Йәмғиәт
9 Май , 04:00

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хөрмәтле ишембайҙар!

Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулауға 81 йыл тулыу менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хөрмәтле ишембайҙар!Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хөрмәтле ишембайҙар!
Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хөрмәтле ишембайҙар!

Йыл да беҙ 9 майҙа үҙ Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тоябыҙ һәм имен тормош бүләк итеүселәрҙе хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. 1945 йылдың еңеү майынан 81 йыл үтеп киткән. Әммә Совет халҡының бөйөклөгө йылдар ағымында бер ҙә кәмемәй. Бөйөк Еңеү беҙгә ҙур хаҡ менән бирелде – миллионлаған замандаштарыбыҙҙың ғүмере ҡыйылды, ҙур матди юғалтыуҙар кисерҙек, көс еткеһеҙ ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Ишембай ҡалаһынан, хәҙер Ишембай районына ҡараған ауылдарҙан барлығы 10 меңдән ашыу яугир ҡаты алыштар барған яу яландарында мәңгегә тороп ҡалды.

2025 йылда Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡарары менән Ишембай «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Был танылыу – тылда Еңеү өсөн тырышҡан яҡташтарыбыҙға хөрмәт билдәһе. Һуғыш йылдарында илдә табылған бөтә нефттең 25 проценттан ашыуын Ишембай предприятиелары биргән, Совет танкыһының һәр өсөнсөһө Ишембай нефте менән эшләгән. Яҡынса 4,5 миллион тонна “ҡара алтын” фронтҡа ебәрелгән, эвакуацияланған заводта билдәле “Катюша” өсөн 5 миллион деталь етештерелгән.

Ҡалаға меңәрләгән кеше эвакуацияланған, бында госпиталдәр урынлаштырылған. Ишембайҙар авиаэскадрилиялар һәм танк колонналары төҙөлөшөнә саралар йыйған.
Вафат булған һәм иҫән ҡалған фронтовиктарға һәм тыл хеҙмәтсәндәре алдында баш эйәбеҙ. Улар булмаһа – бөгөн Рәсәй иле лә булмаҫ ине. Беҙҙең йөрәктәрҙә һәм үҫеп килгән быуын хәтерендә имен тормош өсөн көрәшеүсе ата-бабаларыбыҙ тураһында хәтер мәңге йәшәһен. Хөрмәтле ветерандар! Һеҙгә һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Байрам менән, ишембайҙар!

Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас