Был көн тәбиғәттең уяныуын, тормоштоң яңырыуын һәм хеҙмәт кешеһенә хөрмәт күрһәтеүҙе символлаштыра. Нефть тарихы, ҡеүәтле сәнәғәте һәм эшһөйәр халҡы менән дан тотҡан районыбыҙ өсөн Беренсе Май һәр ваҡыт үҙенсәлекле байрам булды һәм булып ҡала. Хөрмәтле нефтселәр, төҙөүселәр, уҡытыусылар, табиптар, аграрийҙар һәм барлыҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәре! Нәҡ һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙ Ишембай ҡалаһының һәм районының үҫеүенә нигеҙ булып тора.
Май байрамдары һеҙгә һәм яҡындарығыҙға шатлыҡ, йылылыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йорттарығыҙға именлек, тыуған төйәгебеҙҙең мәнфәғәте хаҡына хеҙмәттә яңы уңыштар теләйем!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.