур. Айнур Фәрүәр улы кеүек һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, үҙ эшен яратып башҡарған изге күңелле табиптар күберәк булһын ине.

Фотолар Ишембай үҙәк район дауаханаһы архивынан.

ҺАЙЛАҒАН ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРО
ҺАЙЛАҒАН ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРО
ҺАЙЛАҒАН ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРО
ҺАЙЛАҒАН ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРО
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас