Йәмғиәт
13 Апреля , 09:00

“Беҙ һуғыш яланында булғанда юғалтыуҙар күпкә кәмерәк”

Ишембайҙан пилотһыҙ осоу аппараты операторы алғы һыҙыҡтағы хеҙмәте тураһында һөйләне

“Беҙ һуғыш яланында булғанда юғалтыуҙар күпкә кәмерәк”“Беҙ һуғыш яланында булғанда юғалтыуҙар күпкә кәмерәк”
“Беҙ һуғыш яланында булғанда юғалтыуҙар күпкә кәмерәк”

Мәҡәләмдең геройы - ябай йәш егет, улар ҡалабыҙҙа күп. Әммә уның тарихы үҙенсәлекле, ул батырлыҡ, илһөйәрлек һәм киләсәккә ышаныу өлгөһө булып тора.

Ишембайҙан Артем Усов 21 йәшендә генә ике балаға атай була, хәрби һынауҙар үтә һәм ауыр яралар ала. Уның тәжрибәһе - донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләгән йәш
быуындың да дәүләттең терәге була алыуын иҫбатлай. Артем Усов һөнәре буйынса автомеханик. Был өлкәлә ул оҙаҡ эшләмәй, күп ваҡытын компьютер техникаһы менән шөғөлләнеүгә бағышлай.

Махсус хәрби операцияның тәүге айҙарында уҡ был һуғыштың икенсерәк булыуы асыҡлана. Технология көрәше бара, бында автомат түгел, ә джойстик күп кенә алыштарҙың һөҙөмтәһен хәл итә. Фронтта техник белгестәрҙең етешмәүе асыҡланғас, Артем Усов 19 йәшендә контрактҡа ҡул ҡуя һәм Ватанды яҡларға китә.

- Күп кенә таныштарым минең һуғышҡа барыуымды күҙ алдына килтерә алманы, ҡарарыма бик ғәжәпләнделәр. Мин армияла хеҙмәт итмәнем, әммә бала саҡтан уҡ атайым илһөйәр итеп тәрбиәләне. Шуға күрә мин: “Тыуған илгә һөйөүемде әле булмаһа ҡасан иҫбатлармын?” тип уйланым. Ул ваҡытта ҡатыным һәм улым бар ине. Иң ҡыйыны ҡатыныма тура килде, әммә ул минең төшөнкөлөккә бирелмәүемде, тәүәккәл ҡарашта булыуымды күреп ҡарарымды ҡабул итте. Ул ныҡлы терәк булмаһа миңә ауырға тура килер ине, – ти Артем.

Яҡташыбыҙ өс ай буйына Екатеринбургта пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү нескәлектәренә өйрәнә. Уҡыу теорияны ла, полигондарҙа практик дәрестәрҙе лә үҙ эсенә ала.

- Беҙ ике йүнәлеште: квадрокоптерҙарҙа - улар һуғыш яланын күҙәтергә, артиллерияны һәм авиацияны төҙәтергә, йөк ташларға мөмкинлек бирә, шулай уҡ FPVдрондарҙа – улар ярҙамында дошманға нөктәле һөжүмдәр яһарға мөмкин, эшләүҙе үҙләштерҙек. Иң мөһиме, һуғыш яланында тиҙ арала файҙа килтерергә кәрәклеген аңланыҡ, тип билдәләй яугир.

Артем Усов штурмлау ротаһында һәм разведкала хеҙмәт итә. Тәүге көндәрҙә үк ул алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараты операторының эше дрон менән идара итеү һәм мониторға ҡарап ултырыу ғына түгеллеген аңлай. Штурмлау  төркөмдәре менән команда эше төҙөү, шул уҡ ваҡытта тиҙ һәм һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү мөһим була. Беренсе заданиенан һуң командование квадрокоптерҙарҙың булыуы һуғыштағы хәлде яҡшыртыуын, юғалтыуҙарҙың кәмеүен билдәләй.

- Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениелар өсөн хәүефте кәметә. Дрондар менән идара итеүҙә, әлбиттә, бик күп нескәлектәр бар: ҡатмарлы шарттарҙа эшләй белергә, яугирҙар менән үҙ-ара аралашырға кәрәк, – тип аңлатты Артем Усов. - Эштең мөһим өлөшө булып элемтә, маскировка, дошманды урап үтеү өсөн ҡулайлы урындар эҙләү тора.

Үҙ бурыстарынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары яралыларҙы һуғыш яланынан мотоциклдарҙа эвакуациялай. Йәйәүләп йәки носилкаларҙа һалдаттарҙы беренсе медицина ярҙамына алып барып өлгөрмәйҙәр, ә автомобилдәр өсөн күп осраҡта юлдар ябыҡ була. Позицияларҙы тиҙ үҙгәртә белеү - пилотһыҙ осоу аппараттары операторы өсөн кәрәкле оҫталыҡ. Бер ваҡыт Артем Усов өсөн ул шәхси һынау була. 2024 йылдың октябрендә мотоциклдарҙағы операторҙар төркөмө таныш маршрут буйынса хәрәкәт итә. Һәм ҡапыл туранан-тура яугирҙарға дошман дроны осоп килгәнен күрәләр.

- Беҙ мотоциклдарҙан һикерҙек, яҡындағы урман һыҙатына йүгерҙек. Унда яланғас ағас олондары ғына тора, йәшеренергә урын юҡ тиерлек. Һәм төркөм булып бармаҫ өсөн, мин иптәштәремә дронға ҡаршы хәрәкәт итергә ҡуштым, ә үҙем уның траекторияһы буйлап йүгерҙем. Бындай тактика пилотһыҙ осоу аппараты хәрәкәт йүнәлешен үҙгәртмәһен һәм яугирҙарға зыян килтермәһен өсөн ҡулланыла. Дрон миңә яҡынлашып килгәндә, ағас артына ҡастым, - тип хәтерләй яугир. - Мин йығылдым, ә дрон яҡында ғына минала шартланы, ярсыҡтары янымдан ғына осоп китте. Әгәр был мина булмаһа, дрон мине алып китер ине, тип уйлайым.

Артем контузия ала, мөһим артерияһы зыян күрә, шул арҡала ҡанын күп юғалта. Ул яраланғандан алып госпиталгә тиклем үҙ аңында була, хәрби иптәштәренә нимә эшләргә, ниндәй укол яһарға кәрәклеге тураһында кәңәштәрен бирә. Бынан һуң яугир өс операция үткәрә һәм демобилизациялана. Бөгөн махсус операция ветераны өйҙә, яҡындары араһында. Күптән түгел йәш парҙың тағы бер балалары донъяға килгән. Ғаилә башлығы автомеханик һөнәре менән бәйле үҙ эшен асырға хыяллана. Хеҙмәте тураһында геройыбыҙ һис үкенмәй иҫкә ала. Әгәр бөтәһен дә яңынан үтергә тәҡдим итһәләр, шулай уҡ эшләр инем, ти. Сөнки Ватанды һаҡлау – ир-егеттең төп бурысы.

Фото МХО ветеранының шәхси архивынан.

Автор:Алёна Чернова
Читайте нас