

Рәйсә апай, Ишембайҙа 1-се интернат-мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Диплом алғас, уны йүнәлтмә буйынса Урман-Бишҡаҙаҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә ебәрәләр. Биш йылдан һуң тырыш ҡыҙ Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенә эшкә урынлашып, унда ете йыл пионервожатый, артабан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Рәйсә Ғәлина агитация, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл республика ярыштарында ҡатнашҡан колхоздың санитар дружинаһы командиры булып та эшләй. Ул Урман-Бишҡаҙаҡ балалар баҡсаһының беренсе мөдире була. 1985 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса юғары категориялы уҡытыусы булып эшләй. Рәйсә апай: “Педагог - ул һөнәр түгел, ә булмыш”, тип йыш ҡабатлай.
- Эшемде яраттым һәм тормошомда тап ошо юлдан киткәнемә үкенмәйем. Барыһы өсөн дә яҙмышыма рәхмәтлемен. Интернатта мине бик көслө, һәләтле педагогтар уҡытты. Мин уларҙан үрнәк алырға, уларға оҡшарға тырыштым. Үҙем уҡытыусы булып урынлашҡас, ашҡынып мәктәпкә йөрөнөм, бар күңелемде һалып балалар менән эшләнем. Уҡыусыларға “3”-лө билдәһе ҡуймаҫҡа тырыштым. Уҡыусылар “Ярай, апа, “3”- лө ҡуйығыҙ ҙа инде”, тип әйтһәләр ҙә, мин уларҙың һәләтен күреп, “һеҙҙе “3”-лөк уҡытмайым, әйҙәгеҙ, “5”-кә тырышығыҙ” тип өгөтләй инем. Шул балалар конкурстарға шиғырҙар һөйләргә йөрөнө. Уларҙың һәр береһе әле булһа иҫтә, - ти Рәйсә Ғәзимулла ҡыҙы.
Рәйсә апай тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, уларҙың һәр береһенә юғары белем бирәләр.
- Тормош иптәшем Нурғәле Тимерғәле улы һәйбәт, тыйнаҡ, ипле кеше булды. Буранғол улыбыҙ оҙаҡ йылдар телевидениела, “Торатау” гәзитендә эшләне. Ләйсәнебеҙ педагог булып эшләп йөрөй. Уйылдан улыбыҙ “Башҡортостан” ДТРК-һы филиалы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Төпсөгөбеҙ Ғәзиз әлеге көндә “Торатау” геопаркы директоры. Ҡыҙғанысҡа күрә, Буранғол менән Уйылдан улдарым яҡты донъяларҙы ташлап китте, - тип һөйләне күҙ йәштәре аша Рәйсә апай.
Нурғәле ағай ҙа тормошон балалар уҡытыуға арнаған. Ул һөнәри эшмәкәрлеген 1970 йылда Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә башлай. Әүҙем хеҙмәте һәм алдынғы ҡарашы өсөн йәш уҡытыусыны директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала ул 29 йыл эшләй. 1975 йылда Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе районда беренселәрҙән булып кабинетта уҡытыу системаһына күсә. Эшләүсе йәштәр өсөн киске уҡыуконсультация пункты ойошторола. Киске мәктәптә 100-гә яҡын кеше урта белем ала. Кабинет системаһы эшен яҡшы ойошторғаны өсөн Нурғәли Тимерғәли улы “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән наградлана. 1990 йылда “Халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә. Ҡыҙғанысҡа күрә, Нурғәли ағай бер нисә йыл элек гүр эйәһе булған.
Рәйсә апай, кейәүгә сыҡҡас, әсәһен үҙҙәре янына йәшәргә ала. Ул балаларҙы ҡарашыуҙа ҙур ярҙамсы була. Әсәһе ауылда берҙән-бер абыстай булараҡ, Ҡөрьән уҡып йөрөй. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең быуындарын, баш мейеләрен ултырта. Төрлө тормош һынауҙарын үткән, күтәренке рухлы, асыҡ йөҙлө, әүҙем Рәйсә Ғәзимулла ҡыҙына ауылда йәшәүсе өлкән быуын кешеләре генә түгел, йәштәр ҙә хөрмәт менән ҡарай.
Ул ҡул эштәренә лә оҫта, бейәләй-башалтайҙар, ултырғыстарға япмалар бәйләй, баҡса тулы емешеләк, йәшелсә үҫтерә. Бынан тыш ул оҙаҡ йылдар ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, “Йәш йөрәктәр” фольклор төркөмө ағзаһы ла була. Әлеге көндә 11 ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй. Уларҙың олоһона 30 йәш булһа, иң бәләкәстәренә - 9 йәш.
Рәйсә Ғәзимулла ҡыҙы ҡырҡ йыл эшләү дәүерендә күптәргә ҡанат ҡуя, өлкән дуҫына әйләнә, шағир теле менән әйткәндә, “һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һала”. Уҡыусылары уны бөгөн дә онотмай, байрам һайын ҡотлай, шылтыратып, килеп хәлен белешеп тора.
Фотолар ғаилә архивынан.