

Замандар үҙгәрә. Хәҙер балаларҙы хәүефһеҙлек
ҡараңғы тыҡрыҡтарҙа ғына түгел, ә смартфон экрандарында ла һағалай. Деструктив төркөмдәр, вербовкалаусылар һәм экстремистар әүҙем рәүештә яңы ҡорбандар
эҙләй. Уларҙың төп маҡсаты — үҫмерҙәр.
Күптән түгел федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре “Петровск”
үҙәге тәрбиәләнеүселәре менән интернет селтәрендәге янауҙар
тураһында әңгәмә үткәрҙе. Балаларҙы ошо ҡурҡыныстарҙан
иҫкәртеү маҡсатында федераль именлек хеҙмәте офицеры улар
менән терроризм, экстремизм, диверсия һәм скулшутинг (уҡыу
йорттарында һөжүм) буйынса һөйләшеү алып барҙы.
Ведомство вәкиле үҫмерҙәргә ысын һәм виртуаль тормошта килеп
тыуған янауҙар хаҡында ентекле һөйләне. Уҡыусыларға интернетта
манипуляторҙарҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн ни эшләргә кәрәклеген
һәм таныш булмаған кешеләрҙән мессенджерҙар аша килгән
эштәрҙе башҡарырға ярамағанлығын аңлатты. Шулай уҡ социаль
селтәрҙә үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләрен төшөндөрҙө. Нәфрәт
һәм дошманлыҡ тыуҙырыу, милли, дини һәм социаль билдәләр буйынса кешелек дәрәжәһен түбәнһетеүгә йүнәлтелгән мәғлүмәтте
таратҡан өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртте. Бынан тыш, офицер
шикле ваҡиғалар килеп тыуғанда битараф ҡалмаҫҡа һәм мотлаҡ
хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатты.
Үҙәктә тәрбиәләнеүсе Инара Исмаилова үҙенең тәьҫораттары
менән уртаҡлашты:
- Быға тиклем мин интернетта ябай аралашыуҙың да хәүефле
булыуы ихтималлығы хаҡында уйламай ҙа инем. Былар бөтәһе лә
ҡайҙалыр алыҫта, миңә ҡағылмаҫ кеүек тойолдо. Ләкин бөгөнгө
әңгәмәләшеүҙән һуң шуны аңланым: хәҙер таныш булмаған
кешеләрҙең смс-хәбәрҙәренә иғтибарлыраҡ буласаҡмын. Үҙ
тиҫтерҙәремә Рәсәй Федерацияһының закондарын үтәргә, үҙҙәрен,
сәләмәтлектәрен һаҡларға, теләһә ниндәй шикле әҙәмдәргә ышанып, тормоштарын боҙмаҫҡа саҡырам, - тине ҡыҙ.
Бындай осрашыуҙар йәштәргә ысын хәүефте аңларға, үҙҙәренең
һәм тирә-яҡтағыларҙың именлеген һаҡлап, янауҙарға дөрөҫ ҡаршы
торорға өйрәнергә ярҙам итә.
Фото “Петровск” үҙәге архивынан