Йәмғиәт
18 Апрель , 09:00

ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ

Этҡол моделле ауыл китапханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ, «Рәхмәт» ҡушаматлы яугир менән осрашыу үтте. Был сара тыл менән фронт араһындағы йылы күпергә әүерелде.

ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ
ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ

Осрашыуға өлкән быуын вәкилдәре лә, урта йәштәгеләр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла йыйылды. Яугир егетебеҙ махсус хәрби операцияла диңгеҙ пехотаһының 810-сы бригадаһында бер йыл хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына яра алғандан һуң дауаланып, отпускыға ҡайтҡан ине.

Ҡунаҡ үҙенең хеҙмәттәштәре, хәрби көнкүреш, алғы һыҙыҡтағы ауырлыҡтар һәм бурыстар тураһында ихлас һөйләне. Ул яугирҙарҙың көн дә ҙур батырлыҡ күрһәтеүен, Ватан өсөн, беҙҙең тыныс тормош өсөн көрәшеүен билдәләне. Айырыуса ҡыуаныслыһы – тылдан килгән ярҙамдың ифрат кәрәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның әйтеүенсә, балаларҙың йылы хаттары – яугирҙар өсөн өйҙән килгән тере тауыштай. Шулай уҡ беҙҙең ирекмәндәр төркөмө даими ебәреп торған окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, “Леший” костюмдары яугирҙар өсөн һәр көн кәрәкле әйберҙәр булыуын әйтеп уҙҙы.

Осрашыу барышында балалар ҡунаҡҡа күп һорауҙар бирҙе. Уларҙың һорауҙары бик етди һәм күңелдән сыҡҡан ине: «Алғы һыҙыҡта ҡурҡынысмы?», «Нисек ял итәһегеҙ?», «Һеҙгә нимә күберәк кәрәк?». «Рәхмәт» һәр һорауға ихлас һәм тулы итеп яуап бирҙе.

Осрашыу аҙағында яугир Этҡол ауылының ирекмәндәр төркөмөнә үҙенең хеҙмәттәштәре өсөн ярҙам йыйыуҙы дауам итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Ирекмән апайҙарыбыҙ әлбиттә, ризалыҡ бирҙе. Улар был эштән туҡтамаҫҡа һәм яҡташтарыбыҙға мөмкин тиклем күберәк ярҙам еткерергә вәғәҙә бирҙе.

Бындай осрашыуҙар беҙҙе берләштерә, тыл менән фронт араһындағы бәйләнеште нығыта. Ә был берҙәмлек – еңеүҙең иң ныҡлы нигеҙе.

Ауылдашыбыҙ ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияһы биләмәһенә юлға сыҡты. Беҙ “Рәхмәт”кә һәм уның хеҙмәттәштәренә һаулыҡ, рух ныҡлығы, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.


Автор фотолары.

ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ
ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ
ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ
ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас