Йәмғиәт
11 Апреля , 08:00

Күңел киң баҫыуҙарға тартыла

Ауыл эшсәндәренең яҙғы-баҫыу эштәренә әүҙем әҙерләнгән мәле. Районыбыҙҙың “Лейтер Е. Г.” крәҫтиән-фермер хужалығында барған эштәр менән танышыу маҡсатында Петровск яҡтарына юл тоттоҡ. Бында техниканы нығытыу былтырғы йылдың аҙағында уҡ башланған. Ваҡытында запас частар килтерелгән, техниканы ремонтлау өсөн шарттар булдырылған. Әле ремонт эштәре аҙағына яҡынлаша. Предприятие ҡеүәтле техник базаға эйә, йыл һайын яңыртып та торалар.

Күңел киң баҫыуҙарға тартылаКүңел киң баҫыуҙарға тартыла
Күңел киң баҫыуҙарға тартыла

Камаз, трактор-агрегаттар, ер эшкәртеү машиналары... Улар эргәһендә ир-егеттәр ҡайнаша. Һәр кем үҙенең техникаһын йүнәтә, техник тикшереүгә әҙерләй. Ер эшен яратҡан, ергә ғашиҡ механизаторҙар эшләй бында.

- Стәрлетамаҡ районының Алатана ауылынан көн һайын бында эшкә йөрөйөм. КА700 тракторында өсөнсө йыл эшләйем. Ғөмүмән, тракторсы булып эшләүемә 30 йыл. Техниканы һәр шөрөбөнә тиклем яҡшы беләм. Шуға күрә уны күптән яйлап-майлап ҡуйҙым. Күңел киң баҫыуҙарға талпына. Алла бирһә, ер кипкәс тә сәсеүгә төшөрбөҙ, тип торабыҙ. Әле бына иптәшемә сәскестәрҙе ремонтларға, дискыларҙы йүнәтергә ярҙам итәм, - ти ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләүсе Шамил Минебаев.

Тағы ла бер алдынғы хеҙмәткәр менән танышабыҙ. Сергей Вочинцев 42 йыл ауыл хужалығында эшләй. “Лейтер Е. Г.” крәҫтиән-фермер хужалығында 16 йыл көндө төнгә
ялғап, тракторы менән баҫыу киңлектәрен иңләй.

- Әлеге ваҡытта көҙ көнө сәсеп ҡалдырылған ужымға ашлама индерәбеҙ. Унан сәсеүгә төшәсәкбеҙ. Һуңынан бесәнгә төшөргә лә ваҡыт етә. Ә көҙ көнө комбайнға ултырам. Шулай колхоз кешеһенең ғүмере күҙ асып йомғансы үтә лә китә, - ти хужалыҡтың иң алдынғы һәм тәжрибәле механизаторы.

“Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Ишембай районы буйынса бүлеге начальнигы Илшат Әхмәтйәнов әйтеүенсә, хужалыҡтың 12 мең гектар ере бар. Баҫыуға тулыһынса ашлама индерелгән. “Лейтер Е. Г.” хужалығы Ульяновск, Һамар, Өфө ғилми институттары менән хеҙмәттәшлек итә. Тик элиталы орлоҡтар ғына сәселә.

- Әлеге ваҡытта келәттә 200 тонна «Урал-2» тип аталған элиталы һоло орлоғо бар. Уларҙың 60 тоннаһы ағыуланған. Һолоно 300-400 гектар ергә сәсәсәкбеҙ. Артып ҡалғанын районыбыҙҙың башҡа хужалыҡтарына тәҡдим итәбеҙ. Унан тыш, арпа, ҡарабойҙай, көнбағыш, иген культуралары сәселә. Хужалыҡта 100-ҙән ашыу берәмек техника бар. Эшсе көстәр ҙә етерлек. Ямғырҙар туҡталып, көн торошо көйләнгәс тә, күп йыллыҡ үләндәргә өҫтәмә ашлама индерәсәкбеҙ. Быйыл да яҙғы баҫыу эштәрен тиҙ арала һәм уңышлы тамамлауыбыҙға шик юҡ, - тине Илшат Дилмәт улы.

Ауыл эшсәндәренең хеҙмәтенә ҡарап афарин тиергә һәм уңыштар теләргә генә ҡала.

Автор фотолары.

Күңел киң баҫыуҙарға тартыла
Күңел киң баҫыуҙарға тартыла
Күңел киң баҫыуҙарға тартыла
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас