

Был сара сиктәрендә Еңеү парады маршы үтте, махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙың яҡты иҫтеләгенә мәктәп стенды асылды.
- Уҡыусылар парадының юғары кимәлдә ойошторолғанын күреп, бар тамашасыларҙың күңелдәре елкенде. Уларға ҡарап, йәштәребеҙ рухлы, киләсәккә өмөт бар, тигән уй тыуа, - тип ихлас уртаҡлашты Ҡолғона ауыл Советы хакимиәте башлығы Алик Ямалов. - Ә мәктәп стенды – үҙе бер айырым тарих. Был – ябай стенд ғына түгел, ә быуындар бәйләнеше символы, Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғаны тураһында иҫтәлек. Йылдар үтеү менән беҙ ошо тарихыбыҙға тағы ла нығыраҡ иғтибарлы булырға бурыслыбыҙ.
Фотолар Ҡолғона ауыл Советы архивынан.