Йәмғиәт
4 Апреля , 10:00

Алейродиданан нисек ҡотолорға?

Аҡ ҡанатлы көйә йәки Алейродида (Aleyrodidae) – үрсетмәләр өсөн иң хәүефле ҡоротҡос. Ул тиҙ үрсеүсән, үҫемлектәрҙе ныҡ хәлһеҙләндерә. Шуға ла үрсетмәләрҙең зарарланыуына ваҡытында иғтибар итергә һәм комплекслы һаҡлау саралары күрергә кәрәк.

Был һорауҙы асыҡлауға килгәндә, «Россельхозцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Ишембай районы буйынса бүлегенең әйҙәүсе агрономы Людмила Борисоваға мөрәжәғәт иттек.

Аҡ ҡанатлы көйә фатирға нисек эләгә?

Ҡоротҡос күп осраҡта яҙын килеп сыға. Һауа температураһы +10 градустан юғары булғанда был бөжәктәр фатирға асыҡ тәҙрә аша осоп керә. Шулай уҡ быға зарарланған грунт, яңы бүлмә гөлдәре, теплица тупрағы ла сәбәпсе булыуы мөмкин.

Ҡоротҡос эйәләшмәһен өсөн нимә эшләргә?

Бының өсөн тәҙрәләргә (бигерәк тә фатир аҫҡы ҡаттарҙа урынлашһа) ваҡ күҙле сетка ҡуйырға кәрәк. Сифатлы грунт файҙаланыу мөһим: һатып алғанды тикшерегеҙ, ул зарарлы булмаһын.

Яңы бүлмә гөлдәрен бер нисә көнгә үрсетмәләрҙән алыҫыраҡ урынға ҡуйығыҙ.

Зарарланыуҙы тәүге стадияла нисек белергә?

Аҡ көйәне был стадияла асыҡлау еңелдән түгел. Ҡоротҡос йыш ҡына япраҡтың аҫҡы яғында йәшенә. Бигерәк тә уларҙы томаттарҙың өҫкө нескә япраҡтарында күрергә мөмкин.

Япраҡтарға иғтибар итегеҙ: зарарланған үҫемлектәрҙең аҫ яҡта урынлашҡан япраҡтарында «баллы ысыҡ», «ялтыр һут» барлыҡҡа килә. Ул – аҡ көйәнең аҙыҡты эшкәртеп сығарған матдәһе. «Баллы ысыҡ»та ҡара бәшмәк үрсей башлай: тәүҙә япраҡтың өҫтө ағара, артабан ҡарая башлай.

Әгәр үрсетмәләрҙе еңелсә һелкетеп алһаң, үҫемлектәр өҫтөнән ваҡ аҡ бөжәктәр күтерелә. Был үҫемлектәрҙең ныҡлы зарарланыуын белдертә.

Алейродида менән нисек көрәшергә?

Был осраҡта елемле ауҙарҙы файҙаланырға мөмкин. Махсус йәбешкәк пластиналар эрерәк бөжәктәрҙе тоторға ярҙам итә. Был ысул уларҙың үрсеүенә мөмкинлек бирмәй.
Әгәр үҫемлектәрҙә һарғайған йәки формаһыҙ япраҡтар бар икән, тимәк уларҙы өҙөп алырға кәрәк.

Зарарланыу осрағында халыҡ ысулдарын да ҡулланырға мөмкин. Тупраҡҡа ағас көлө һибәләр (квадрат метрға 2-3 стакан) йәки яндырылған эзбиз ҡулланалар. Был халыҡ ысулдарын аҡ көйә күп үрсемәҫ борон уҡ файҙаланырға кәрәк.

Иң файҙалы ысул – махсус химик препараттар йәки инсектицидтар ҡулланыу.

 

Фото: Гөлназ Салауатова

Алейродиданан нисек ҡотолорға?
Алейродиданан нисек ҡотолорға?
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас