

Урындағы үҙидара көнө уңайынан
Ишембай районы хакимиәте
башлығы Азат Ишемғолов мәктәп
президенттары менән осрашты. Ә унан алда ғына хакимиәт
башлығы Мәскәүҙә Рәсәй
Президенты Владимир Путин
ҡатнашлығында үткән тантаналы
сарала ҡатнашып ҡайтты.
- Аэропорттан тура эшкә бер нисә
сәғәткә инеп сыҡтым да, һеҙҙең янға
ашыҡтым, - тип уртаҡлашты Азат Альберт
улы.
Районыбыҙҙың һәр мәктәбендә һайлап ҡуйылған президент бар. Улар
район башлығы менән осрашыуға
иптәштәренең иң ҡыҙыҡлы һәм сетерекле һорауҙарын туплап алып килгәйне.
Уҡыусыларҙың берәүһе, мәҫәлән, ни
өсөн Азат Ишемғоловтың муниципаль
хеҙмәтте һайлауы менән ҡыҙыҡһынды.
- Дуҫтар, муниципаль хеҙмәт – ул аҡса
эшләү түгел, ә бәләкәй ватаныңа хеҙмәт
итеү. Институтты тамамлап, өйләнеп,
эшкә урынлашҡанда минең эш хаҡым
биш мең һум самаһы ине. Студент булған
ҡатынымдың стипендияһы ла шул тирә
булды. Әммә туҡталып ҡалманым, эшемде дауам иттем. Мин үҙебеҙҙең тыныс ҡына Ишембайыбыҙҙы бик яратам.
Мәскәүҙә үткәргән бер нисә көн эсендә
генә ҙур ҡаланың ығы-зығыһы арытты,
тиҙерәк тыуған яҡҡа ҡайтаһым килде, -
тип ябай ғына аңлатты Азат Альберт улы.
Осрашыуҙа шулай уҡ район хакимиәте
башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Илшат Исмәғилев һәм
мәғариф идаралығы начальнигы Ольга
Урванцева ла ҡатнашты. Ольга Александровна әңгәмәне үҙ кәңәше менән дауам
итте:
- Дуҫтар, үҙ иле өсөн тырышып эшләргә
теләүселәрҙең һәр береһе етәксе йәки
хакимиәт хеҙмәткәре була ала. Иң
мөһиме – тырышып уҡыу, үҙ ватаныңды
һәм яҡташтарыңды яратыу.
Уҡыусыларҙы шунда уҡ йәйен
хакимиәттә практика үтеү мөмкинлеге
ҡыҙыҡһындырҙы. Азат Ишемғолов
аңлатыуынса, студенттар ысынлап та
хакимиәттә практика үтә, ә уҡыусылар
ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнаша ала.
Был сәғәттәр ирекмәндәр китабында
мотлаҡ теркәләсәк.
- Был да карьера үҫешендә яҡшы старт
һәм файҙалы тәжрибә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә
алды Азат Альберт улы.
Уҡыусылар эш тәжрибәһенән ҡыҙыҡлы
хәлде иҫкә төшөрөп үтеүҙе һораны.
Азат Ишемғолов белдереүенсә, ул
етәкселек иткән осорҙа төрлө ваҡиғалар
күп булған, айырыуса коронавирус
эпедимияһы мәлендә һәм әлеге еңел
булмаған ваҡытта. Ольга Урванцева
хакимиәт башлығына баһа биргән ике хәл
тураһында һөйләне: бер тапҡыр район
буйлап китеп барғанда Азат Ишемғолов
урман янғынын күреп ҡалып, башҡа
кешеләр менән бергә уны һүндереүҙә
ҡатнаша. Ә икенсе осраҡта ул тәбиғәтте
янғындан һаҡлау өсөн маҡсатлы рәүештә
үҙе бәлә урынына юллана.
Осрашыуҙа ҡатнашыусы уҡыусылар
көнүҙәк ҡала проблемаларын да телгә
алды. Уларҙы төҙөкләндереү пландары ҡыҙыҡһындырҙы. Ағымдағы йылда
урындағы власть Кинйәбулат шоссеһында
ремонтты тамамларға һәм ҡалаға УрманБишҡаҙаҡ яҡлап ингән яҡты тәртипкә
килтерергә йыйына.
- Ҡалаға ингән саҡта кешелә тәүге
уй-фекер тыуа. Ҡала тураһындағы
тәьҫорат юлдарҙағы соҡорҙарға ҡарап
боҙолорға тейеш түгел, - тип аңлатты
Азат Ишемғолов.
Шулай уҡ ул бер нисә йыл элек “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә төҙөлә башланған уҡыутренировка үҙәге тураһында ла һөйләне:
- Беҙ эште дауам итергә әҙер, финанслау булыр, тигән өмөттәбеҙ, - тип
билдәләне хакимиәт башлығы.
Әйткәндәй, уҡыусылар менән осрашыуҙар беренсегә ойошторолмай.
Азат Ишемғолов белдереүенсә, йәштәр
менән күрешеү ай һайын уҙғарылып тора.
- Был беҙгә заман менән бергә
атларға, кешеләргә нимә кәрәклеген
аңларға ярҙам итә. Йәштәр – территория
үҫешенең аныҡ күрһәткесе.
Етәкселәрҙең халыҡ менән күҙгә-күҙ
осрашып аралашыуы ышаныс тыуҙыра.
Халыҡ ҡала проекттарының авторына
әйләнә. Улар ҡала, район һәм дөйөм республика үҫешенә туранан-тура йоғонто
яһай.
Бындай осрашыуҙарҙың тағы бер
ыңғай яғы – кадрҙар резервын булдырыу.
Бөгөн хакимиәт башлығы менән бер тиң
һөйләшеп ултырған йәштәр үҙҙәре лә
5-10 йылдан муниципаль структураларға,
йәмәғәт советтарына килеүҙәре ихтимал.
Етәкселәрҙең йәштәр менән осрашыуҙары ни тиклем файҙалы икәнен
төбәк кимәлендә лә яҡшы беләләр.
2024 йылдан Башҡортостан Башлығы
Радий Хәбиров даими рәүештә йәштәр
менән тематик осрашыуҙар ойоштора.
- Йәштәребеҙ аҡыллы ла, яҡты
күңелле лә. Әммә уларға был
ҡатмарлы осорҙа йәшәүе еңелдән
түгел. Йәштәр көн дә интернетта насар, ялған мәғлүмәт менән осраша.
Беҙҙә балаларға һәм йәштәргә интернет менән ҡулланыуҙы тыйыу бурысы
юҡ. Иң мөһиме – уларҙың зиһендәрен
һаҡлап ҡалыу, - тип билдәләне йәштәр
менән осрашыуҙа Радий Фәрит улы.
2025 йылда Радий Хәбиров колледждар һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, йәш ғалимдар һәм дәүләт
хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, спортсылар, блогерҙар менән осрашты.
- Дуҫтар, күптәрегеҙ бөгөн үк тыуған
ҡалаһы өсөн изгелек ҡыла ала. Яҙ – тирәяҡты тәртипкә килтереү мәле. Һеҙ ҙә
был дөйөм эшкә ҡушыла алаһығыҙ, - тип
өндәште уҡыусыларға Азат Ишемғолов.
– Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре,
мәҫәлән, көн һайын төштән һуң урамдарҙы
сүп-сарҙан таҙартырға сыға. 14 сәғәттән
һуң хакимиәт бинаһына инеп ҡараһағыҙ,
бөтә кабинеттар тиерлек буш буласаҡ. Үҙ
ихатаңды, урамыңды йыйыштырыу ҙур эш
түгел, әлбиттә, әммә тап шунда бәләкәй
ватаныбыҙға һөйөү сағыла ла инде.
Хакимиәт башлығы үҙе лә йәштәргә
һорау бирҙе. Уны нисек итеп мәктәп
президенты булырға мөмкин икәнлеге
ҡыҙыҡһындырҙы. Үҫмерҙәр бының
өсөн программа булдырырға, үҙ
кандидатураңды тәҡдим итергә, программа тураһында башҡа уҡыусыларға
һөйләргә һәм тауыш биреүҙә еңеп
сығырға кәрәкленен, йәғни, мәктәптә лә
һайлауҙарҙың бөтә илдәге кеүек үк үтеүен
һөйләне.
Осрашыу дөйөм фотоға төшөү менән
тамамланды. Уҡыусылар һорауҙарға
яуаптар ҙа алды, хөрмәт менән, ололарса, эшлекле аралашыу өлгөһөн дә
күрҙе. Ә етәкселәр ошонда оҙаҡ йылдар
йәшәйәсәк һәм эшләйәсәк йәштәр менән
аралашыуҙан ыңғай тәьҫораттар алды.
Автор фотолары.