Йәмғиәт
10 Апреля , 09:00

Яҡындарыңды иҫкә ал, улар рухына доға ҡыл...

Ошо изге ниәт менән Кинйәбулат ауылы мәсетендә бик матур сара ойошторолдо. Кинйәбулат ауылы халҡы ихтирамлы дин әһеле Сәрүәретдин хәҙрәтте ололап иҫкә алды. Сараға балалары, туғандары, район имамдары, күренекле яҡташтарыбыҙ, ғөмүмән, хәҙрәтебеҙҙе белгәндәр һәм хөрмәт иткәндәр йыйылған ине.

Яҡындарыңды иҫкә ал, улар рухына доға ҡыл...Яҡындарыңды иҫкә ал, улар рухына доға ҡыл...
Яҡындарыңды иҫкә ал, улар рухына доға ҡыл...

Мәжлесте Ишембай районы имам-мөхтәсибе һәм Ишембай "Йәмиғ мәсете" имам-хатибы Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин асты. Ул Сәрүәретдин хәҙрәттең Ислам дине йүнәлешендә оло эш алып барыуы, халыҡ күңеленә үҙенә генә хас булған хикмәт менән юл таба белеүе, һәр кешегә ыңғай йоғонто яһай алыуы тураһында һөйләп китте. Тормошондағы үҙгәрештәр һәм бигерәк тә дин юлында уның роле Кинйәбулат мәсетендә 7 йыл бергә эшләү дәүерендә булды, тип иҫкә алды.

 Кинйәбулат ауылы мәсете имам-хатибы Рифат хәҙрәт тә үҙ сығышында Сәрүәретдин хәҙрәтте ололап йылы хәтирәләр менән бүлеште.

 Сарала Ишембай Мөхтәсибәте эргәһендә Ҡөрьәнде тулыһынса яттан белеүсе (Ҡөрьән-хафиз) Самир хәҙрәт Йәрмөхәмәтов та ҡатнашты. Ул Сәрүәретдин Ғәлләметдин улы рухына бағышлап, Ҡөрьән аяттары уҡыны, йәмәғәт менән доға ҡылынды.

 Сәрүәретдин хәҙрәт төп ауыл кешеһе булғанғамы, әллә бар кеше менән дә уртаҡ тел таба белгәнгәме икән, уны барыһы ла әле лә хөрмәт итеүе, яҡын күреүҙәре һоҡландырҙы. Сәрүәретдин Ғәлләметдин улы 1929 йылдың 29 августында Кинйәбулат ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгәнлектәндер инде, ул нығынып көслө рухлы булып үҫә, ҡулынан килгән бар эште лә атҡарып ғаиләгә ышаныслы терәк була. Һуғыш йылдарынан һуң белем алыуын дауам итә, бухгалтерҙар курсын тамамлай. Колхозда оҙаҡ йылдар бухгалтер булып тыуған еренә, халҡына хеҙмәт итә. Халыҡты үҙешмәкәр сәнғәткә ылыҡтырыу, театр асыу ҙа уның ойоштороу һәләтенән булдырылды. Ул моңло тауышы менән бик күп конкурстарҙа ҡатнашып, күренекле йырсылар рәтендә еңеү яулар ине. Аллаһу Сүбхәнә Тәғәлә бер нимәне лә юҡҡа бирмәй бәндәһенә - Сәрүәретдин Ғәлләметдин улына ла ошо һәләттәрен хаҡ дин юлында хеҙмәт итеү өсөн биргәндер ҙә! Ғүмере ахырыһына тиклем яҡындарын, туғандарын, ауылдаштарын тура юлға өндәне, һәр кемдең йөрәгенә ислам нуры һалды. Ул барыһы менән дә ихлас һөйләшер ине, һәр кемгә иғтибарлы булды. Уның аҡыллы кәңәше күптәргә тормош проблемаларын еңеүгә еңеллек бирер, дөрөҫлөктө асыр ине. Ауылда Аллаһ йорто - яңы мәсет балҡыуы ла уның ихлас ойоштороп ебәреүенән.

 Мәжлестәгеләрҙе Сәрүәретдин хәҙрәтте һағыныу аша йылы хәтирәләр сорнаны. Билдәле Шаһиевтәр ғаиләһенән Әхәт һәм Харис Хызыр улдары хәҙрәтте тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Һүҙ ыңғайында ауылдаштары уларға ла мәсет төҙөүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәттәрен әйтеп үтте.

 Һүҙҙе мәсеттең мәхәллә етәксеһе Әхтәм Хәйрулла улы тотто. Ул Сәрүәретдин хәҙрәт менән эшләгән эштәргә байҡау яһап үтте, уның башлаған эштәре һаман да дауам ителеүе буйынса тулы мәғлүмәт бирҙе.

 Яҡын туғандарынан Филүс Юнир улы Сәрүәретдин хәҙрәтте хөрмәтләп иҫкә алып килеүҙәренә барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

 Хис-тойғо, бай хәтирәләр менән сорналған күркәм мәжлес һәр кемдең йөрәгендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ойоштороусыларҙан Аллаһу Тәғәлә риза булһын һәм сикһеҙ рәхмәттәрен насип итһен! Сәрүәретдин хәҙрәтебеҙҙең йәне йәннәттә булһын! Әмин!

Яҡындарыңды иҫкә ал, улар рухына доға ҡыл...
Яҡындарыңды иҫкә ал, улар рухына доға ҡыл...
Яҡындарыңды иҫкә ал, улар рухына доға ҡыл...
Яҡындарыңды иҫкә ал, улар рухына доға ҡыл...
Яҡындарыңды иҫкә ал, улар рухына доға ҡыл...
Автор:Мәҫкүрә Солтанова.
Читайте нас