Йәмғиәт
14 Апреля , 09:00

Ярҙам итеү – уның булмышы

Йылдан-йыл арабыҙҙа сәләмәт йәшәү рәүешен алып барған кешеләр арта. Улар экологик таҙа, тәбиғи аҙыҡ-түлеккә, тән сәләмәтлеге менән бер рәттән рухи сәләмәтлеккә лә өҫтөнлөк бирә. Сәлих ауылының модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Әлиә Ғафарова гәзит уҡыусыларыбыҙҙы сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡарашта булырға әйҙәй.

Ярҙам итеү – уның булмышыЯрҙам итеү – уның булмышы
Ярҙам итеү – уның булмышы

Ауыл фельдшерының иңдәрендә икеләтә яуаплылыҡ, оло бурыс ята. Сөнки ул ауылда бөтә тар белгестәрҙе үҙ эсенә ала. Һәр кем ярҙам һорап, ҙур өмөттәр менән иң беренсе ауыл фельдшерына килә.

- Әсәйем миңә бәләкәйҙән, беҙҙең ғаиләлә медицина хеҙмәткәре булырға тейеш, тип әйтә килде. Шуға был миңә һеңеп ҡалғандыр тип уйланым. Үҙемдең дә сәләмәтлек һағында булғым килә ине, - ти Әлиә Ғафарова.

Сәлих ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ медицина колледжында уҡый, фельдшер һөнәрен ала. Хеҙмәт юлын 2008 йылда Перегонный ҡасабаһының фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып башлай. Унда ун йыл эшләп ҙур тәжрибә туплай.

Әлиә Ишбулды ҡыҙы тормош иптәше Радик Зөфәр улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

- Балалар менән декрет ялында оҙаҡ ултырырға тура килмәне, Сафина менән - 8 ай, Арыҫлан менән - 1 йыл, төпсөгөбеҙ Иҙел тыуғас ҡына өс йыл декрет ялында булдым, - ти фельдшер. 2017 йылдан алып Әлиә Ғафарова “Земство фельдшеры” программаһы буйынса Сәлих ауылының фельдшеракушерлыҡ пунктында эшләй. Ишембайҙа йәшәһә лә, Сәлихҡа ул ваҡытында барып етә. Ниндәй генә һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибәле белгес “тимер аты”нда пациенттарына ашыға. Әлиә Ишбулды ҡыҙы ҡарамағында Сәлих, Козловка, Яңы Ивановка, Богдановка ауылдары халҡы ҡарай. Фельдшерҙан эш көнөнөң нисек үтеүе хаҡында һорашам.

- Иртән ауырыуҙар укол эшләтергә килә. Балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә прививкалар яһайым. Кемгәлер ашығыс ярҙам кәрәк булһа, өйҙәренә барам. Кәрәк
булһа, тиҙ ярҙам хеҙмәтен саҡыртам. Аҙнаһына ике тапҡыр пациенттарҙан анализдар алам. Ауырыуҙарға ЭКГ үткәрәм, ул компьютер аша табипҡа ебәрелә. Көн оҙононда уның һөҙөмтәһе билдәле була. Өс айға бер ауылға флюорограф ҡоролмаһы килә. Айына бер тапҡыр Ишембай үҙәк район дауаханаһынан транспорт бирелә. Беҙ күрше ауылдарға сығып, ҡалаға килә алмаған пациенттарҙан анализдар алабыҙ, гинекологик тикшеренеүҙәр үткәрәбеҙ, - ти Әлиә Ғафарова.

2024 йыл аҙағында Сәлихта яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты. Медицина учреждениеһы  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы буйынса төҙөлә.

Әлиә Ишбулды ҡыҙы әйтеүенсә, башлыса уға пациенттар гипертония, остеохондроз, бронхит, үпкә ауырыуҙары сирҙәре менән мөрәжәғәт итә. Ауыл фельдшеры үҙ эшен яратып башҡара, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Ул үҙенең иңдәрендә оло бурыс ятҡанлығын яҡшы аңлай. Ярҙамсыл да, тәүәккәл дә ул. Бигерәк тә бөгөнгө ҡатмарлы заманда уға ошо тәүәккәллеге ярҙам итәлер ҙә.

- Фельдшерыбыҙ кешеләрҙе дарыу менән генә түгел, ә үҙенең йылы һүҙе менән дә дауалай. Ауырып медпунктҡа килгән кешегә Әлиә Ишбулды ҡыҙының йылы һүҙе, хәстәрлекле тауышы - үҙе дауа, - тиҙәр уның хаҡында пациенттары.

- Һаулыҡ - кеше тормошоноң нигеҙе, һаулыҡ булғанда ғына һәр кем үҙенең теләгенә ирешә, тирә-йүнде танып белә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, һәм һәр
нәмәнән ҡәнәғәтлек таба. Пациенттарыма һаулыҡтарын һаҡлаһындар тип әйтер инем. Табиптар билдәләгән дауалау курстарын ваҡытында үтһендәр, аҙаҡҡа тиклем
һуҙып йөрөмәһендәр. Ауылдарҙа табипҡа күренергә, хатта анализдар тапшырырға теләмәгән, үҙҙәренең һаулығына битараф кешеләр юҡ түгел. Үҙегеҙҙә хәлһеҙлек тойһағыҙ, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ. Иң мөһиме, йыл да диспансеризация үтергә онотмағыҙ, - тип үҙенең кәңәштәрен бирә Әлиә Ғафарова.


Фото ғаилә архивынан.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас