

Тантаналы сарала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, полковник Александр Работяев, муниципаль Совет рәйесе Галина Баканова, муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, хәрби комиссар Максим Сапа, төрлө хәрби хәрәкәттәр, МХО ветерандары һәм ҡала ҡунаҡтары ҡатнашты.
Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанында Еңеү парады – иң сағыу сығыштарҙың береһе булды. Был мәлде олоһо ла, кесеһе лә тулҡынланып көтөп алды.
Был көндө махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Артур Фаил улы Кәлимуллиндың әсәһе Минира Ғәфүр ҡыҙы Вахитова «Ватан һаҡсыһы әсәһе» һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһенә» миҙалдары менән бүләкләнде.
МХО яугиры, сержант Руслан Ганс улы Аллағоловтың ҡатыны Рита Рафиҡ ҡыҙы Аллағоловаға «Башҡортостан» полкы командирынан Рәхмәт хаты тапшырылды.
- Мин был көндө улым менән генә түгел, ә барлыҡ яҡташ яугирҙарҙың батырлығы менән дә ғорурланам. Һәләк булғандарҙы онотмайынса, матур, йылы уйҙар менән иҫкә алғандары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерәм. Сабырлыҡ, именлек, күңел тыныслығы теләйем, - тине Минира Ғәфүр ҡыҙы.
Автор фотолары һәм видеолары.