Йәмғиәт
10 Апреля , 10:00

“Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылығыҙ!

18 апрелдә Ишембайҙа ҙур экологик акция үтә.

“Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылығыҙ!“Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылығыҙ!
“Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылығыҙ!

Быйыл ағастар Ленин проспектындағы, Губкин урамындағы аллеяла, Ағиҙел йылғаһы яр буйының өҫкө майҙансығында, Ә. Вәлиди скверында, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә арналған мемориалда, Йәштәр урамы буйлап, Перегонный, Кузьминовка тораҡ районында ултыртыласаҡ.

Йыйылыу урыны акция көнөндә күрһәтелгән майҙансыҡтарҙа билдәләнәсәк. Бөтә һорауҙар буйынса ҡаланың төҙөкләндереү бүлегенә 3-16-43 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Әйҙәгеҙ бергәләп ҡалабыҙҙы йәшелерәк һәм уңайлыраҡ итәйек! Үҙегеҙ менән бергә күршеләрегеҙҙе, коллегаларығыҙҙы һәм дуҫтарығыҙҙы ла алып килегеҙ.

Фото редакция архивынан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас