

Уға флюорографтар, һанлы маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, ҡан алыу һәм биохимик анализдар башҡарылған фельдшер-акушерлыҡ пункттары инә. Районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарында йәшәүселәр ҙә тикшереү үтеп, тар йүнәлешле белгестәрҙән ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Күсмә медицина бригадаһының сығыу графигы: Ҡолғона – 18-19 июндә, Петровск – 22-24 июндә, Маҡар – 25-26 июндә, Верхотор - 29 июндә, Үрге Этҡол - 30 июндән 1 июлгә тиклем, Яңы Әптек – 2-3 июлдә.
Ҡабул итеү бушлай, алдан яҙылыу талап ителмәй. Үҙегеҙ менән паспорт, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, СНИЛС алырға кәрәк.
Фото редакция архивынан.