

Районға юл төшкәндә Петровск мәҙәниәт йортона һуғылдыҡ. Иртә булыуға ҡарамаҫтан унда егермеләп ҡатын-ҡыҙ йыйылғайны. Уларҙы беҙ 340-ынсы селтәр үреү мәлдәрендә тап итек. Күптән беҙҙең яҡшы таныштарға әйләнеп бөткән, изге йөрәкле апай-инәйҙәр йылмайып ҡаршы алды.
- Селтәр үреү эшен иң беренсе 2023 йылдың 13 ноябрендә ветеран уҡытыусылар менән башлап ебәрҙек. Һуңынан башҡа ауылдаштар ҙа ихлас килеп ҡушылды. Хәҙер йылдан-йыл күбәйә барабыҙ. Элек бер селтәрҙе 3-4 көн үрһәк, әле бөр көндә ике селтәр бөтөрәбеҙ. Селтәргә материалдар менән Ишембайҙан “Благодарим” ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Альмира Шәрәфетдинова ярҙам итә. Үреү өсөн станокты Сергей Уразлов ҡороп бирҙе. Үҙебеҙҙең элекке уҡыусыларыбыҙға, башҡа яугирҙарға ла теләктәр теләп, доғалар уҡып, эшебеҙҙе изге ниәт менән башҡарабыҙ. Яңыраҡ Артур тигән егетебеҙҙең махсус һорауы буйынса 3х12 размерлы оҙон өс селтәр бәйләнек. Ғәҙәттә, селтәрҙәребеҙҙең киңлеге - 3 метр, оҙонлоғо - 6 метр. Әлбиттә, бының менән генә сикләнмәйбеҙ, машина, коптер, электросамокат, генератор алырға даими рәүештә аҡсалата ярҙам күсереп торабыҙ. Икмәк киптереп, туҡмас киҫеп, йөн ойоҡбаштар бәйләп, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Иң мөһиме, иҫән-һау ғына йөрөһөн инде, балаҡайҙар, - тип таныштырҙы эштәре менән ветеран уҡытыусы Светлана Кәримова.
Мәҙәниәт йорто тотош бер цехты хәтерләтә. Әгәр фойела егермеләгән ҡатын-ҡыҙ селтәрҙәргә таҫмалар бәйләһә, мәҙәниәт йорто мөдире Снежана Мурсаикованың кабинетында таҫмалар киҫеп әҙерләнә. Таҫма киҫеү өсөн ағас ҡоролманы ауылдаштары Рөстәм Әхмәтйәнов эшләп килтергән. Ҡыҙҙар бер метр самаһы оҙонлоҡтағы таҫмаларҙы киҫеп, уның ситтәренән шыршы формаһында ҡырҡҡыслап тора.
- Был эштә лә үҙенә күрә оҫталыҡ кәрәк. Күреүегеҙсә, беҙ линейка, үлсәгестәр менән эш итмәйбеҙ. Күптән күҙ менән самалап эшләргә өйрәнгәнбеҙ. Тегендә фойела ҡыҙҙар тиҙ эшләй, шуға күрә беҙгә лә таҫмаларҙы ваҡытында өлгөртөп торорға кәрәк, - ти мәҙәниәт йортонда аккомпаниатор булып эшләүсе Наталья Зубкова. Бинаның икенсе ҡатында урынлашҡан китапханала ла эш ҡыҙыу бара. Бында ҡыҙҙар селтәрҙең ситтәренә ептәр бәйләй.
- Ярҙамға йыш ҡына китап уҡыусыларҙы, мәктәп балаларын саҡырабыҙ. Уларҙы бәләкәйҙән йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштырып, эшкә өйрәтеп үҫтерәбеҙ. Ярҙам ҡулы һуҙған, һалдаттарыбыҙҙың тормошона битараф булмаған барлыҡ ауылдаштарыбыҙға, яҡташтарыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Һәр береһе үҙ өлөшөн индерергә шатланып ризалаша, - тип белдерҙе китапханасы Анастасия Гулёнина.
Яңыраҡ ҡына район ирекмәндәре тарафынан әҙерләнгән гуманитар ылауҙы, шул иҫәптән Петровск ауылы халҡы тарафынан бәйләнгән маскировка селтәрҙәрен яҡташыбыҙ Салауат Ғәлимов алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға иҫән-һау тапшырып ҡайтты. Күңел йылыһы һалып, изге теләктәр ҡушып үрелгән селтәрҙәр кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып ҡала икән был беҙгә оло ҡыуаныс, ти Петровск халҡы. Бик тиҙҙән илгә тыныслыҡ килеп, был яу селтәрҙәре, блиндаж шәмдәре, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген хәтерләтеп, музейҙарға ғына һаҡланып ҡалыр, тип ышанғы килә.
Автор фотолары.