

Беҙ Илнур менән теүәл дүрт йыл элек апрель айында таныштыҡ. Яҡташыбыҙ “Ҡаҙаҡ”, “Агроном”, “Чича”, “Айыу” һәм “Торнадо” ҡушаматлы яугирҙар менән редакциябыҙға
килгәйне. Ул саҡта алғы һыҙыҡҡа егеттәр аша тепловизорҙар оҙатырға әҙерләнеп йөрөй ине.
Шул уҡ ваҡытта Илнур Зәйнуллин ауылдаштары менән бергә Пенза ҡалаһында хәрби күнекмәләр үткән яҡташтарға гуманитар ярҙам да алып барып тапшырғайны. Икенсе юлы Ишәй егеттәре Луганск Республикаһының Петровское ҡалаһында урынлашҡан коррекция мәктәбенә балаларға кейем, уйынсыҡтар һәм төрлө тәм-том әҙерләп оҙатҡайны. Ошо дүрт йыл эсендә бындай хәйриә акциялары бермә-бер ҡабатланып торҙо.
Өс аҙна элек Илнур Зәйнуллин махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарға «Lada Niva 4х4» маркалы автомобиль һатып алып ебәрҙе. Ҡыуаныслы хәбәр үҙен оҙаҡ көттөрмәне, гуманитар ылау менән бергә барған техниканы “Сидор” ҡушаматлы яҡташыбыҙ ҡаршы алды. Ул Илнурға рәхмәт әйтеп, алғы һыҙыҡтан видео һалып ебәргән.
Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеп, изге эштәр башҡарған Илнур Зәйнуллинға уңыштар ғына теләйһе ҡала!
Илнур ЗӘЙНУЛЛИН фотоһы.