Йәмғиәт
17 Апреля , 13:00

Байғужалар батырҙарын онотмай

Ауылдарҙа Бөйөк Еңеүгә ҡарата әҙерлек эштәре башланды. Яңыраҡ Байғужа ағинәйҙәре ойошмаһы Афғанстан һуғышы ветерандары менән берлектә ауылдың үҙәгендә урынлашҡан Еңеү паркында бергәләп өмә ойошторҙо.

Байғужалар батырҙарын онотмайБайғужалар батырҙарын онотмай
Байғужалар батырҙарын онотмай

- Геройҙар паркы – ауылыбыҙҙың дүрт быуын һуғыш батырҙарын хәтерләтеп торған урын. Бында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказ һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлдәр тора. Тарих һөйләгән һәйкәлдәрҙе һаҡлау, ҡәҙерләп киләсәк быуынға еткереү бөтәбеҙҙең дә изге бурысы. Шуға күрә быйыл да йыйылышып, өмә ойошторҙоҡ. Был изге эштә беҙгә һәр ваҡыттағыса районыбыҙҙың Афғанстан һуғышы ветерандары союзы егеттәре ярҙамға килде, - тип белдерҙе ағинәйҙәр.

Афғансыларҙың ярҙамға килеүе, бындай өмәләрҙә ҡатнашыуы беренсегә түгел. Ошо ауылда тыуып үҫеп, утлы афған һуғышын үткән, хәҙер мәрхүм булған Булат Баһауетдиновтың иҫтәлегенә улар ошолай йыйылышып, изге эш башҡара. Быйыл да ауыл халҡының ниәтен белеп ҡалыу менән Евгений Наумов, Рузэль Кульшеков, Александр Титов, Олег Агафонов, Марат Кәлимуллин, Евгений Борщев, Сулпан Ҡотлобаев, Абдулхай Шәрипов, Рәшит Таһиров, Евгений Стадольников хеҙмәт ҡоралдарын тотоп килеп етә. Өмәселәр һәйкәлдәрҙе мүктәрҙән таҙартып, ҡупҡан урындарын тигеҙләп, буяп, яңы төҫ индергән. Парк эсендәге эскәмйәләрҙең таҡталарын алмаштырған, парктың тирә-яғын кипкән үләндәрҙән таҙартҡан. Материалдар өсөн бөтә ауыл халҡы бергәләп аҡса йыйған. Ағинәйҙәргә һәм ветерандарға, башҡа ауылдаштар ҙа ихлас ҡушылған. Бергәләгәндә эш тә ырамлы. Өмәселәрҙе ағинәйҙәр ҡайнар аш һәм үҙҙәре бешереп килтергән тәмлекәстәр менән һыйлаған.

Һәйкәлдәрҙе ҡәҙерләп, үткәндәрҙе онотмай, хөрмәт һаҡлап йәшәгән Байғужа халҡының һәм дуҫлыҡҡа тоғро булған Афған һуғышы ветерандарының берҙәмлеге тик хөрмәткә һәм һоҡланыуға лайыҡ.


Гөлимә ХӘКИМОВА фотолары.

Байғужалар батырҙарын онотмай
Байғужалар батырҙарын онотмай
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас