Кинйәбулатта күркәм ғаиләләр араһында Шаһиевтар ғаиләһе айырым бер урын алып тора. Һүҙебеҙ үҙенең алған һөнәренә тоғро ҡалып, 40 йылдан ашыу Байғужа ауыл биләмәһендә мал табибы булып эшләгән Рәжәп Сынтимер улы һәм ошо биләмәлә халыҡтың мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, уларҙың һөйөүен һәм ышанысын яулаған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы Шаһиевтар тураһында. Бөгөн уларҙың сапфир туйҙары - тормош ҡороп бергә йәшәүҙәренә 45 йыл тула.
Таллыҡ ауылы ҡыҙы – Кинйәбулат килене
Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы 1955 йылда Стәрлебаш районының Таллыҡ ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән шәл бәйләп, колхоз эшенә йөрөп, бер туған ҡустыларын үҫтерешергә ярҙам итә ул. “Итәктә китап, ҡулда шәл булды”, тип хәтерләй ул йылдарҙы геройыбыҙ. 1972 йылда Әмир урта белем биреү
мәктәбен тамамлай, әммә артабан уҡыуын дауам итә алмай. Аяҡ кейемдәре тегеү фабрикаһына эшкә урынлашып, бер аҙ аҡса туплап, бухгалтерҙар курсында белем ала.
Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайында бухгалтер ярҙамсыһы булып эшләй. Бында ойошторолған үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә әүҙем ҡатнаша. Сәнғәткә булған һөйөү уның ҡанына бала саҡтан уҡ һеңгән була. Әсәһе сопрано тауышы менән матур итеп йырлаған, атаһы йор һүҙле кеше булған. Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгәндә сәнғәт училищеһына ситтән тороп уҡырға инә. Унда бер йыл уҡығас, уҡытыусыларының өгөтләүе буйынса 1978 йылда Өфө сәнғәт институтына юллана. Әммә ике йылдан, аҡса етмәү сәбәпле, уны ташларға мәжбүр була. Шулай итеп Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы Ишембай ҡалаһына килеп, трикотаж фабрикаһына эшкә урынлаша.
- Класташым ошо фабрикала эшләй ине. Бер мәл ул мине үҙе менән Кинйәбулат ауылындағы әхирәтенә осрашыуға алып барҙы. Йәштәр шул ҡыҙҙың бер туған ҡустыһы Рәжәптең тыуған көнөн үткәрергә йыйылышҡан
булғандар икән. Ул егет минең ҡаршымда ғына ултырҙы. Минең арттан күҙәтеп, күҙе төшкән күрәһең. “Ой, какая очаровательная девушка!” тигән һүҙҙәре әле булһа хәтерҙә, - тип йылмайып иҫкә ала Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы.
Шул көндән алып ике йәш йөрәк бер-береһенән айырылмай. Рәжәп Сынтимер улы һөйгәне артынан гастролдәргә лә барып етә. Йәштәр 1981 йылда матур итеп туй үткәрә - Таллыҡ ауылы ҡыҙы Кинйәбулатҡа килен
булып төшә.
Рәжәп Сынтимер улы бар булмышын ветеринар һөнәренә бағышлаған кеше. Ниндәй фермала ғына эшләмәһен, коллегалары уны “Хоҙайҙан килгән врач” тиҙәр. Ул тотонһа, бер мал да ҡарышмай. Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы иһә мәктәп эргәһендәге интернатта тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Әммә күңеле уны һәр саҡ мәҙәниәт йортона тарта. 1992 йылда Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы Кинйәбулат мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй башлай. Аҙна һайын тематик кисәләр ойошторола. Ошо йылда уҡ мәҙәниәт йортона театр сәнғәтен һөйөүселәрҙе йәлеп итә, улар күбәйгәндәнкүбәйә бара һәм артистар коллективы ойошторола. 2002 йылда Зөбәржәт апай ситтән тороп Стәрлетамаҡ ҡалаһында сәнғәт техникумының театр бүлеген тамамлай. 2003 йылда Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң драма коллективына “Халыҡ театры” исеме бирелә.
Бөгөн Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы ауылда эшләп килгән “Мираҫ” ағинәйҙәр ойошмаһының етәксеһе. Ағинәйҙәр менән быуындан быуынға күсеп килгән йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе йәштәргә, балаларға биреп ҡалырға тырышалар.
Һынауҙар сыныҡтыра ғына
Сапфир ғәҙеллекте, тоғро йөрәкте символлаштыра торған матур һәм бик ҡаты таш. Ул ныҡлыҡ, зирәклек һәм
тигеҙлек символы. Ошо сифаттар Зөбәржәт һәм Рәжәп Шаһиевтарға оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итеү өсөн ярҙам иткәндер. Улар быйыл 45-се яҙҙы бергә ҡаршылай. Тормош тулҡындары уларға төрлө һынауҙар бирә, бөтәһен дә күрһәтеп өлгөрә. Әммә ғаилә ҡыйынлыҡтарға бирешмәй. Тырышып ҙур йорт һалып сығалар.
Әммә унда оҙаҡ йәшәү бәхете татымай уларға – тир түгеп йыйған мөлкәтте янғын юҡ итә. Йәнә йорт һалып сыҡҡансы ваҡытлыса йортта йәшәп торорға тура килә уларға. Бында ла йәштәрҙе бәлә урап үтмәй – һарайҙары яна.
- Тормош юлыбыҙҙа кешеләрҙең яҡшылары ла, аламалары ла осраны. Шулай ҙа яҡшылары күберәк булғандыр.
Иң мөһиме – намыҫыбыҙ таҙа, - тиҙәр Шаһиевтар.
Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы менән Рәжәп Сынтимер улы өс балаға ғүмер биреп, уларға юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар. Атайәсәй көн дә эштә булғас, Рамазан, Азамат, Гөлназ бәләкәйҙән
үҙаллы, бик егәрле, яуаплы булып үҫәләр. Бергәләшеп һыйырын да һауалар, ҡаймағын да ағыҙалар, мал да ҡарайҙар, ашарға ла бешерәләр, иҙәнен дә йыуалар. Хәҙер уларҙың һәр береһе үҙ ғаиләле. Өсөһө өс ерҙә йорт һалып, атай-әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй гөрләтеп донъя көтәләр. Олатай менән өләсәй иһә алты ейән-ейәнсәренә ҡыуанып бөтә алмайҙар.
- Беҙҙең атайыбыҙ бик ғәҙел, яҡшы кеше. Ауыр минутта һәр кемгә ярҙам ҡулын һуҙырға, төплө кәңәштәрен бирергә әҙер. Әсәйебеҙ изге күңелле, тормош һөйөүсән, аҡыллы. Улар беҙҙең төп терәк-таянысыбыҙ. Беҙҙең һәр теләгебеҙҙе тормошҡа ашырып, бәләкәйҙән эш рәтен өйрәтеп, ғаилә йолаларын күрһәтеп, ололарға хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеп үҫтерҙеләр. Өйөбеҙ һәр ваҡыт йәмле беҙҙең. Әсәйебеҙҙең баҡсаһы һәм тәҙрә төптәре
матур сәскәләргә күмелгән. Атай-әсәйебеҙ береһе алғы, икенсеһе артҡы тәгәрмәс булып, гел бер яҡҡа әйләнеп тормош йөгөн тарталар. Беҙ уларҙы бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Уларҙың эргәһендә беҙ үҙебеҙҙе яҡлаулы, ышаныслыраҡ тоябыҙ. Кешеләргә күрһәткән изгелектәре үҙҙәренә әйләнеп ҡайтһын, - тиҙәр балалары.
Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан донъя мәшәҡәттәренә бирешмәй, арыу-талыу белмәй, тыныс ҡына йәшәп
ята Шаһиевтар. Ошо татыу, матур, ҡотло ғаилә ауылға йәм өҫтәй. Өлгөлө ғаиләләр – ауыл ҡото, илдең терәге лә, киләсәге лә, бөгөнгөһө лә.
Гөлназ ҒИНИӘТУЛЛИНА.
Фотолар ғаилә архивынан.