Йәмғиәт
8 Мая , 07:00

Берҙәм эш ҡәҙерле була

Ошо көндәрҙә Иҫке Һәйет ауылы халҡы берҙәм өмәгә йыйылды.

Берҙәм эш ҡәҙерле булаБерҙәм эш ҡәҙерле була
Берҙәм эш ҡәҙерле була

Сара барышында обелиск территорияһы йыйыштырылды, уның кәртәһе һәм шулай уҡ Оло Йылға күпере буялды.

Шул уҡ ваҡытта өмәлә янғын хәүефһеҙлегенә әҙерлек сиктәрендә мобиль янғын һүндереү комплексы тикшерелде.

- Ауылдаштар был мөһим сарала әүҙем ҡатнашты. Атап әйткәндә, Рәмил Ҡотоевтың өмәселәрҙе техника менән тәьмин итеүе эште күпкә еңеләйтте. Ҡолғона ауыл Советы депутаты Илдус Вәлиев, социаль-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре Фәнилә Хәмитова һәм Илиза Исмәғилева сараны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте, - тип белдерҙе Ҡолғона ауыл Советы хакимиәте башлығы Алик Ямалов. – Ил өсөн еңел булмаған осорҙа изге эштәрҙә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға рәхмәт еткерәм. Кесе Ватанға булған һөйөүегеҙ, ихтирамығыҙ баһалап бөткөһөҙ.

Фотолар Ҡолғона ауыл Советы архивынан.

Берҙәм эш ҡәҙерле була
Берҙәм эш ҡәҙерле була
Берҙәм эш ҡәҙерле була
Берҙәм эш ҡәҙерле була
Берҙәм эш ҡәҙерле була
Берҙәм эш ҡәҙерле була
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас