

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән
Ошо теманы үҫтереү маҡсатында Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Руслан Йәрмөхәмәтовты редакцияға ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Был өлкәлә йыл ярым ғына эшләп тә боронғо халыҡ һәм совет осоро йолаларын тергеҙгән, күп проекттарҙы бойомға ашырған, шул уҡ ваҡытта ирекмәнлек эшмәкәрлеген йәйелдергән яҡташыбыҙ кем икән ул, тигән һорау күптәрҙә тыуыр, моғайын.
Руслан Кинйәбулат ауылында Әлфиә һәм Хәбир Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһендә тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Өфө финанс-иҡтисад колледжында финансист-юрист белгеслеге буйынса уҡый. Артабан ул Мәскәү иҡтисад, статистика һәм мәғлүмәт институтында иҡтисадсы һөнәре буйынса белемен камиллаштыра. Ҡулына диплом алған егет хеҙмәт юлын “ИҙелНефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә башлай. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул Салауат ҡалаһындағы Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең кадрҙар һәм хәрби эш
начальнигы урынбаҫары булып тәғәйенләнә. Унда күп йылдар эшләп, майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға. Типһә, тимер өҙөрлөк йәштәге Руслан себерҙәге “KCA Deutag” халыҡ-ара нефть-газ сервис компанияһына эшкә урынлаша. Алыҫта биш йыл эшләгән яҡташыбыҙға тыуған яғына ҡайтып, яуаплы вазифаны етәкләргә тәҡдим итәләр. Өс көн ныҡлы уйлағандан һуң, ул ризалаша.
Тәртип тупһанан башлана
Руслан Йәрмөхәмәтов етәкләгән Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы биләмәһе райондың иҡтисади үҫешен, туризмды йәйелдереүҙе талап иткән ҡыҙыл һыҙыҡта урынлашҡан.
- Эшкә тотонғас, тәүге бурысым булып ауыл мәҙәниәт йорттарын һәм клубтарын тәжрибәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән комплектлау торҙо, - тип уртаҡлашты Руслан Хәбир улы. – Тәүге осорҙа эш еңелдән булманы. Ҡайһы бер кешеләр миңә ышанып етмәне, йыйылыштарҙа урынынан тороп сығып китеүселәр ҙә булды. Ләкин мин ныҡлы энтузиазм күрһәттем. Хәҙер инде Урман-Бишҡаҙаҡ, Сәлих ауылдары мәҙәниәт йорттарында һәм Әптек клубында тупланған хеҙмәткәрҙәр составы менән бик ҡәнәғәтмен.
Әйткәндәй, бөгөнгө көндә Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы артистары “Беҙ бергә” исемле концерт программаһы менән гастролдәргә сыҡты. Әле уҙған аҙнала ғына Ҡолғона һәм Яңы Һәйет ауылдарын дер һелкетеп йөрөп ҡайттылар. Артабан һәүәҫкәрҙәр Яр-Бишҡаҙаҡта, Әхмәрҙә, Сәлихта, Маҡарҙа, Уразбайҙа, Этҡолда һәм башҡа ауылдарҙа булдылар. Хәйриә концертынан йыйылған аҡса алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙамға йүнәлтеләсәк.
Илһөйәрлек һәм ирекмәнлек – йәнәшә
- Президент, полковник, генералиссимус Владимир Путин 2026 йылды Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. Ә Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы булараҡ билдәләнә. Беҙҙең Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы биләмәһендә төрлө милләттәр татыу йәшәй. Сараларҙы ойошторғанда ла уларҙың берҙәмлеген һәм татыулығын һаҡлау күҙ уңында тотола, - тип аңлатып үтте Руслан Хәбир улы. – Мәҫәлән, Торатау итәгендә Ат фестивален ойоштороу тап ошо маҡсаттан башҡарылды. Был сараның икенсе яғы ла бар. Башҡорттар борон-борондан аттан айырылмаған, ә бөгөнгө көндә уның ҡәҙере юғала бара. Ҡыҙғаныс, хәҙерге үҫмерҙәр, егеттәр атҡа эйәр ҙә һала белмәй. Гаджеттарҙан, мопедтарҙан, автомобилдәрҙән башҡа ат һымаҡ тере йән эйәһенә ҡыҙыҡһыныу юҡ. Ә минең маҡсат – йәш быуынға ат менән бәйле йолаларҙы ҡайтарыу.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советында йәш быуынды тәрбиәләүҙә спорт та ҙур роль уйнай. Мәктәп командалары ҡышҡы уйындарҙа, волейбол, баскетбол һымаҡ ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, беренсе һәм призлы урындар яуланы. Халыҡтың үҙ артыңдан эйәреүен теләһәң, тәүҙә үҙең өлгө күрһәт, тиҙәр. Ирекмәнлек – Руслан Хәбир улы өсөн күңел талабы. Тап ошо эшмәкәрлекте ул көслө йәйелдергән. Яңыраҡ Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы халҡы махсус хәрби операция зонаһына ебәрер өсөн дрондарҙы күсереп йөрөтөүгә тәғәйенләнгән тағылма һәм ҡорал кәрәк-яраҡтары һатып алды. Бынан тыш, яҡташ яугирҙарға Кусакиндар ғаиләһе – бер феләк башҡорт балы, “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Айҙар Тимерәшев бер феләк сало әҙерләп ебәрҙе. «Едих Е.В.» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Евгений Едих яугирҙар өсөн генератор һатып алған. Руслан Йәрмөхәмәтов делегация составында гуманитар ылауҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатып барҙы. Әлеге мәлдә Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советында яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә, МХО зонаһына киләһе сәфәр май аҙаҡтарында көтөлә.
Алда етди проблемаларҙы хәл итеү тора
- Ағымдағы йылда үҙ командам менән бер нисә проектты ғәмәлгә индереү буйынса әүҙем эшләйбеҙ. Улар – “Оператив әүҙемлекте һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү:
ирекле янғын һүндереүселәр өсөн заманса ҡорамалдар”, “Берлек” балалар спорт майҙансығы”, “Йолаларҙың тере ебе: башҡорт телен өйрәнәбеҙ”, БР Башлығының гранттарына конкурс һәм Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы. Был сараларҙың дөйөм суммаһы өс миллион һумдан ашыу аҡса тәшкил итә, - тип һүҙен дауам итте Руслан Хәбир улы. – Был йәһәттән Ғафури һәм Стәрлетамаҡ райондары менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Ошо маҡсатта был райондарға барып ҡайтырға ниәт бар. Бынан тыш, Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советында йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу маҡсатында һөнәри йүнәлешле эштәр ҙә алып барыла. Ауылдарҙың киләсәге тап уларҙың ҡулында. Бер үк ваҡытта ғаилә институтын да үҫтерергә кәрәк.
- Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы биләмәһенә ингән 10 ауыл халҡына, уларҙың старосталарына һәм депутаттарына, мәҙәниәт йорттары, клубтары мөдирҙәренә,
китапханасыларға, спортсыларға, хәҙрәттәргә һәм минең командама тупланыусы башҡа кешеләргә оло рәхмәтемде еткерәм. Шәхси эшҡыуарҙарға, крәҫтиәнфермер хужалыҡтары етәкселәренә лә бик рәхмәтлемен, - тине Руслан Йәрмөхәмәтов.
Яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә килгәндә, Русландың хәләл ефете Нурсилә Хәсән ҡыҙы сығышы менән Ҡанаҡай ауылынан. Әлеге мәлдә ул махсус уҡытыу-тәрбиә биреү учреждениеһында математиканан уҡыта. Йәрмөхәмәтовтар ике балаға ғүмер биреп, лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Рушан Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжында өсөнсө курста белем алһа, ҡыҙҙары Сабина 16-сы мәктәптә 9-сы класта уҡып йөрөй. Балаларҙың икеһе лә ата-әсәһенә оҡшап илһөйәр һәм әүҙем, төрлө сараларҙа ҡатнашып, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә.
Фотолар шәхси архивтан.