Йәмғиәт
29 Апрель , 03:26

Инсульттан төнәтмә

Иғтибарығыҙға бер ирҙең тарихын һәм нисек итеп инсульт эҙемтәләрен бөтөрөү тураһында яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

“Ике йыл элек инсульт үткәргәс, табиптар миңә бер ҡасан да элеккесә йөрөй һәм һөйләшә алмаясаҡһың тинеләр. Әммә бер йылдан һуң телмәр һәм тәнемдең уң яғында хәрәкәтсәнлек кире ҡайтты. Һәм барыһы ла минең ныҡышмалылығым һәм ябай бәпембә арҡаһында.

Был үҫемлек инсульттан һуң дауалау һәм тергеҙеүҙә алмаштырғыһыҙ сара, сөнки ҡанда холестерин кимәлен кәметә, матдәләр алмашыныуын нормалләштерә, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының эшен көйләй. Мин киптерелгән бәпембә төнәтмәһен ҡабул иттем: бер аш ҡалағы үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға, ике сәғәт төнәтергә һәм, ашағанға тиклем, көнөнә өс тапҡыр 1/4 стакан эсергә.

Шулай уҡ ҡатыным халыҡ рецепты буйынса ошондай шифалы шарҙар әҙерләне: 50 г киптерелгән бәпембә тамырын кофе тирмәнендә порошаҡ хәленә тиклем ваҡлап, сәскә балы менән 1:1 пропорцияһында бутаны. Һуңынан сәй ҡалағы менән был ҡатнашманан шарҙар яһап, уларҙы һыуытҡыста һаҡланы. Мин был шарҙарҙы көнөнә өс тапҡыр бәпембә төнәтмәһенән һуң ҡабул иттем. Әлбиттә, бынан тыш, мин аяҡ өсөн махсус күнегеүҙәр эшләнем һәм логопед менән шөғөлләндем.

Дауалауҙың тәүге һөҙөмтәләрен бер айҙан һуң күрҙем, ә өс айлыҡ дауалау курсынан һуң яйлап үҙемдең ғәҙәти хәлемә ҡайттым”, – ти ул.

Әлбиттә, халыҡ медицинаһы сараһын ҡабул итер алдынан табип менән кәңәшләшер кәрәк. Һәм был ир әйтеүенсә, күнегеүҙәрҙе онотмаҫҡа кәрәк.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас