

Байрам митингыһына тиклем Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы биләмәһе буйлап «Үлемһеҙ полк» акцияһы һәм хәрби техника парады үтте.
Был сарала муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, хәрби ветерандар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар, мәктәп уҡыусылары һәм башҡалар ҡатнашты. Байрам урындағы ижади коллективтарҙың сағыу сығышы менән биҙәлде, артабан ҡунаҡтар һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.
- Минең өсөн Еңеү көнө – Бөйөк байрам! Минең ата-бабаларым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Олатайым был һуғыш тураһында аҙ һөйләне. Беҙ уны ҡәҙерләп торҙоҡ, байрам һайын эргәһендә йыйылыша торғайныҡ. Быйыл уның яҡты иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйҙырттым, - тине хәрби ветеран Марат Ғәли улы Ғарипов.
Марат Ғәли улы 2022 йылда махсус хәрби операцияла геройҙарса һәләк булған Линар Ғариповтың һөйөклө атаһы. Был Еңеү көнө Линарҙың яҡты иҫтәлеге көнө лә!
Автор фотолары һәм видеоһы.