Йәмғиәт
17 Апреля , 09:00

Ир-егеттең даны фиҙаҡәр хеҙмәтендә таныла

17 апрель – Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө

Ир-егеттең даны фиҙаҡәр хеҙмәтендә танылаИр-егеттең даны фиҙаҡәр хеҙмәтендә таныла
Ир-егеттең даны фиҙаҡәр хеҙмәтендә таныла

Йыл һайын 17 апрелдә илдә Эске эштәр органдары һәм Эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө билдәләнә. Был датаның үҙ тарихы бар – 1991 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй Эске эштәр органдары һәм Эске ғәскәрҙәр ветерандарының советы барлыҡҡа килә. Ләкин байрамды илдә 2011 йылдан башлап ҡына билдәләй башлайҙар.

Ошо дата уңайынан матур йоланы дауам итеп, редакцияға Ишәй ауылында йәшәүсе Ришат Миңлеғәле улы Сәйфетдиновты ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Уның йөкмәткеле хеҙмәт юлы тураһында белеү күптәргә ҡыҙыҡ та, фәһемле лә булыр. Ришат ағай Ишәй ауылында Рауза һәм Миңлеғәле Сәйфетдиновтар ғаиләһендә 1956 йылдың 10 мартында донъяға килгән. 8-се класты тамамлағандан һуң, Салауат индустриаль техникумында автомеханик һөнәрен үҙләштерә. 1975-1977 йылдарҙа Горький ҡалаһында радиотехника ғәскәрҙәрендә бригада командиры водителе булып хеҙмәт итә. Ике йылдан хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан йәш егет Стәрлетамаҡ синтетик каучук етештереү заводына водитель булып эшкә урынлаша. Артабан 1979 йылда Ишәй ауылы мәктәбендә хәрби етәксе
булып эш башлай.

- Минең бурыс уҡыусыларға автоматты ҡороп һүтергә өйрәтеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә төшөндөрөү, бер һүҙ менән әйткәндә, армия хеҙмәтенә әҙерлекте тәьмин итеү ине, - тип иҫкә төшөрөп үтте Ришат Сәйфетдинов. - Ул саҡтарҙа хәрби уҡыу-ялан сборҙары Яңы Әптектә үтә торғайны. Үҫмерҙәргә үҙ ауылындан ситкә сығып, хәрби лагерҙа теоретик белемде күнекмәләр менән нығытыу оҡшай торғайны. Ватан алдында үҙ бурысыңды үтәү тигән тойғо көслө булды.

Ришат Сәйфетдинов мәктәптә эшләгән осорҙа Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад-география факультетында ситтән тороп белем ала. 1982
йылда комсомол юлламаһы менән Эске эштәр органдарына хеҙмәткә урынлаша. Тәүҙә Эске эштәр буйынса район идаралығының Петровск бүлексәһендә дәүләт автомобиль инспекцияһының юл-патруль инспекторы булып эшләй. Артабан яуаплы, тырыш хеҙмәткәргә иҡтисади енәйәт бүлексәһендә өлкән оперуполномоченный эшен тәҡдим итәләр. Заманына ярашлы, бындағы хеҙмәт социалистик милекте урлауға ҡаршы көрәшкә ҡайтып ҡала.

Ришат Миңлеғәле улы Петровск бүлексәһе начальнигы вазифаһына һәм майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Уның фиҙаҡәр эше «Яҡшы хеҙмәте өсөн» миҙалдары, БР буйынса Эске эштәр министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты менән билдәләнә.

Эске эштәр органдары хеҙмәтенән хаҡлы ялға сыҡҡас, 2002 йылда Ришат Сәйфетдинов Ишәй ауыл Советы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнә. Ул бөтөнләй икенсе өлкәгә ҡараған эш алдында баҙап ҡалмай. БДУның иҡтисад-география факультетында алған белем дә, Эске эштәр органдары
хеҙмәтендә тупланған тәжрибә лә был тармаҡта бик кәрәкле булып сыға. 2009 йылда ауыл Советтарында яңыса үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, Ришат Миңлеғәле улы эште ҡалдырырға була. Ләкин ул йәмәғәт эшмәкәрлеген дауам итеп, әле булһа ла халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй.

Яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә ҡыҫҡаса туҡталып киткәндә, Ришат ағайҙың хәләл ефете Рәмилә Әхмәтзада ҡыҙы күп йылдар рус теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ул мәктәп директоры вазифаһына етеп хаҡлы ялға сыға. Ирле-ҡатынлы Сәйфетдиновтар ике ул тәрбиәләп, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтыра. Илнур Ришат улы Башҡортостан Хөкүмәтендә эске сәйәсәт буйынса баш белгес булып хеҙмәт итә. Рөстәм һөнәре буйынса инженер-электрик, Өфө ҡалаһында үҙенең шәхси предприятиеһын булдырған. Бөгөн Рәмилә һәм Ришат Сәйфетдиновтар – ике ейәнгә, өс ейәнсәргә бәхетле олатай-өләсәй. Балаңдың балаһы балдан татлы, тигәндәй уларҙың уңыштарын күҙәтеп, именлегенә һөйөнөп, ололарса кәңәштәре менән ярҙам итеп ғүмер көтә улар.

Ил хәүефһеҙлеге, халыҡ именлеге һағында торған Эске эштәр органдары һәм Эске ғәскәрҙәр ветерандарының байрамы ҡотло булһын. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте ғорурлыҡ тойғоһо уята, өлгө булып изге ғәмәлдәргә дәртләндерә. Лайыҡлы хаҡлы ялдарында оло ҡыуаныстар кисереп, ҡәҙерхөрмәттә бәхетле йәшәргә яҙһын.


Фото шәхси архивтан.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас