Йәмғиәт
10 Май , 08:00

Уяулыҡ һәм яуаплылыҡ – төп талап

Заман геройҙары – янғын һүндереүселәр һөнәре донъяла иң хәүефлеләрҙән иҫәпләнә. Беҙҙең быуатта уларҙың хеҙмәт йөкләмәһе икеләтә артты: бөгөн ҡотҡарыусылар янғындан ғына түгел, ташҡын хәүефенән дә аралай, юл-транспорт фажиғәһендә лә ярҙамға килә.

Уяулыҡ һәм яуаплылыҡ – төп талапУяулыҡ һәм яуаплылыҡ – төп талап
Уяулыҡ һәм яуаплылыҡ – төп талап

Янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәтенең лайыҡлы хеҙмәткәре булыу өсөн күпме көс һәм түҙемлек талап ителгәнен һирәктәр генә аңлайҙыр. Улар физик күнекмәләрҙән тыш, халыҡ именлеге һағында тәүлек әйләнәһенә тора. Ә кеше ғүмеренә хәүеф янағанда үҙҙәренеке онотола.

Бөгөн ҡалалағы янғын һүндереүҡотҡарыу часынан тыш, ауыл Советтары биләмәләрендә лә ирекле янғын һүндереү дружиналары эшләп килә. Ҡәтғи талаптар уларға ҡағылмай, тип уйлаған кешеләр ҡырҡа хаталана. Бында ла шул уҡ ҡағиҙә һәм етди йөкләмә – постта тәүлек әйләнәһенә хеҙмәттә тороу. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советында ике янғын һүндереү депоһы бар. Уларҙың береһе Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында булһа, икенсеһе Сәлихта урынлашҡан. Сираттағы эш сәфәребеҙ тап ошо ауылға йүнәлтелгән булды. Бында беҙҙе дүрт хеҙмәткәрҙән торған тотош бер команда ҡаршы алды.

Сәлих ауылында янғын һүндереү депоһы 2007 йылда асылған. Бындағы ирекле янғын һүндереү дружинаһы 25 километр радиус аралығында урынлашҡан объекттарҙы хеҙмәтләндерә. Ләкин ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡотҡарыусыларға алыҫҡа ла сығырға тура килә.

Шулай итеп, команданың ағзалары менән яҡындан танышып үтәйек. Ринат Риф улы Исламғолов элек колхозда водитель булып эшләгән була, янғын һүндереү
депоһы асылыу менән, тәүгеләрҙән булып хеҙмәткә тора.

- Ауылыбыҙ ҙур, йәмле. Мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто гөрләп эшләй, фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Беҙҙең бар теләгебеҙ - янғын һүндереү депоһын яңыртыу. Проект ярҙамында уйланған эште бойомға ашырып булыр, тип өмөтләнәбеҙ, - тип белдерҙе Ринат ағай. - Әйткәндәй, беҙ эштә 1981 йылғы ЗИЛ машинаһын ҡулланабыҙ. Егеттәр уны ҡәҙерләп кенә тотона.

Фәрғәт Байтимер улы Бикмөхәмәтов 1990-2000-се йылдарҙа контракт буйынса Салауат ҡалаһында 53-сө хәрби-янғын һүндереү часында хеҙмәт итә. Ул саҡтағы «Кардан» һәм оптика-механика заводтарында махсус водитель булып эшләй. Артабан, 2010 йылда, Сәлих янғын һүндереү депоһына эшкә саҡырыла.

Ринат Ғайса улы Лоҡманов был өлкәгә Рәсәй почтаһы хеҙмәтенән 2018 йылда килә, һөнәре буйынса шулай уҡ водитель. Яңы эшен тиҙ үҙләштерә, физик яҡтан әҙерлек үтә.

Ирекле янғын һүндереү дружинаһының етәксеһе – Азат Сәғит улы Ниғмәтуллин.  Бығаса үҙен күп һөнәрҙәрҙә һынап ҡарай, бер эштән дә ҡурҡмай. 2019 йылдан үҙен тап янғын һүндереүсе булараҡ таба. Шул уҡ ваҡытта Азат Сәғит улы ауыл депутаты булып, йәмәғәт эштәрен дә әүҙем алып бара.

- Беҙҙең команда берҙәм һәм тырыш. Төрлө билдәле даталар уңайынан ирекле янғын һүндереү дружиналары араһында ойошторолған ярыштарҙа призлы урындар яулайбыҙ, - тип ихлас уртаҡлашты Азат Ниғмәтуллин. – Өмәләрҙә, мәҙәни сараларҙа йыш ҡатнашып торабыҙ, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарҙың ғаиләләренә утын бысабыҙ. Бер эштән дә ситтә ҡалырға тырышмайбыҙ.


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас