Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель , 14:00

Шәфҡәтле һөнәр эйәһе

Ҡолғона ауылы дауаханаһында үҙ һөнәренең оҫталары, һәләтле медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Шуларҙың береһе - 45 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған Кәфиә Ғәйсәр ҡыҙы МЫРҘАБАЕВА.

Шәфҡәтле һөнәр эйәһе
Шәфҡәтле һөнәр эйәһе

Кәфиә Ғәйсәр ҡыҙы сығышы менән Белорет районынан. Ҡолғона ауылы мәктәбендә 10-сы класты тамамлағас, уға клуб мөдире булып эшләп алырға ла тура килә.

– Бала саҡта уйнағанда һәр саҡ табип ролен үтәнем, үҙемсә укол яһап маташа инем. Аҡ халат кейгән апайҙарға ҡарап күҙем ҡыҙа торғайны. Шуға ла урта мәктәпте тамамлағас, минең алда ниндәй һөнәр һайларға тигән икеләнеү булманы. Ҡыйыу баҫып, Белорет медицина училищеһына уҡырға юлландым, – тип иҫкә төшөрә бала саҡ йылдарын Кәфиә Мырҙабаева. Ҡыҙ уҡыу йортон тамамлағандан һуң Фәрғәт Зөфәр улы менән тормош ҡора. Шул йылдарҙа йәштәр Үзбәкстан Республикаһының Заравшан ҡалаһына эшкә юллана. Кәфиә апай поликлиникаға шәфҡәт туташы, ә Фәрғәт ағай алтын приискыһында экскаваторсы булып урынлаша.

Ун йылдан һуң Мырҙабаевтар Ҡолғонаға күсенеп ҡайта. Ярайһы уҡ ҙур ғына тәжрибә туплаған Кәфиә Ғәйсәр ҡыҙы амбулаторияла шәфҡәт туташы булып эш башлай. Бәләкәй сабыйҙары булғандарҙың йорттарына барып медицина ярҙамы күрһәтә, прививкалар эшләй, уларҙы ҡабул итеүгә саҡыра, кәрәкле документация тултыра. Ә Фәрғәт Зөфәр улы Ҡолғона урман хужалығында бульдозерсы булып эшләй, аҙаҡ ауыл амбулаторияһында хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға.

Дауаханаға барған саҡта һәр кемдең белемле, яғымлы табипҡа, уколды оҫта ҡаҙаған шәфҡәт туташына эләккеһе килә. Ғүмеренең дүрт тиҫтәнән ашыу йылын балалар дауалауға бағышлаған шәфҡәт туташы Кәфиә Мырҙабаеваға ла бәләкәстәр теләп килә. Уның тураһында кескәй пациенттарының ата-әсәләренән: “Кәфиә Ғәйсәр ҡыҙының ҡулы йомшаҡ, уға ҙур рәхмәт”, – тигән йылы һүҙҙәрҙе йыш ишетеү ҙә ошо хаҡта һөйләй. Сабыйҙар менән эшләү башта ауыр тойолһа ла, бала йәнле, киң күңелле, миһырбанлы ханым улар менән уртаҡ тел табырға, үҙенә һәм медицина хеҙмәткәренә ҡарата ышаныс тыуҙырырға өйрәнеп ала. Ул шәфҡәт туташы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә психолог та булып китә. Йыш осраҡта бәләкәй ауырыуҙар менән төрлө хәлдәр булғылай. Берәүҙәр аҡ халат күреү менән илай башлай, икенселәре табип янына инмәҫ өсөн аяҡ тибеп ҡаршы тора, ҡайһылары ауыҙҙарын ҡымтып, тештәрен күрһәтмәй. Кәфиә Ғәйсәр ҡыҙы ниндәй генә осраҡтар булмаһын, уларҙы ыңғай хәл итеү юлын таба. Һөҙөмтәлә, кескәйҙәр йылмайып, хатта ҡабат килергә теләк белдереп ҡайтып китә. Шәфҡәт туташының эше табиптың уң ҡулы, алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы булыуҙан тыш, кескәйҙәр менән килешә белеүҙән ғибәрәт.

«Эшен яратып, еренә еткереп башҡара. Шуға ла бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән ул», - тиҙәр уның хаҡында хеҙмәттәштәре.

Кәфиә Мырҙабаеваның балалар дауалауға арналған фиҙаҡәр хеҙмәтен етәкселәр ҙә күреп, лайыҡлы баһалай. Ул “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” миҙалы менән бүләкләнә.

– Элек, йәшерәк саҡта, бәлки, һиҙмәгәнбеҙҙер ҙә, әммә хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына, талаптар ҙа көслө. Балаларҙы яратам, улар менән эшләүе оҡшай. Беҙҙең дауахана заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, шулай уҡ дарыуҙарға ла ҡытлыҡ юҡ, шуға мөрәжәғәт иткән кешеләр тейешле ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Һайлаған һөнәремдән тик кинәнес кенә алам, уға ныҡ өйрәнгәнмен. Эштән арып ҡайтһам да, иртәгәһен һағынып килеп етәм. Кешеләргә шатлыҡ, сәләмәтлек өләшеүҙә үҙемдең дә өлөшөм булыуына ҡыуанам, – ти ул.

Тәжрибәле белгес Кәфиә Мырҙабаева өйөндә уңған хужабикә лә. Уның өҫтәле тәмле аштарға бай, йорто ла бөхтә, таҙа. Эштә өлгөлө хеҙмәткәр булһа, өйҙә наҙлы әсә, ҡатын булып ҡала. Аҙбар тулы мал, баҡса тулы емеш-еләк аҫрай улар. Кәфиә һәм Фәрғәт Мырҙабаевтар өс балаға ғүмер биргән. Бөгөнгө көндә улар инде үҙҙәре үҙ аллы тормош көтә.

Кәфиә Ғәйсәр ҡыҙы кеүек үҙ эшен яратып башҡарған, кешеләрҙе дауалауҙан ҡәнәғәтлек алған белгестәр күберәк булһын ине, тип теләйбеҙ.

Фото шәхси архивынан.

Автор: Гөлнора Йәмилева
Читайте нас