Йәмғиәт
22 Апреля , 09:00

Күп балалы ғаилә емешле ағас кеүек

Донъяға балаларса ихласлыҡ менән йылмайып баҡҡан, бәләкәй генә нәмәнән дә ҙур ҡыуаныс тапҡан кешеләр һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Көндәлек тормошта кире тойғоларҙың ыңғай хистәрҙән өҫтөнлөк алыуына юл ҡуймай ундайҙар. Ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тормоштарынан йәм һәм тәм табып, бәхетле итеп йәшәй беләләр. Бындай хистәр ғаилә именлеген һәм тыныслығын булдыра, татыулығын һәм берҙәмлеген тыуҙыра. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә институты үҙен юғалта бара, быуаттар аша килгән йолалар бөтөнләй ҡәҙерләнмәй тиерлек. Матур, зауыҡлы туйҙар үткәрелеп, ғаиләләр ҡорола, ләкин уларҙың күбеһе, статистика күрһәтеүенсә, ныҡлы булмай сыға. “Сәбәбе нимәлә һуң?” - тип һорау ҡуймайым, быны һеҙ үҙегеҙ ҙә яҡшы аңлайһығыҙ. Киләһе һүҙебеҙ – 22 йыл бергә ғүмер итеүсе һәм биш бала тәрбиәләүсе Лилиә менән Илнур Ғәниевтарҙың өлгөлө ғаиләһе тураһында.

Күп балалы ғаилә емешле ағас кеүекКүп балалы ғаилә емешле ағас кеүек
Күп балалы ғаилә емешле ағас кеүек

Ихатала Ҡояш күренде

“Нефтсе” биҫтәһендә урынлашҡан Ғәниевтарҙың йортона барып төшкәндә ғаилә башлығы Илнур һәм оло улдары Камил ихатала эш менән була ине. Камил, “ҡояш балаһы”, һаулыҡ ҡушыуыма ҡыйыу һәм ихлас яуап бирҙе. Мин дә ҡыйыулана төшөп: “Хәлдәр нисек? Эштәр барамы?” - тип һораным. Ике ҡулын йәйеп: “Бына-а күпме эш эшләнек”, - тип йылмайҙы үҫмер.

Болдорҙа баҫып торған балаларҙың әсәһе Лилиә менән йорт эсенә уҙҙыҡ. Унда Ғәниевтарҙың кеселәре – каникулға туҡтаған Шамил менән Әминә үҙ эштәре менән мәшғүл ине. Малай менән ҡыҙыҡай үҙара мәж килгәнсе, хужабикә ғаилә тарихына байҡау яһап, бала сағын да иҫкә төшөрөп алды.

Атаһы Рәйес фажиғәле һәләк булғас, әсәһе 27 йәшендә генә ике ҡыҙ менән тол ҡала. Йәмилә апайҙы ауыр ҡайғыһы һәм сире бөтәнләй аяҡтан йыға.
Әсәләрен бала һымаҡ йыуындырыу, ашатыу ҡыҙҙар өҫтөндә була. Ләкин әсәләре түшәктә ятҡан көйөнсә ымлап булһа ла Лилиә менән Рәсимәне бөтә эшкә өйрәтә, уларҙы буласаҡуңған хужабикәләр итеп күрергә теләй. Лилиә хатта икмәкте лә өй шарттарында үҙе һалырға өйрәнеп ала.

Яҙмыш Лилиәне буласаҡ тормош юлдашы Илнур менән уртаҡ дуҫтарында бер йортта ҡунаҡта осраштыра. Тәү күреүҙән ғашиҡ булған егет бер аҙнанан һуң ҡыҙҙы эҙләп таба. Лилиәнең дә егеткә булған хистойғоһо ихлас булып сыға, ул бының ысын мөхәббәт икәнен аңлай. Түбәнге Әрмет ауылында
Миләүшә һәм Фәнир Ғәниевтар ғаиләһендә өс бала араһында уртансыһы булып үҫкән Илнур ышаныслы егет күренә – армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, ҡалала эшләп йөрөй. Уның да атаһы колхозда эшләп йөрөгәндә фажиғәле вафат булған. Бәлки ошо атайһыҙлыҡ михнәттәре лә ике йәш йөрәкте бер-береһенә
нығыраҡ яҡынайтҡандыр. Артабан бергә булып, ныҡлы ҡәлғә төҙөргә көс биргәндер. Ни тиһәң дә, танышыуҙарына ике аҙна булғанда бер-береһен күҙ ҡарашынан, тын алышынан аңлап торған йәштәрҙең никахы ла, туйы ла бер көндә үтә.

- Телевизорҙан ишеткәнме, әллә гәзиттән уҡығанмы икән, ауырып ятҡан әсәйем: “Аҙна башында йәки дүшәмбелә никахлашҡандарҙың ғаилә ғүмере оҙон була” - тип әйтте. Шулай итеп беҙ Түбәнге Әрметтә 2004 йылдың 26 апрелендә йәғни дүшәмбе көндө никахлаштыҡ һәм ЗАГС-та яҙылыштыҡ,- тип иҫкә алды Лилиә.

Ирле-ҡатынлы Ғәниевтарҙың мөхәббәт емеше – оло улдары Камил 2005 йылдың 14февралендә йәки Ғашиҡтар көнөндә донъяға килә. Бала Даун синдромы менән тыуыуға ҡарамаҫтан, Лилиә менән Илнур ауырлыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмай. Унан баш тартыу тигән уй бөтөнләй булмай. Бөгөн Камилға 21 йәш һәм ул – уңған, ипле, алсаҡ күңелле бала. Уның шундай булып үҫеүендә, әлбиттә, тәү сиратта, ата-әсәнең тырышлығы һәм түҙемлеге ята.

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа

2006 йылда “Ҡояш балаһы”на
иш булып, Ғәниевтарҙың
ҡыҙҙары Юлиә тыуа. Ғөмүмән,
балалар тураһында һүҙ
йөрөткәндә Камил менән
Юлиәне бер-береһенән айырырға ярамай, улар бер бөтөндө
хасил итә. Малай тап һеңлеһенә
ҡарап үҫешә: бүкәйләргә,
өндәр, һүҙҙәр әйтергә, артабан
һөйләшергә лә өйрәнә.

Үҫә төшкәс Камилды “Ҡояшҡай” 21-се балалар баҡсаһына йөрөтәләр, ундағы белгестәрҙең уҡытыу алымдары, дауаланыу ысулдары, заманса ҡорамалдар менән шөғөлләнеү  белем биреү учреждениеһында алған тәжрибә артабан коррекция мәктәбендә уҡыу өсөн этәргес була.

- Мәктәптәге тәүге йыл еңелдән булманы. Камил кешеләрҙән ҡурҡа, парта аҫтына йәшенә торғайны. Беҙ хатта уға үҙен бәләкәй өй эсендә тойһон һәм тыныс булһын өсөн палатка ла ҡороп ҡуйғайныҡ, - тине әсәһе. – Ул - парталарҙың береһендә, мин икенсеһендә ултырып дүрт йыл буйы бергә уҡыныҡ. Ҡатмарлыраҡ диагнозлы балаларҙы икенсе класҡа айырып ултыртҡанда ла мин улымды үҙенең класында ҡалдырыуҙы һораным. Тик берҙәм көс менән генә Камилдың һанарға, хәреф танып, һүҙҙәр уҡырға өйрәнеүенә өлгәштек. Ауыр булмаған мәсьәләләрҙе лә сисә белә. Был бик яҡшы күрһәткес. Егет шулай уҡ сюжетлыролле уйындар уйнарға ярата, мозаика ҡора, Lego менән төрлө ҡоролмалар төҙөй.

Телевизорҙан, компьютерҙан
спортсыларҙың ярышын ҡарай, төрлө күнекмәләр ҡабатлай.
Камилдең игеҙәк һымаҡ бергә
уйнап үҫкән һеңлеһе Юлиә хәҙер
студент инде. Ул 2-се башҡорт
гимназия-интернатында 9-сы
класты уңышлы тамамлағас,
Стәрлетамаҡ ҡалаһында Өфө
фән һәм технологиялар университеты колледжында башланғыс
кластар уҡытыусыһы белгеслеге буйынса 4-се курста
уҡып йөрөй. Уҡыу практикаһын
туған гимназияһында үтә.

Уҡытыусылыҡ һәләте тәбиғәттән
бирелгән һәм балалар менән
уртаҡ тел таба белгән ҡыҙҙы
бында эшкә көтөп ҡалалар.
Юлиәнең уҡытыусы булыу
теләге балалар баҡсаһына
йөрөгән осорҙан уҡ килә.

Бәләкәйҙән әсәһенең Камилды
хәстәрләп тәрбиәләүен күреп
үҫеү, ҙурая килә уға булышыу,
ярҙамсы булараҡ яуаплылыҡ
тойоу ҙур тәжрибә бирә. Бына
ҡайҙа ята ул хыялдың орлоғо.
Ҡыҙ мәктәптә уҡығанда ла ҙур
тырышлыҡ күрһәтә. Ғилми конференциялар, олимпиадаларҙан
тыш, Балалар сәнғәт мәктәбен
фортепиано буйынса ҡыҙыл
танытмаға тамамлай.

Ғәниевтарҙың өсөнсө балалары – ҡыҙҙары Ирина 2008 йылғы. Ул да Юлиә апаһына
оҡшап тырыш, уңған ҡыҙ. Иринаны уҡыу ғына түгел, ижад та ҡыҙыҡһындыра. Мәктәп йылдарында бейеүгә, театрға
шөғөлләнергә йөрөй. 2-се башҡорт гимназия-интернатын
алтын миҙалға тамамлап, артабан ӨФТУ-ның информатика,
математика һәм робототехника факультетына “Математика һәм компьютер фәне” йүнәлеше буйынса уҡырға
инә. 1-се курста уҡып йөрөгән Ирина
студент тормошо менән ҡайнап йәшәй. Төркөм старостаһы булараҡ төрлө
сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша,
ирекмәнлек эшмәкәрлеген алып бара.
Әйткәндәй, йәш ҡыҙ дин юлында,
ул биш намаҙын да ҡалдырмай уҡып
бара. Ураҙа айында Өфөлә урынлашҡан
“Ғофран” мәсетенә ифтар мәжлестәре
ойошторорға ярҙам итергә йөрөй.
“Бәрәкәт” мосолмандар кафеһында
оҫталыҡ дәрестәре үтеп, күп кенә ҡул эштәренә лә өйрәнә.

Туғыҙ йылдан, 2017 йылда, Ғәниевтар
ғаиләһен ҡыуандырып Шамил донъяға
килә. Малай 2-се башҡорт гимназия-интернатында 2-се класта белем ала. Ул
да Иринаға оҡшап математика фәнен,
театрҙы ярата. 2020 йылда Шамилға
иптәшкә Әминә тыуа. Ҡыҙыҡай балалар баҡсаһына йөрөй, төрлө сараларҙа
әүҙем ҡатнаша.

Ғаиләнең уртаҡ ҡаҙаныштары

Күп балалы әсәй булараҡ тәжрибәле
Лилиә мәктәп тормошонан да ситтә
ҡалмай. Балаларҙың ололары уҡып
сыҡҡансы ул ата-әсәләр комитетында тора. 2019 йылда Ғәниевтар “Йәш
ғаилә” муниципаль район конкурсында
ҡатнаша һәм беренсе урынға лайыҡ булып, телевизор менән бүләкләнә. Шулай уҡ ике йыл рәттән улдары Шамил
менән “Коляскалар парады” бәйгеһендә
сығыш яһайҙар. Тәүге йылда бәпестең
коляскаһын торт формаһында биҙәһәләр, икенсе йылда ул машинаға
әүерелә.

Медицина йүнәлеше буйынса китергә
теләп тә, ауырыу әсәһен ҡарау сәбәпле,
хыялын тормошҡа ашырмай ҡалған
Лилиәнең тағы бер үҙенсәлекле шөғөлө
бар. Ул – театр донъяһы. С.Сайранова
исемендәге башҡорт халыҡ театрында шөғөлләнгән ҡатындың бер нисә
роле бар. Уларҙың береһе – Әсхәт
Мортазиндың “Ләйсән” спектакленән
Фәйрүзә образы. Тап ошо роль иғтибарымды йәлеп итерлек булып
сыҡты ла. Уны башҡарыусы Лилиә тормошта ғына түгел, хатта сәхнәлә лә
бала йәнле, оло йөрәкле ҡатын. Һуғыш
йылдарында ирһеҙ, балаһыҙ ҡатын ике
йәтим ҡыҙҙы тәрбиәгә ала. Балаларҙың
тамағын туйҙырам, тип һигеҙ килограмм арыш урларға, аҙаҡ шуның
өсөн йәтимдәрҙе алып ауылдан сығып
китергә мәжбүр булған Фәйрүзәнең
михнәттәрен, күңел һыҙланыуҙарын
тулыһынса асып бирә Лилиә. Ҡатынына
эйәреп Илнур ҙа театр менән мауығып
китә. Уның да, балаларҙың да театрҙа
уйнаған ролдәре бар.

2024 йылда Лилиә Ғәниеваға биш балаға намыҫлы тәрбиә биргәне,
уларҙың һаулыҡтарын, уҡыуҙарын, рухи һәм физик үҫештәрен хәстәрләгәне
өсөн “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла.
Ғаилә башлығы Илнур Ишембай
катализаторҙар заводында өлкән аппаратсы булып эшләп йөрөгәндә 2025
йылдың декабрендә махсус хәрби
операцияла хеҙмәт итеүгә килешеү
төҙөй. Яугир февраль айында яраланып, госпиталдә бер ай дауалана.
Әлеге мәлдә Илнур реабилитация үтә.
Сәләмәтлеген нығытып, көс йыйып кире
алғы һыҙыҡҡа барырға йыйына.

- Икебеҙ ҙә әүҙем, мәҙәни сараларҙы ла, спорт ярыштарын да ҡалдырмайбыҙ. Балаларға беҙ өлгө күрһәтергә тейеш. Бер-беребеҙҙе ым-ишаранан, күҙ ҡарашынан аңлап торабыҙ. Теләһә ниндәй проблеманы ла уртаға һалып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшәбеҙ. Беребеҙ һөйләмдең башын әйтһә, икенсебеҙ аҙағын бөтөрөп ҡуя. “Эйе, әле генә шуны уйлап, һиңә әйтәйем, тип ултырһам, үҙең әйттең дә ҡуйҙың” - тип йылмайып ҡуя Илнур. Ҡәҙерлемде тормош юлымда осратыуыма ҡыуанып бөтә алмайым, әле булһа яҙмышыма ҡат-ҡат рәхмәт белдерәм, - тип һүҙен тамамланы Лилиә Ғәниева.


Фотолар: ғаилә архивынан.

Күп балалы ғаилә емешле ағас кеүек
Күп балалы ғаилә емешле ағас кеүек
Күп балалы ғаилә емешле ағас кеүек
Күп балалы ғаилә емешле ағас кеүек
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас