

Ҡатын-ҡыҙҙы көсһөҙ зат тиһәләр ҙә, ул һәр заманда ла тырыш, ныҡышмал, сәмсел һәм ярҙамсыл булған. Көслө заттан айырмалы рәүештә, улар ауырлыҡтарҙы эмоциональ яҡтан түҙемлек менән еңеп сыға, тормош ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан, балаларына лайыҡлы тәрбиә бирә. Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы – ул хәстәрлекле әсә лә, бөгөнгө шарттарҙа сая көрәшсе лә, ил мәнфәғәтенә тырышыусы ирекмән дә.
Тирә-яҡҡа күҙ ташлаһағыҙ, ундай ҡатын-ҡыҙҙар эргәлә генә йөрөй, тик уларҙың эшен күрә белеп баһаларға ғына кәрәк. Мәҡәләм геройы Айгөл – тап шундайҙарҙан. Бығаса бер-беребеҙҙе белмәһәк тә, күптәнге таныштар һымаҡ һөйләшеп алып киттек. Күңелемде шунда уҡ уның холҡоноң ябайлығы, тәбиғилеге әсир итте.
Айгөл Николаевна Йосопова Иҫке Ишембай биҫтәһендә тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, тарих уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә, артабан Йәштәр эштәре буйынса комитетта белгес булып эшләй. Ошонда ул ҡала сараларын ойоштороу буйынса тәжрибә туплай. Күпмелер ваҡыттан тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, эшҡыуарлыҡ эшен һайлай. Ҡатындың “Пельмени от Айгуль” магазин-цехын асыуға быйыл апрелдә туғыҙ йыл булды. Ул һатыуға тағы манты, чебурек, кәтлит, эремсек ҡабартмаһы, тауыҡ итенән бәлеш һәм башҡа төрлө ризыҡтар ҙа сығара. Яңыраҡ ҡына цехта ҡыҙыл эремсек менән ғөбәҙиә, бүрәт мантыйы буузы етештерелә башлаған.
- Эште башлап ебәргәндә продукцияны ярты йыл тирәһе йорт шарттарында әҙерләнек. Артабан баҙарҙа нөктә асып, барлыҡ эште ҡул көсө менән башҡарҙыҡ, - тип уртаҡлашты Айгөл. – Бер аҙҙан республика проекттарының береһендә ҡатнашып, субсидия алыуға өлгәштек. Был ярҙам эшем өсөн “трамплин” булды. Бына ошо саҡта инде махсус ит турағыс, ҡамыр йәйеүсе машинка, чебурек бешерә торған ҡорамал һәм башҡа кәрәкяраҡтар һатып алдыҡ. Ләкин билмән, манты һәм башҡа продукция ҡул менән генә йәбештерелә.
Бөгөн Айгөл Йосопованың цехында 60 төрлө ризыҡ етештерелә. Күләм яғынан әйткәндә, айына – ике тонна, йылына 24 тонна продукция әҙерләнә. Шул уҡ ваҡытта ярым фабрикаттарҙы заказ буйынса урынға (Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары) алып барып еткереү хеҙмәте лә йәйелдерелгән.
- Беҙҙең етештереүҙә ни бары экологик яҡтан таҙа аҙыҡтар ғына ҡулланыла. Мәҫәлән, ғөбәҙиә бәлеше өсөн ҡыҙыл эремсекте ауылда эҙләргә кәрәк. Ә уны табыуы бик ҡыйын, сөнки был һөт ризығы һирәк эшләнелә, - тип белдерҙе эшҡыуар ҡатын.
Айгөлдөң ярым фабрикаттарын халыҡ яратып файҙалана, ризыҡтарҙың тәмле һәм төрлө булыуы уның ихтыяжына тап килә. Ҡулланыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы һәм һорауы буйынса, ҡатын Стәрлетамаҡ ҡалаһында етештереү цехы асырға ниәтләй. Өфөлә лә фирма нөктәһен булдырырға ине, тип белдерҙе ул. Экологик яҡтан таҙа продукцияны хатта Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына ла һорап алалар. Бизнеста заман талаптарына яуап бирергә кәрәк, тип иҫәпләй яҡташыбыҙ. Шуға ла билмән эшләү, ҡоймаҡ ҡойоу буйынса балаларға оҫталыҡ дәрестәре алып бара. Социаль селтәрҙәрҙә блогер, коуч булараҡ сығыш яһай. Эшендә лә даими үҫешә, төрлө семинарҙарҙа, конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Бынан тыш, танышым шиғыр яҙырға, йырларға әүәҫ. Ул төрлө хәйриә концерттарында, 1 Май, 9 Май байрамдарында ретро йырҙар менән сығыш яһай.
Балалары Артур, Милана һәм Миран – уның оло терәге, илһам, көс-ҡеүәт сығанағы. Айгөл балаларының төрлө яҡлап үҫешеүенә лә иғтибар бирә, ваҡыт таба, улар менән
бергәләп сараларҙа ҡатнаша.
Эшҡыуар ҡатын хушлашҡан саҡта “Беҙҙең унынсы десант батальоны” йырын йырлап ишеттергәс, уға тағы бер тапҡыр һоҡланмайынса булманы.
Фотолар Айгөл Йосопованың архивынан.