Йәмғиәт
24 Апреля , 05:56

ИРЕНЕҢДӘ ЕЛӘК ТӘМЕ... 

        Бер көн  аяҡ кейемдәре мастерскойына мөләйем йөҙлө, һылыу ханым итеген алып килде. Күҙҙәре нурлы, бешкән еләкте хәтерләткән ирендәре һәр ваҡыт йылмайып тора... Йылмайғанда, былай ҙа матур йөҙөнә тағы ла нәзәкәтлек өҫтәп, ирене ситендә соҡорҙар хасил була. Мөхәмәтйән ҡатындан күҙен ала алмай:

ИРЕНЕҢДӘ ЕЛӘК ТӘМЕ...ИРЕНЕҢДӘ ЕЛӘК ТӘМЕ...
ИРЕНЕҢДӘ ЕЛӘК ТӘМЕ... 

-Квитанцияғыҙҙы алағыҙ! – тип уға квитанция тултырып һуҙҙы. Бәлки бөгөн кис үк әҙер булыр, телефон номерығыҙҙы ҡалдырығыҙ, шылтыратырмын тине.

Ҡатын йомошон йомошлап, итеген ҡалдырҙы ла, хушлашып сығып китте.

Мөхәммәт  нимә әйткәндер, ниҙер әйтте шикелле, хәтерләмәй ҙә инде, ҡатындың итектәрен тотоп,  ултырып тороп ҡалды.

Кискә ҡатын итектәрен инеп алды. Егет бөтә ҡыйыулығын туплап, уның исемен һораны. Ҡатын йәш ҡыҙҙыр һымаҡ ҡыланып-нитеп торман:

-Исемем – Фәниә, - тип кенә яуап бирҙе.

-Һау булығыҙ, Фәниә! - тип  хушлашып ҡалды егет.

Шул көндән һуң Мөхәмәт уны күҙ уңынан ысҡындырманы. Бәлки онотолор тиһә лә, онотторманы үҙен “ожмах ҡошо”... Урамда, магазинда юлдары йыш ҡына киҫеште. 

***

 

        Мөхәммәтйән бик оҙаҡ уйланып йөрөгәндән һуң   Фәниәгә  шылтыратты.

-Хәйерле кис, Фәниә! - тип башланы ул һүҙен. - Мин,  итек мастерскойынан - Мөхәммәтйән , үзбәк егете,  итексе. Дуҫтарым Мөхәммәт, тип йөрөтә. 

-   Ә-ә-ә-ә-ә! Хәтерләйем! Мин Фәниә, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем! Хеҙмәттәштәрем Фәниә Илһамовна, ә тәрбиәләнеүселәрем  Фәниә апай, тиҙәр.  Һин  Фәниә, тип кенә өндәшһәң дә ярай, - тип, теҙеп алып китте ҡатын, егетте үсекләгәндәй. 

-Ярай, яҡшы!   Мин бер аҙ ҡыйыуһыҙыраҡ егет инде ул, ғәфү итегеҙ! Әйҙәгеҙ, урамда йөрөп киләйек!..

- Осрашыуға саҡырған егетте ҡыйыуһыҙ, тип әйтмәҫ инем...  Ярай, әйҙәгеҙ! – тине  Фәниә.

***

        Фәниә сыҡҡанда Мөхәммәт подъезд төбөндә тора ине.

-Ҡайҙа барабыҙ?- тине ул, Фәниәнең күҙҙәренә ҡыйыуһыҙ ҡарап.

-Әллә тағы. Ҡайҙа булһа ла ярай. Кис илаһи, матур! – тине ҡатын йылмайып.

       Улар   ҡала урамы буйлап киттеләр. Аяҡ аҫтында ҡар  шығырҙай. Күктә ай, йондоҙҙар. Һауа саф!  Урамда  кешеләр ҙә әллә ни күп түгел.  Оло юлдан, салондары яртылаш тулы автобус, тролейбустар, машиналар елдерә.  Ҡала урамдарын йәмләп сағыу витриналар  емелдәй...

-Һеҙҙә ҡыштар һалҡын, ҡар күп, матур! - тине Мәхәммәт, оҙаҡҡараҡ һуҙылған тынлыҡты  уятып. Беҙҙә ҡыштар йылы!..

-Эйе, беҙҙә һалҡын, һеҙҙә йылы! – тип, йәнә, йылмайҙы Фәниә. Бер-береһенә оҡшамаған, бер-береһен ҡабатламаған дүрт төрлө – дүрт илаһи матур миҙгелле ерҙә йәшәйбеҙ беҙ...

       -Мин тыуып-үҫкән Үзбәкстан да бик матур! Айырыуса яҙ миҙгеле! Ялан-ялан аҡ, һары,ҡыҙыл ләләләр, ҡәнәферҙәр, розалар!.. Беҙҙә һеҙҙәге кеүек ҡалын, ҡара урмандар, бейееек ҡая-тауҙар  юҡ! Уның ҡарауы, емеш-еләктең ниндәйе генә үҫмәй!

       Бер аҙға һүҙҙәр  бөттө. Тынлыҡты Фәниә бүлде:

-Беҙҙә һеҙҙәң халыҡ бик күп эшләй. Күптәре хатта ғаиләләре менән килгәндәр. Һеҙҙә шулай эшкә ҡытлыҡмы ни?

-Эш бар, хатта бик күп ул, тик әҙ түләйҙәр. Өфөлә әле икенсе йыл ғына. Ҡала, мөхит, кешеләр миңә оҡшай... Фатирға хаҡ та көс етмәҫлек түгел... Беҙҙә яҙ, йәй, көҙ миҙгелдәре ныҡ эҫе. Мин эҫене яратмайым, дөрөҫөрәге сәләмәтлегемә килешмәй.   Тыуған ауылымда  кирбестән  йорт һала башланым. Был минең бала саҡтан килгән хыялым. Атайыма ла вәғәҙә биргән инем....   Шул йортто төҙөп бөткәнсә генә бында эшләп торорға ине план. Беҙҙәге аҡса  йорт һалырға етмәй.

-Атайың әллә...

-Эйе, ул миңә ун биш йәш булғанда, ҡаты сирҙән һуң китеп барҙы... Әсәйем менән уҡыусы ҡыҙым бар, тине лә егет тынып ҡалды.

-Ә ҡатынығыҙ?..

-Ҡатыным?.. Әйтергә лә оят, шулай ҙа аңлашылмаусылыҡтар булмаһын, тип кенә әйтәм... Ул  бер италянецка эйәреп,   сит илгә сығып китте.

-Бәлки уға ла оҙон аҡса кәрәк булғандыр?

-Бәлки, бәлки икенсе сәбәптер, миңә асыҡ ҡына бер нәмә лә әйтмәне.

-Әллә үҙең бик ҡаты, йә киреһенсә йомшаҡ булдың микән? Әсә кеше балаһын ҡалдырып сығып киткәс, етди сәбәбе булғандыр бит?..

-Арыным, тине. Нимәнән арығандыр, әйтеүе ҡыйын. Йорт эштәрен әсәйем менән бергә эшләнеләр, мин дә ярҙам иттем, яраттым...

-Бында шулай күп түләйҙәрме ни?

- Нормально... Минең ялдарым, байрамдарым юҡ.  Көн дә, иртәнге ҡаранан, төнгә ҡәҙәр эшләйем.   Булған эштән баш тартмайым... Шулай булғас аҡса баштан ашып етә...

-Һаман ҡайтып китә алмай эшләгәс, бик баштан ашмайҙыр инде, - Фәниә егеткә һынаусан ҡараш ташланы.

-Ярай, ниңә гел минең турала ғына һөйләшәбеҙ әле ул?  Үҙең тураһында ла һөйлә, - тине Мөхәммәт. 

-Әлләсе! Нимә һөйләргә? - тип ҡатын йәнә йылмайҙы. Минең турала нимә беләһең килә, һора?

-Бөтәһен дә белгем килә. Мин һөйләнем, бер нимә лә йәшермәнем бит...

-Бөгөн бөтәһен дә һөйләшеп бөтһәк, иртәгә нимә тураһында һөйләшербеҙ?..

- Фәниә,  мин һиңә күптән иғтибар итеп, күҙ һалып  ҡуйҙым. Бер итегеңде ремонтка индергәнең дә квитанция яҙып, телефон номерыңды белдем. Юлыңа йыш осрарға тырыштым... Тик һин миңә бер ваҡытта ла иғтибар итмәнең...

-Даааа, сәйер, миңә егеттәр күҙ атып йөрөй икән тигән уй башыма ла килмәне!.. Фәниә ихлас көлдө.

-Көлмә! Мин улай күҙгә салынып барған сибәр егет түгел шул. Мин һиңә үпкәләмәйем...  – егет ҡарашын ситкә борҙо.

 Фәниә  йылмайҙы... - Асыуланма! Бынан кире һине ҡарап ҡына йөрөрмөн...

-Юҡ, асыуланмайым. Алдашмағаныңа рәхмәт. 

- Әллә үпкәләнең  дә инде, ярай үпкәләмә! - тип, шаярған булып  Фәниә егетте  ҡултыҡлап  уҡ алды.

***

        Фәниә  Мөхәммәтте  күреп белә. Аяҡ-кейемдәрен ремоньларға гел уға индерә. Улар бер йортта йәшәйҙәр, тик төрлө подъездарҙа.  Ул йәйен, ана шул итексе бутҡаһында,  ә ҡыштарын урамда  ҡар көрәй, сүп түгә...  

-Эшем еңел түгел, ауыр, - тип һүҙен дауам итте ул.  Йәй буйы кибетемдә, бәйләнгән эт һымаҡ  ултырам. Билгә төшә, аяҡтар шешенә... Уның ҡарауы эҫе ҡояштан ышыҡ. Ә ҡышын көнө буйы урамда, саф һауала рәхәтләнеп ҡар көрәйем.

-Төп  һөнәрең дә барҙыр әле?

-Бар әлбиттә! Үҙ илемдә мин технология институтын тамамланым - инженер. Кизе-мамыҡ комбинатында мастер булып эшләнем. Унда шул, әлеге лә баяғы, эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәне...

Йортомдо һалып бөткәнсе генә тип, сығып киткән инем, бына биш йыл йөрөп ташланым. Инде йорт эштәре бөтөүгә бара. Ваҡ-төйәк эске эштәре генә ҡалды.

-Аңлауымса, оҙаҡламай имигрантлыҡ статусың  бөтә?..

-Шулай тиһәм дә була. Әлегә әйтә алмайым. Күҙ күрер...

-Күрәм заказдарың да бик күп.

-Эйе, шөкөр, төрлө ваҡыттар була...

-Бик тырышып, еренә еткереп эшләй, - ти халыҡ, һинең турала.

-Эйеме, мин шатмын?!

- Клиенттарың  һиңә йышыраҡ килһен тиһәң, бер аҙ йәбештереп еткермә!.. Фәниә көлә...

-Ул ваҡытта улар миңә башҡа килмәйәсәк, унан кире мин улай эшләй белмәйем...

-Эйеме, маладис, юҡҡа маҡтамайҙар икән...  Ваҡыт та байтаҡ булып китте, әйҙә боролайыҡ, - тине Фәниә, кеҫә телефонына күҙ һалып. 

-Әйҙә, - тине Мәхәммәт, осрашыуҙың шулай ҡыҫҡа  булыуына күңелһеҙләнеп...

***

      Мәхәммәтйән -  уртаса буйлы, һомғол йөҙлө, ҡыҫыҡ күҙле,  рус телендә ярайһы  матур аралаша...  

Ни өсөн ул,  уның менән яҡындан танышырға   теләүен генә  аңламаны Фәниә. Дворҙа минең кеүек яңғыҙ ҡатындар һыу буйы, тип уйланы ул.

     Эштең ҡайҙа боролоуын төҫмөрләп, Фәниә:

 - Мөхәммәт, әгәр һин мине еңел холоҡло ҡатын тип уйлаһаң, яңлышаһың. Мин беләм, һинең кеүек ситтән аҡса эшләргә килгән ирҙәрҙе. Үҙҙәренә ваҡытлыса фатир ҡайғыртып, яңғыҙ бисәләргә йортҡа инәләр.

-Ғәфү ит, Фәниә, һин мине дөрөҫ аңламаның...

-Тороп тор! Фекеремде тарҡатма!.. Йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй, ана, бишенсе ҡатта йәшәгән Алия... Бер ир  индергән ине,  ул эштәрен бөттө лә,  бахыр бисәне ауырға ҡалдырып, үҙ иленә ҡайтты ла китте...

-Миңә фатир кәрәкмәй, миңә һин кәрәк, Фәниә!..

-Һеҙгә нәмә кәрәк икәнлеген бер Аллаһы ғына белә. Миңә бер кем дә кәрәкмәй, һин тем более.

-Фәниә, әйҙә ошонда һөйләшеүебеҙҙе туҡтатайыҡ. Миңә оҡшамай бындай аралашыу, - тип Мөхәммәт ҡатынды ҡосаҡлап үҙенә ҡыҫты. -Һин минән ҡурҡма, мин һиңә бер ваҡытта ла насарлыҡ эшләмәйәсәкмен. Сөнки мин һине күптән күреп, яратып йөрөйөм. Һәм уның ошонда, ошолай өҙөлөүен теләмәйем...  Фәниә! Тыныслан!..

Ҡатын Мөхәммәтйәндең ҡуйынына сумып тынысланды. Йылы, рәхәт... Ире киткәндән алып уны бер кем дә шулай наҙлап ҡосағына алманы, үпмәне... Таш булып ҡатҡан күңелен йылытып иретмәне...

-Ғәфү ит, ҡыҙып киттем. Яңғыҙ ҡалғандан алып шулай ҡатты минең күңелем. Минең хәҙер ирле әхирәттәрем дә юҡ. Сөнки ирҙәрен көнләшәләр. Һиңә шикләнеп, ҡурҡып, мыҫҡыл итеп ҡараған кеүектәр. Ә мин тәбиғәтем менән шат күңелле, шаярырға яратам...  Мин хәҙер ир ат заты менән дуҫ та була белмәйем, мәхәббәттең нәмә икәнен күптән онотҡанмын...   Бер нимәне яҡшы беләм, ир менән ҡатын араһында дуҫлыҡ була алмай, бары мөхәббәт кенә!..

 

***

       Мәхәммәт самаһыҙ шылтыратыуҙар менән, осрашыуға саҡырып Фәниәнең маҙаһына теймәне. Бөтөнләй өркөтөүҙән ҡурҡты. Хәл белешеп СМС калар  яҙҙы: Сәләм!  Хәлдәрең нисек? Нимә эшләйһең? Һағындым! Яратам!

Фәниә лә:

-Сәләм! Хәлдәрем яҡшы! Ваҡ-төйәк йорт эштәре менән булам, - тип кенә яуапланы. 

     Ҡатын һирәк-мирәк  сәбәп табып Мәхәммәттең эшенә лә ингеләп сыҡты. Ингәнендә егеткә “ҡуян күстәнәстәре” ҡалдырҙы, бик ихлас аралаштылар.

Егет шаярған булып:

-Һине генә уйлап ултыра инем, ә һин һиҙгәндәй килеп тә индең, рәхмәт, тип  шаяртып йылы ҡаршы алды уны...

-Бөгөн тауыҡ һурпаһы бешерҙем, эштән һуң инеп сыҡ, - тип саҡырҙы  егетте   Фәниә.

-Ярар, - тип шатланып риза булды  ул.

      Тик егет ни сәбәптәндер килмәне. Ә Фәниә, ниңә килмәнең, тип хәлде ҡуйыртманы.

-  Ҡайтып йыуынып ятып торған инем,  йоҡлап киткәнмен, - тине  Мәхәммәт  аҡланып. Бер үк асыуланма инде, икенсе тапҡыр торт алып инермен, йәме, матурым, тәмләп сәй эсербеҙ, тине.

-Ярай, мин сәй яратам!.. Ә аш бик тәмле булды, юҡҡа килмәнең...

- Бер үк ғәфү ит, матурым, һин борсолоп көтөп торорһоң тип уйламаным да...

-Саҡырғас нисек көтмәйем инде? Көттөм, әлбиттә! Мәхәммәт, дөрөҫөн генә әйт әле, зинһар,  теге мәл мин һине ахры ныҡ ҡына ҡурҡыттым?

-Нишләп? Юуууҡсы!.. 

-Минән ҡасаһың кеүек...

-Әлбиттә, ултырып сәй эсербеҙ, һөйләшербеҙ... Һағындырҙың да, тәмле ирендәреңдән үбәһем килә, тигәс, ҡатындың йөрәге елкенеп китте.

-Ҡайҙан беләһең уның тәмле икәнен, үпкәнең юҡ та?

-Нишләп булмаһын ти, унан кире бешкән еләктең тәме билдәле инде!..

     Мәхәммәт  күҙгә күренеп ҡыйыуланды.  Матур, наҙлы итеп һөйләшергә лә тартынманы. Ҡулдарына ла ирек бирмәне. Аңламайым мин уны, осрашыуҙарҙан ҡаса, аулаҡта ҡалырға ҡурҡа... Нимә уйлай икән ул минең турала, ғөмүмән уйлай микән, беләһе ине...  Әллә беренсе тапҡыр белмәгән кеше менән яңлыш яҡынайыуҙан ҡурҡамы? Мин дә ҡурҡам! Ахры ул үҙ-үҙенә ышанмай, - тигән уйға килде ҡатын. 

 Мәхәммәт аҙ һүҙле.  Фәниәнең  ҡара күҙҙәренә сумып китерҙәй булып, йылмайып ҡына ҡарай. Ә ҡатын сабыр ғына көтә, ни өсөндөр ошо урында Мәхәммәт  уны ҡосағына алып, ирененең еләк тәмен ауыҙ итер кеүек ине.

Тик ул:

-Беләһеңме, матурым, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар икенсе... Мин динле кеше... Ул ғына ла түгел, һиңә эҫенеп китеүемдән ҡурҡам... Мин бында оҙаҡҡа ҡала алмайым, ә һин бер ваҡытта ла минең менән тыуған илеңде ҡалдырып сығып китмәйәсәкһең.

-Ниңә минең өсөн үҙең яуап бирәһең?.. Бәлки китермен...

-Белмәйем, белмәйем... Китһәң мин бәхетле генә буласаҡмын! Һин миңә оҡшайһың, хатта ныҡ оҡшайһың!..  Әле һине көндә күрә алыуым менән генә лә бәхетлемен!

-Һин бөгөнгө көн менән генә йәшә! Киләсәк өсөн ҡайғырма! Киләсәктең матур, бәхетле булыуына ышан!  Ышанмайынса нисек йәшәргә?!

-Юҡ, мин улай йәшәй алмайым. Бәхетле киләсәгемә ышанмай мин тыныс йәшәй алмайым. Әгәр, һин хәҙер миңә, мин һине яратам, һинең менән китәм, тиһәң...

-Ашыҡтырма, ашыҡма! Һин миңә оҡшайһың... Ҡалғанын күҙ күрер...

-Эх, Фәниәм! Һинән мин теләгән яуапты ишетмәнем, нисек тынысланырға була? Хушлашыуы бик ауыр,  мин шунан ҡурҡам. Мин ир кеше, бер тапҡыр был араны үттем, тағын ҡабатлайһым килмәй. Бәлки бөтәһен күтәрә, үтеп сыға алырмын, бәлки онотормон да... Ғәфү ит, артыҡ аҡыл һатып ташланым шикелле... 

Фәниә егетте тынысландырырлыҡ бер һүҙҙә таба алманы. 

        Ҡатынының икенсе иргә эйәреп сығып китеүе ҡатын-ҡыҙға ышанысын юғалтҡандыр, бәғрен ҡатырғандыр, бәлки- тип Мәхәммәтте аҡланы ул.

 

         Фәниә Мәхәммәтте  яҡшыраҡ белгән һайын, уға нығыраҡ тартылды. Уйҙарынан  ул хатта үҙе лә тертләп китте. Вәәәәт,  хиҡмәт! Ысынлап туҡтарға ваҡыттыр! Былай барһа, хушлашауы ҡайғыға әүрелергә мөмкин, тигән уй, хис тойғоһоның тормозына баҫты.

 

     Яңы йыл байрамына бер нисә генә көн ҡалды. Элек, Мәхәммәт  үҙенең оҫтаханаһында ултырғанда, Фәниә уның янына   юлы төшкөн һайын инеп, хәлен белешеп сыға ине. Хәҙер егет урам һеперергә күскәс улай ярамай. Беренсенән,  күршеләренең  күҙҙәренә салынып йөрөйһө килмәй. Һүҙ сығыр, ләстит таралыр... Кәрәкме ул миңә? Юҡ, кәрәкмәй... Шуға улар күбеһенсә телефондан ғына аралаштылар. Унда ла ул:

-Минең менән бергә йәшәгән егет йоҡлай, мин һөйләшә алмайым, ғәфү ит, матурым, еләк иреңдәреңде үбәм, тыныс йоҡо! - тип,  аралашыуҙы өҙә.  Ә бөгөн төндә:

-Һине күрәһем килә, видеоңды ҡабыҙ, зинһар!- тигәс, ҡатын аптырашта ҡалды. Әүәл улай тип әйтмәй торғайны.  Әллә ысынлап мине күрәһе килдеме, әллә минең янда икенсе ир күрергә теләнеме икән?..  Фәниәнең ире командировканан, шулай, тип теңкәһенә тейә торғайны... Мөхәммәттең был ҡыланышы Фәниәне уйға һалды. - Көнләшә, тикшерә, ышанмаймы?.. 

-Мин яттым, йоҡлайым, һин дә йоҡла, тыныс йоҡо, ҡәҙерлем! – тине лә ҡатын телефонын һүндереп  ҡуйҙы.

 

      Мөхәммәт  икенсе, өсөнсө көндө лә шылтыратманы. Урамда ла күренмәне.

-Ул мине дөрөҫ аңламаны. Әгәр ул мине шулай итеп тикшерә икән,  нимә  уйларға ла белмәйем. Фәниәне төрлө күңелһеҙ уйҙар биләп алды. Шундай ваҡытта башҡа   ни өсөндөр тик насар уйҙар ғына килә бит ул... Бәлки уға минең ярҙам кәрәк булғандыр?.. Бәлки ысынлап та күрәһе генә килгәндер... Фәниәнең үҙе менән дә шундай ваҡыттар булғылай... Уға ышанмағандан, тикшерергә теләгәндән дә түгел... Уның хатта һүҙҙәре лә кәрәкмәй... Ә ихлас йылмайып ҡарауы ғына ла етә...

    Тап шул ваҡыт видеобәйләнештән Мөхәммәт  шылтыратты:

-Сәләм, матурым!

-Сәләм! Һин ҡайҙа, мин һине бөтөнләй юғалттым да ул...

-Мин үҙемдең Үзбәкстанымда, өйҙә!

-Өйҙә?! Ә ниңә миңә бер нимә лә өндәшмәй ҡайтып киттең?..

-Һөйләшәйем тигән инем, һин йоҡлайым тинең бит...

Фәниә ни әйтергә лә белмәй:

- Мөхәммәт , беләһеңме, һин бик ҡаты бәғерле кеше икән!.

    Фәниәнең күҙҙәрен ҡайнар, әсе йәш бөртөктәре томаланы. Ул телефонын күкрәгенә ҡыҫып һулҡылдап илап ебәрҙе. Мөхәммәт  ҡатындың ауыр тын алышын, күкрәк ситлеген йыртып сығырҙай ярһыған йөрәк тибешен, тәненең ҡалтыраныуын тойҙо...

-Фәниә, зинһар, ғәфү ит мине! Бер үк асыуланма!.. Мин шулай булырын алдан белдем... Шуға өндәшмәй китһәм еңелерәк булыр, тип уйланым...

-Ни өсөн?..

-Ул осраҡта, мин һине ҡалдырып китә алмаҫ инем.

-Тағы ла ҡасан киләһең?..

-Белмәйем...

-Хәҙер миңә ни эшләргә? Теләйһеңме мин һинең яныңа барам?..

-Юҡ.

-Ни өсөн?

-Ҡатыным ҡайтҡан, һәм мин ҡыҙымды әсәһенән айыра алмайым... Хоҡуғым юҡ...

-Ул бит теге ваҡыт һеҙҙе ҡалдырып киткән!..

-Ул ҡатын-ҡыҙ, ул яңлышырға ла мөмкин...

-Мөмкин?.. Уны аҡларға?... Ә һин ул китһә оҙатып, ҡайтһа ҡаршы алып торорға тейешме?..

-Балам бәхете өсөн булһа, эйе...

Фәниә:

-Мин һине яраттым...

-Мин дә! Әгәр яҙған булһа иренеңдәге  бешкән еләк тәмен “Аллаһы бирһә” әле бик күп тапҡырҙар   ауыҙ итәсәкмен. Ул ваҡытта ул бөгөнгөнән дә тәмлерәк һәм иҫерткес буласаҡ...

-Берәй мөғжизә генә килеп сыҡмаһа... Мин ғүмерем буйына көттөм. Таптым тигән дә, йәнә юғалттым. Мин мөғжизәгә ышанмайым!  

-Мин һине яратам!.. 

 

-Яратҡандарҙы ҡалдырып китмәйҙәр... Миңә башҡа шылтыратма, хуш! – тип, Фәниә Мөхәммәтйәнде бөтә бәйләнештәрҙән дә ябып, бикләп ҡуйҙы. 

     - Шулай  дөрөҫөрәк булыр, ҡәҙерлем.  Мин һине онотормон, оноторға тырышырмын... Яҙған булһа, Хоҙай Тәғәләһе ризалығы менән, юлдарыбыҙ, бәлки йәнә осрашыр... Ул ваҡытта, әлеге кеүек, ваҡытлысаға түгел, ә мәңгелеккә ҡауыштырыр өсөн. 

 

      Бәйләнеште анһат ҡына өҙөп  ҡуйып булған кеүек, мейене, йөрәкте лә бикләп ҡуйып булһа ине икән  ул...  Юҡ, булмай...

Телефонына хәбәрҙәр килгән һайын Фәниәнең йөрәге тертләй:

-Бәлки Мөхәммәтйәндәндер?!.. Ҡалай һантыймын да инде, бикле номерҙан ниндәй хәбәр килһен ти?!...  Эх! 

***

Биш йыл үткәс

***

      Фәниәнең ғүмере ҡәҙимгесә үҙ яйына аҡты. Инде, ҡасандыр күңелен елкендереп, йөрәгенә ут тоҡандырып киткән егет тә онотолдо. Онотолдо тип, онтолманы,  онотолмаясаҡ, оноттормаясаҡ ул үҙен... Уның ойоған йөрәген уятып, елкендереп, илаһи һөйөү хистәрен тирбәлдереп, йылы эҙҙәрен ҡалдырып киткән үзбәк “егете”, әлбиттә бер ваҡытта  ла онотолмаясаҡ. Тик хәҙер уның  әүәлге көсө юҡ. Әллә аҡыл ултырҙы, әллә һөйөүгә һыуһаған йәненең һыуһынын ҡандырырға теләүе шулай хисләнергә мәжбүр итте?.. Ҡалай ҙа Фәниә бөгөн аныҡ ҡына яуап белмәй. Юҡ-юҡта Мөхәммәттең   уның төшөнә инеп, ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡыҙыл ләлә сәскәләре бүләк итеүе, төшөн нимәгә юрарға тип аптыратып ҡуя. Ә бөгөн иһә аҡ төҫтәге матур туфлиҙәр аяғына кейҙерҙе. Хәйер ул төш, биш йыл эсендә әллә нисә тапҡыр ҡабатланды. Шулай онотторманы “егет” үҙен.

      Илаһи нәмәләр уйламаған да, көтмәгәндә тормошҡа ашыусан тиҙәр бит.  Дөрөҫ юрау ул... Мәхәммәтйән дә  алдан хәбәр итмәй нитмәй, теүәл биш йыл тигәндә, килеп Фәниәнең ишеген ҡаҡты. Март һуңы, апрель баштары ине шикелле ул мәл... Фәниәнең төшөнә ингән кеүек бер ҡосаҡ ҡыҙыл ләләләрҙән гөлләмә һәм коробкала Фәниә өсөн махсус тегелгән аҡ туфлиҙәр! 

    Оҙаҡ торған шарап тәмләнгәндән-тәмләнә тигән кеүек, Мөхәммәтйәндең был тиклем дә татлы еләк тәме иткән ирендәрҙе, һуңғы биш йыл эсендә, тәү тапҡыр ауыҙ итеүе ине...

 

Фото: Гульназ Гиниятуллина

Автор:Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА 
Читайте нас