Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 17:00

Бер сынаяҡ ҡына сəй эскəнсе...

Ул киткəс, һыу буйындағы башҡа бисəлəр уфылдашып бик оҙаҡ сыуылдашты. — Эй Хоҙайым, бынау Нурғəле оятһыҙ ҙа инде. Ата-əсəһен ҡарап торған ҡатыны ɵҫтɵнə башҡа берəүҙе етəклəгəн дə ҡайтҡан, — тине берəүһе. — Ɵйɵңə ҡайтып инмəй, хəл-əхүəл белмəй, бигерəк сибəр бит тип кенə берəүҙе эйəрт тə ҡайт инде, — тип тел шартлата икенсеһе. — Бер балаңды саҡ атлатып, икенсегə йɵгɵ танауына еткəн бисəң ɵҫтɵнə!

Бер сынаяҡ ҡына сəй эскəнсе...
Бер сынаяҡ ҡына сəй эскəнсе...
Мɵслимə еңгə ɵндəшмəй. Ерəн керпектəрен аҫҡа сəнскəн дə, самауырҙың һемəгенəн шау биҙəкле сəйнүгенə һыу ағыуын күҙəтеүҙəн дə мɵһимерəк эш юҡ кеүек итеп теклəгəн дə киткəн.

“Һүҙен кɵтɵп алғансы сəсең ағара, — тип уйлай булыр Нурғəле ағай. — Һирпелеп бер бағыуына зар-интизар...” — Йəне кɵйɵп түгел, яратып уйлай. Сɵнки сабыр тɵбɵ һары алтын икəнен ниһайəт аңлап, яндырайҙар, сəсрəп торғандар үҙəгенə үтеп бɵткəнлектəн килеп йығылыуы бит инде ошонда.

Олатай ҙа олатай, тип алдында иркəлəнеп ултырған дүрт йəшлек ейəнсəренең тығыҙ тəнен һɵйɵп, ɵлпɵлдəп торған йомшаҡ ҡына ҡояш-ҡыҙыл сəстəренə иренен тейҙереп-тейҙереп ала. Уларҙың хуш еҫе бəхеткə бер ниндəй тап тɵшмəгəн саф саҡтарына алып барып урай булыр.

Ə Мɵслимə еңгə керпектəрен һаман ҡалҡытмай. Инде ул сынаяҡтарға тəмле итеп сəй яһай. Тəүҙə əле һыуынып та ɵлгɵрмəгəн иртəнге ҡуйы һɵтɵн мул ғына итеп ҡоя. Шунан əллə ниндəй хуш еҫле үлəндəр һалып унда ғына ҡалған еҙ самауырҙан ҡаршылағы тауҙың итəгендə мулҡылдап урғылып, сɵптɵрҙəп кенə ағып ятҡан шишмəнəн таңғы биштəн тороп алып ҡайтып ҡуйған шифалы һыуҙы ағыҙа.

Ə Цейлон сəйе — мин ҡаланан алып ҡайтҡан күстəнəс. Ғүмер буйы Мɵслимə еңгəйҙең ошо эсеп туйғыһыҙ сəйен яраттым. Һирəк-һаяҡ ҡайтҡан саҡтарымда үҙенə тɵбəп күстəнəс алам да ошо ауылда кейəүҙə булған ҙур апайыма килгəндə, мотлаҡ инеп сығырға тырышам.

Үҙем, нишлəптер, юрый кеүек Нурғəле ағайым менəн икəүһенең тормоштарындағы иң етди мəлдəренə тап килəм дə ҡуям.

***

...Бəлəкəй генə сағым əле, ете йəштəр булғандыр. Əсəйемə эйəреп Ҡуянтубыҡ йылғаһына кер сайҡарға тɵшкəнмен.

Бɵгɵнгɵлəй күҙ алдымда, Мɵслимə еңгə шарлап ағып ятҡан һыуға ҡаршы баҫҡан да һипкелле ҡыҙыл битен, тулы белəктəрен йыуа. Эсе кəпəйеп сыҡҡанлыҡтан алғы яҡтан итəге ныҡ ҡыҫҡа. Сɵйɵп ябынған яулығы бер яҡ ситкə һыпырылып тɵшкəн дə йыуан, ауыр толомдарының остары туҙырай биреп арҡаһына һибелгəн. Суйыр таштары үтə күренеп, июнь ҡояшында йылҡылдап ятҡан йылғаның йомшаҡ, йылы һыуы тубыҡҡа тиклем кисеп айыра биреп баҫҡан кɵслɵ аяҡтарының тулы бурбайҙарын иркəлəп үтə.

Ул əсəйемə ярһып-ярһып ниҙер һɵйлəй, үҙе илай. Ə мин уның ерəнлегенə, илап һɵйлəүенə һушым китеп ҡараған да ҡатҡанмын.

Мɵслимə еңгə үҙенə бер тɵҫ. Беҙҙең ауылда уның кеүектəр бүтəн юҡ. Уның ат ҡылы кеүек ҡалын бɵртɵклɵ ерəн сəстəре генə түгел, ҡаштары, керпектəренə тиклем ерəн. Беҙҙең яҡта ундайҙар матур һаналмай. Беҙҙə сɵм ҡара күҙле, ҡара ҡашлы, ҡара сəслелəрҙе, ҡыҫҡаһы, ҡараларҙы сибəр тиҙəр. Минең үҙемдең дə сəсем бешкəн арыш кеүек һары, күҙем сɵм-күк. Шуға хатта оялып йɵрɵйɵм. Ə бына еңгəнең ире Нурғəле ағайым матур. Уны ɵлкəндəрҙең: “Ҡуйсы-ҡуйсы, бигерəк ҡара һылыу инде” тип һоҡланып һɵйлəгəндəрен əллə күпме ишеткəнем бар. Беҙҙең яҡта һоҡлана белəлəр матурлыҡҡа. Ана əсəһенə эйəреп ағын һыуға инергə баҙнат итмəй танауын мыршылдата тартып моңһоу ғына яр ситендə торған малайы атаһына оҡшаған. Ҡарасман ғына, йомро ғына матур малай. Бүтəн мəлдə терегɵмɵш кеүек емелдəп торған етеҙ ҡустымдың шымтайғанлығына үҙем дə күңелһеҙлəнеп эргəһенə барам. Күлдəгенəн тартып усымдағы буяҡ таштарымды күрһəтəм: ҡыҙыл, һары, бер-ике күге лə бар. Малай уға илтифат итмəгəс, серле тɵҫ сығарып артымдан əйҙəйем: Бер урынды быуа һалып унда сылтыйҙар ебəргəнмен. Уларҙы күреп малай йəнлəнеп китə һəм шаптырлағын сығып яр ситендəге сыйыштарҙы тоторға, кɵтɵүемде ишəйтергə керешə.

Ə ɵлкəндəр һаман һɵйлəшə. Əсəйемдең бəрхəт кеүек күкрəк тауышы менəн йыуатып əйткəндəре килештеме, ағын һыу бер аҙ хəсрəтен йыуып алып киттеме, Мɵслимə еңгəмдең ярһыуы баҫыла тɵштɵ. Яр ситенə ырғытҡан аҡ тɵйɵнсəген алды ла, мəш килеп быуамды ҙурайтып маташҡан улын əйҙəлəне. Тыуған ауылына табан йүнəлде.

Ул киткəс, һыу буйындағы башҡа бисəлəр уфылдашып бик оҙаҡ сыуылдашты.

— Эй Хоҙайым, бынау Нурғəле оятһыҙ ҙа инде. Ата-əсəһен ҡарап торған ҡатыны ɵҫтɵнə башҡа берəүҙе етəклəгəн дə ҡайтҡан, — тине берəүһе.

— Ɵйɵңə ҡайтып инмəй, хəл-əхүəл белмəй, бигерəк сибəр бит тип кенə берəүҙе эйəрт тə ҡайт инде, — тип тел шартлата икенсеһе. — Бер балаңды саҡ атлатып, икенсегə йɵгɵ танауына еткəн бисəң ɵҫтɵнə!

— Елбəҙəк инде, елбəҙəк, — тип һүҙгə ҡушыла сабыр əсəйем дə. — Ил алдындағы бурысын үтəмəй тороп ɵйлəнеүенə зерə ҡаршы ине бит ҡайнағалар. Рɵхсəт һорап-нитеп тормай етəклəне лə ҡайтты был Мɵслимə киленде лə. Шулай булғас, ҡыҙ баланың намыҫын уйлап туй яһанылар инде, ҡалайтһындар.

Ɵс йыл моряк булып диңгеҙ кискəн арала, киленде ике балалы итһен дə, хəҙер бына, кəрəкмəйһең, тип торһон əле.

Сайҡаған керҙəрен кɵйəнтəне ауыр һығылдырып алып ҡайтҡанда ла əсəйем уфтанды:

— Ҡуйсы-ҡуйсы, тау кеүек ауырлы бисəне, ɵс йəшлек балаһын етəклəтеп, нисəмə йыл кɵткəн донъяһынан бер тɵйɵнсɵк тоттороп йəйəү ҡайтар ҙа ебəр имеш, — тип һуҡранды. — Исмаһам, атайың да ɵйҙə юҡ. Атын егə һалып барыр урар инек.

Ул хəлдəргə бɵгɵнгɵ кɵн күҙлегенəн ҡарайым да, башҡа ла һыймаҫлыҡ тойола. Хəҙерге килендəр ҡайтып барыр ине һиңə! Донъяһын шартлатып бүлдереп, йəш кəлəшен етəклəтеп, ирҙең үҙен ҡыуып сығарып ебəрмəҫ тимə. Хəйер, кешенең һəр заманда ла тɵрлɵһɵ була, уҫалы, йыуашы, кешене яҡшылыҡ менəн генə яраттырып була, тип уйлағаны. Бəлки был дɵрɵҫтɵр ҙə тип ҡуям аптырап, бына əле килеп еңеп ултырмаймы ни уның яҡшылығы.

Ə еңгəм һаман ɵндəшмəй. Боҫо борҡоп торған тəмле, ҡуйы сəйҙе сынаяҡ аҫтынан тотоп Нурғəле ағайға һона. Ағайым иһə һаман да бер ҡарамаһа, бер ҡарар əле тигəн ɵмɵттə: күҙе еңгəмдə. Сəйгə ынтылғанда ғүмер буйы таш аҡтарған, бүрəнə күтəргəн кɵслɵ ҡулы саҡ ҡына ҡалтырай.

 

***

Əсəмə кер элешеп бɵтɵүемə, күҙе йылтырап əхирəтем Гɵлйыһан килеп еткəн:

— Ишеттеңме?

— Ишеттем.

Күҙе һазлауының сəбəбен яҡшы тɵшɵнəм: еңгəй бүлəгенəн ҡоро ҡалып ҡуймаҫ кəрəк. Тик етəклəшеп тороп сабырға икенсе бер нəмə ҡамасаулай: иҫке еңгəйҙең бүлəген нисек онотаһың? Ҡасан ғына əле, еҫле һабын бирерме, пудрамы, тип килеп ингəнебеҙҙə ошо Мɵслимə еңгə икебеҙгə лə күҙҙең яуын алырҙай ал-ҡыҙыл атластан метр ярым таҫма тотторған кеше бит əле. Шатлығыбыҙ эсебеҙгə һыймай, шуларҙы елгə елберҙəтə-елберҙəтə йəштəргə бəхет телəп ҡайтыуыбыҙҙы һис бер оноторлоҡ түгел.

— Нишлəйбеҙ? — тип һорай əхирəтем. Был һүҙенең дə бар əтнəкəһе: Нурғəле ағай уларға сыбыҡ осо, ə беҙгə ɵс туған ғына, шулай булғас, һуңғы һүҙҙе мин əйтергə тейеш.

— Һыңар күҙ менəн генə ҡарап килəйек, — тип түҙемһеҙлəнə Гɵлйыһан. Ризалашам. Юлда барышлай ул хəлде асыҡлай тɵшə. Нурғəле ағай шулай ҙа йəш еңгəне ата йортона алып ҡайтырға ҡурҡҡан. Бер туған ағаһына тɵшкəндəр икəн.

— Рəшəткə ярығынан ҡарап үттем. Мəхмүзинəйҙəрҙə шыш та юҡ, пыш та юҡ. Инəй үҙе генə һɵмһɵрɵ ҡойолоп йɵрɵп ята, — тип бышылдай əхирəт.

Əбейҙең хəлен бəлəкəй булһаҡ та тɵшɵнəбеҙ. Бисə ɵҫтɵнə бисə алыу, бисə айырыу ауылыбыҙҙа күрелгəн нəмə түгел.

Ə Йəнғəле ағайҙарға яҡынлашҡан һайын ауыҙ һыуы ҡорой: аласыҡтарынан иҫ китмəле еҫтəр аңҡый. Ит һалғандар, бауырһаҡ бешерəлəр, ахыры. Ишек алдына инеү ҡайҙа, ҡапҡаға алыҫ туҡтайбыҙ. Аласыҡ алдындағы түмəрҙə Нурғəле ағай нимəлер эшлəп ултыра, ɵҫтɵндə буй-буй күлдəк: тельняшка. Быныһын ғына белəбеҙ, кино ҡарайбыҙ бит.

Шул саҡ ɵйҙɵң болдорона сығып баҫҡан еңгəйгə күҙебеҙ тɵштɵ: йə, Хоҙа, шул тиклем дə матурлыҡ була икəн донъяла! Уны һүрəтлəп-һɵйлəп тə аңлатырлыҡ түгел. Аңшайып ҡарап ҡына торорлоҡ. Бына ул һомғол кəүҙəһен кəйелдереп, аласыҡҡа үтте, унан йəнə ɵйгə йүгерҙе. Ə Нурғəле ағай хас та йɵн йомғағынан күҙен ала алмаған бесəй балаһы, ҡарашы кəлəше артынан йүгерə.

— Əй, — тип һуҙҙы ағайым ҡапыл беҙҙе абайлап. — Һеңлекəштəр килгəн дəһə, еңгəй күрергə килгəндəр. Əйҙүк-əйҙүк, — тип саҡыра. Самаһыҙ ҡыуана үҙе. Йылдар үткəс кенə аңлайым ағайымдың был шатлығын. Баш-баштаҡланып бойондороҡһоҙлоҡ яулаған һəм уның айырым дəүлəт булғанын донъялағы бер ил дə танымағанда, телəһə ниндəй əтрəгəлəмдең дə дуҫлығына ҡыуанған яңы илдəй тойған үҙен. Бəлəкəс кенə булһаҡ та, беҙ яһағанбыҙ тəүге аҙымды.

— Майсəрə, Майсəрə, — тип саҡыра ул. — Ҡара əле, бына бикəстəрең килгəн. Таныш. — Еңгə килеп сыҡҡансы уҡ үҙе аласыҡҡа инеп юғала ла ҡуш ус тултырып беҙгə лампасыйҙар сығара. Ə еңгə ҡалай илгəҙəк. Сыңғырҙатып кɵлə-кɵлə сəсебеҙҙəн һыйпай ҙа бығаса беҙ һис күрмəгəнде — эйелеп битебеҙҙəн үбеп ала.

Бына бит ул матурлыҡ ҡɵҙрəте! Инде əсəһенə эйəреп ошо мəлдə аша ауылға китеп барған мырҙамдың мɵлдɵр күҙҙəре лə, ҡыҙыл таҫмалар ҙа онотола. Башта бары шундай һылыу еңгəнең бикəсе булыуҙан ғорурлыҡ ҡына. Татлы лампасыйҙың бер бɵртɵгɵн тəмлəп һура-һура ɵйгə елдерəбеҙ: унда бит ошондайын һыйлы ризыҡ менəн уртаҡлашыр ɵсɵн туғандарыбыҙ ҙа кɵтɵп тора.

***

Йылдар үткəс, үҫеп буй еткергəсем, Майсəрə еңгə серҙəш-бикəс итеп алды мине. Шунда ғүмере буйы тɵҫ ташламаған еңгəмдəн:

— Ул тиклем матурлығың менəн нишлəп ике бала ɵҫтɵнə килергə риза булдың ул? — тип һорарға ҡыйҙым.

— Иҫəрлек инде, — тип кɵлдɵ ул һис бошонмай ғына. — Магазинда эшлəй инем. Үтеп барған машинанан лампасый алырға тип кенə тɵшкəн ағайың торҙо ла ҡалды бит. Ҡайтаһы юлын да, донъяһын да онотто. миңə кейəүгə сыҡ, ти ҙə ҡуя. Матрос кəпəсенең бер ҡырыйынан бɵҙрəлəре тырпайып сыҡҡан. Ул кейеме! Хас та кино инде.

Уйлап тормай:

— Əйҙə һуң, — тинем дə ҡуйҙым. Ул ваҡытта ун етем саҡ тулған. Əлеге шул лампасыйҙарҙы алдыҡ та күстəнəскə, эйəр ҙə кит. Əсəйемə лə əйткəн юҡ, кем икəнен дə белгəн юҡ. Ҡыҙыҡ та инде, йəнəһе. Бер-беребеҙгə ҡарайбыҙ ҙа кɵлəбеҙ, ҡарайбыҙ ҙа. Бында килгəс кɵлкɵм яңырҙы шул.

Ҡатыны менəн балаһы барлығын, килеп тɵшɵп, бер самауыр сəй эскəс, еңгəһе əйтте. Ышанаһыңмы? Борол да кит бит инде. Əллə ниндəй алйот еңмешлегем килеп сыҡты. “Булһа һуң”, — тинем. Ана шул иҫəр бер сəм менəн торҙом əллə нисəмə йыл.

Эйе, кеше һүҙенə лə, ҡырын-мырын ҡараштарға ла тɵкɵрмəне лə Майсəрə еңгə, шартлатып йəшəне лə китте. Бер əйткəндəренə биш яуап табып, башын артҡа ташлап сыңғырҙатып кɵлə лə, үҙе белгəнсə йɵрɵп тик ята. Ҡулынан килмəгəне юҡ. Фермаға эшкə тɵшɵп алғайны, бɵтɵнɵһɵнɵң танауына сиртеп, иң алдынғы һауынсы булып китте.

“Йырлап арбай ул һыйырҙарын”, — ти торғайны ҡайһы берəүҙəр. Ə ниңə, бəлки, шуныһы ла дɵрɵҫ булғандыр. Ана бит ғалимдар яҙа, һыйырҙар классик музыка тыңлаһа, һɵттɵ күп бирə, тип. Моцартты яратырға һəлəтле һəүкəштəр, Майсəрə еңгəмдең тау шишмəһе кеүек селтер, үҙҙəре утлаған туғайҙағы һандуғастар йыры кеүек моңло тауышына ниңə һɵт арттырмаһын!

Ҡайһы бер ҡара эслелəре уңышын уның матурлығына һылтап:

— Хисапсыға тултырып ҡараһа, ферма мɵдиренə берҙе ҡаш һикертһə етə инде, — тип йəне кɵйһə лə, Майсəрəнең бер башҡа ɵҫтɵн тороуын танымай барыбер булдыра алманы. Исеменə сəркеү яғырға һис кемгə бер сəбəп бирмəне шул үҙе лə. Етмəһə, тегелəрҙе ҡотортоп:

— Минең кеүек булығыҙ һуң! — тип əйтеп ебəрһə, иң яһилы ла телен тешлəй торғайны. Ысынлап та, уның кеүек фермала ла алдынғы, ɵйɵндə лə уңған бер кем юҡ ине. Йыл һайын алтмышлап — əйтеүе генə анһат бит — алтмыш! — ҡаҙы йылға буйын буйлай, ярты ауылдың бисəһе ул теккəн аллы-гɵллɵ күлдəктəрҙə əллə кем булып йɵрɵй. Етмəһə, шəл бəйлəргə лə оҫта. Ут инде, ут!

Ҡыйып ҡарағыһыҙ һылыулығы ɵҫтɵнə, телгə лə телеп һала. Əллə ҡайһылай ғына итеп эс бауырҙарыңа инə, арбай. Шыңғырҙатып кɵлɵп тə ебəрə, һɵйɵп тə ала, үпəслəп тə ɵлгɵрə.

Бер генə нəмəһе булды: Нурғəле ағайыма йүнле ҡарау теймəне. Йылы ла күрмəгəндер инде. Шулай ҙа бисəһенең һылыулығына əүрəп, ауыҙы ҡолағына етеп, бəхетле булып тик йɵрɵнɵ. Эйе, ҡыйғас ҡара ҡашын кɵлдɵрɵп, Майсəрə апай уны эшкə һанаманы. Ғүмере йүнлəп ашарына əҙерлəмəне. Тапҡан-табынғанының бер тинен дə уртаҡ донъяға тыҡманы. Бɵтɵн аҡсаһын район үҙəгендə йəшəгəн əсəһенə оҙатып тора, тип һɵйлəй торғайнылар. Иренə күңеле менəн яғыла алмағанғамы, бала ла тапманы. Əллə Хоҙай бирмəне. Нурғəле ағайҙың яратҡанын ихтыярһыҙлыҡҡа, күндəмлеген эшкашмағанлыҡҡа һанап, эстəн генə, бəлки тыштандалыр, кəмһетеп йəшəне.

Нурғəле ағайымдың əсəһе, Мəхмүзə инəм бахыр, ауыр тупрағы еңел булһын, улы хəрби хеҙмəттə ваҡытта үҙҙəрен кɵтɵп, матур итеп ҡарап торған Мɵслимə киленен эшкə һанамаған була торғайны. Ерəн пəрей тип мыҫҡыллап, сɵңкɵлдɵгɵн сығып күпме маҙаһына тейҙе. Əйтерһең дə, Майсəрə еңгə уларға ана шул инабатһыҙлыҡтары, рəхмəт тигəнде белмəгəнлектəре ɵсɵн яза итеп ебəрелгəн булған. Быныһын мин əле килеп уйлайым. Аҙаҡтан, был сибəр килендəре үҙəктəренə үткəс, тасма тас килеп талашыуҙан да, уға ярарға тырышыуҙан да арып-алйып, уҡалары ҡойолоп бɵтһə лə, Мɵслимə килененең хəлен белерлек, ейəндəренең арҡаһынан һɵйɵп, сабыйҙарҙы ҡыуандырыуынан сауап алып ултырырға кɵсɵнəн килмəне барыбер. Тəккəбберлеген еңə алмай, тешлəнеп, ауыҙың тулы ҡан булһа ла кеше алдында тɵкɵрмə, тигəн боронғо аҡылға сат йəбешеп, серəшеп барып үлеп китте. “Сер бирмəм!” тип йəшəүҙең һəр ваҡытта ла дɵрɵҫкə сыҡмауын, бəндə балаһынан башҡа был донъяла ғəҙеллек тигəн нəмəнең үҙенсə сама-үлсəме булып, ҡылған ҡылыҡтарыбыҙҙы бизмəнлəп торған ниндəйҙер юғарғы хəҡиҡəт барлығын уйлай белмəне.

Ата-инəһенəн башҡа кинйə ҡустыһы ла ғаилəһе менəн йəшəп ятҡан бəлəкəй генə тыуған йортона бер балаһы ҡосаҡта, икенсеһе ҡорһаҡта килеш ҡайтып йығылған Мɵслимə еңгəм дə алма беш, ауыҙыма тɵш тип ултырманы, əлбиттə. Баш баҫып эшлəне. Шəп булам тигəндəн түгел, сараһыҙҙан. Ир туғандары менəн ҡулалмашҡа ағас та йығышты, бүрəнəһен дə һɵйрəне, ɵйɵн дə күтəреште. Кеше кɵнлɵ булмайым, ата-əсəмə ауырлыҡ һалмайым, бала-сағама битəр ишеттермəйем, тип, иренен тешлəп серəште.

Əлеге шул, барыһы ɵсɵн дə кɵйгəн йомшаҡ күңелле əсəйем Нурғəле ағайға яйы тура килгəн һайын:

— Яңы тыуған балаңды күреп, ҙурының башынан һыйпап сыҡһаңсы, — тип əйтештерə. — Сабый хаҡы бар бит, ҡəйнеш.

Инеү ҡайҙа! Майсəрə ишетеп ҡалһа, ҡайтып китһə...

Майсəрə ташлап ҡуймаһын, тип ҡурҡып ярты ғүмерен үткəрҙе. Əммə егерме йылғы тырышлығы ла, ҡурҡҡан эш хəйерле була, тип һерелдəп йəшəүе лə фəтүəһеҙгə булды. Нисəмə йыл ана китəм, бына китəм, тип ҡуңалтаҡ кɵн иткəн еңгə, ҡырҡы тулғас, ғүмерҙең берəү генə икəнен, ҡалай йəшəһəң дə үткəнен абайлап ҡалғандай, бɵтɵнɵһɵн күтəрə һуғып, тыуған ауылына ҡайтты ла тɵплəнде. Сəбəбен дə тапҡан бит əле: имеш, Нурғəле ағайҙың күрше ҡатынына ҡаш һикертеүенəн ялыҡҡан.

Шунда бер матур йортто һатып алып, бына тигəн итеп донъя кɵтə башланы. Һаман ҡаҙын тота, шəлен бəйлəй, баҡса үҫтерə. Бай ҙа, бɵрмɵр ҙə бисə инде.

Нурғəле ағай ҙа уның һалҡынлығынан етерлек миктəгəн булғандыр, тим. Əллə еңгəм үҙе һеңгəҙəтə əйттеме, бер генə барып ураны ла, бүтəн инəлеп йɵрɵмəне.

Бына ҡалай ҡуласа бит донъя: Мɵслимə еңгəгə баш һалды бит. Уныһының, исмаһам, бер тапҡыр ҡалҡып ҡарамауынан “юҡ” тигəнен аңлаһа ла, ҡабат-ҡабат барҙы ла ураны.

Икеһе ике яҡтан килеп, əсəмə эстəрен бушаталар, кəңəш һорайҙар, етмəһə.

— Мɵслимəнең имшей алмауы ла аңлашыла инде, — тип кɵйəлəнə əсəйем. — Рəнйетеүен ныҡ рəнйетте инде Нурғəле. Һуйып ҡаплағандай бəлəкəй улын: “Малай минеке түгел”, — тип тə йəнен ҡыйҙы бит. Майсəрəне яратҡанға шулай хаяһыҙлыҡҡа барып ҡыр талашып йɵрɵгəндер инде. Бына шулары ɵсɵн күрə инде хəҙер.

Шулай ҙа еңгəмде лə ɵгɵтлəй. “Етемһерəп йɵрɵгəн сағында килеп йығылған. Шул тиклем этлектəн, үҙəгенə үткəндəн. Тормош унан үҙе һинең үсеңде алды бит инде. Һин дə ғүмер буйы бер үҙең йɵк тартып арының. Ярар, йəшлегең ҡалай ҙа үтте. Инде ҡартайған кɵнɵңдə, киленгə нисек ярарға белмəй ыуаланғансы, бабай йомшап рəхəтлəнеп ултырырһың. Ҡабат килһə ризалаш”, — тип ҡат-ҡат ҡабатлай.

Нурғəле ағайҙы ла нығыта:

— Егерме ɵс йыл буйы бирешмəйем, тип серəшеп ҡатҡан бəғер бер кɵн эсендə иремəҫ. Башыңды эйеңкерə. Инде йəшлегеңдə ҡəҙерең булманы — йəнең телəгəн йылан итен ашаның. Ҡартлығыңда, исмаһам, йылыға тейен.

Нурғəле ағайҙың ана шулай сираттағы баш һалып килеүе бɵгɵн.

Ике еңгəм, ике күҙалмам... Береһе юртаҡ, икенсеһе йɵк аты. Береһен яманлап, икенсеһен һис тə тарта алмайым. Майсəрə еңгəмдəн дə тау дəүмəле яҡшылыҡтар күрҙем. Күпме ҡул эшенə ɵйрəндем. Уға бɵтɵнлəй бүтəн яҙмыш инселəнгəн булғандыр ҙа, тəҡдир уны был тɵпкɵлɵбɵҙгə күҙебеҙҙе ҡыуандырып, күңелебеҙҙе елкендерер ɵсɵн ебəргəндер. Ауылыбыҙ клубының түрендəге аҡ сепрəккə кинобудканан ағылған нурҙар тɵшкəс терелгəн мауыҡтырғыс донъяның кешелəре — киноартистарға оҡшаған ине ул. Тəғəйенлəнгəн йəре лə ана шул донъяла яманһыулап йɵрɵйҙɵр. Ə, бəлки, ул бɵтɵнлəй тыумағандыр ҙа. Сɵнки еңгəм ғүмере буйы берəү тип тə янманы, һис кемдең йылыһына, хатта иғтибарғынаһына ла мохтаж булманы, һағыш-сарсау кисермəне. Байтаҡ йылдар уның менəн серҙəш булғас, мин быны тулы ышаныс менəн əйтə алам. Мɵхəббəт, тип иламһыраһаң: “Ҡалай һиңə ҡыйын, бикəс! Кит инде, берəү мине яратмай тигəн нəмə лə булған икəн кɵйɵк“, — тип кɵлɵр ине. Ул саҡта мин уға ышанып та етмəй, мɵхəббəтһеҙ нисек йəшəмəк кəрəк, тип ғəжəплəнə торғайным. Хəҙер белəм психологтар “үҙ-үҙеңдəн тотош ҡəнəғəтлек” тип атаған был халəтте. Үҙенə үҙ йылыһы етеп, артҡанын донъяға мул ɵлəшеп, башын текə тотоп, сыңғырҙатып кɵлɵп йəшəй ҙə йəшəй. Сəлəмəт тəн, сəлəмəт рух һəм бɵтɵнлɵк тойғоһо. Заманы менəн урыны тура килһə, матурлыҡ конкурстарында еңеп, иң ҙур сəхнəлəрҙең күрке булып, миллионер ир-атты ҡан илатыр ҡɵҙрəте бар ине уның.

***

Сынаяғым бушағанға ҡараһам, уйҙарыма батҡан да киткəнмен. Бəлəкəс ҡыҙыҡай олатаһы алып килгəн бүлəккə əүрəгəн. Мɵслимə еңгəм дə үҙ-үҙенə сумған. Тик Нурғəле ағайым ғына тиҙерəк эсеп бɵтəйем дə, сынаяҡты һоноп ҡына булһа ла иғтибарын яулайым тигəндəй, сəйен шɵрпɵлдəтеп һемерə. Һуңғы осорҙа тəрбиəле табыны ла бик тəтемəйҙер, лəззəте йɵҙɵнə сыҡҡан — əле йəш ҡаймаҡты, əле еңгəм ҡаршылағы тауҙың битлəүенəн үҙ ҡулдары менəн йыйған елəктең ҡайнатмаһын ипле генə итеп элеп ҡаба. Ҡабарып бешкəн əсикмəктең хуш еҫенə кинəнə. Мɵслимə еңгəнең икмəге тирə-яҡта бер данлы, йыбанмай оҙаҡ итеп баҫҡанға айырыуса уңа, ти əсəйем. Миңə ҡалһа, күркəм булмышын да ҡушып баҫалыр, тим.

Уйға батҡан тиһəм дə, еңгəм ағайымдың һəр йотомон абайлап ултыра икəн. Сəйенең һуңғы тамсыһын ҡабыу менəн: “Ҡана, яһайым”, — тигəндəй һонолдо ла, ниһайəт, бер күтəрелеп ҡараны. Ҡайһы арала егерме ɵс йыл буйы йыйылған рəнйеүе юйылып, бəғерен ҡатырған боҙо ирегəндер: шау йылылыҡ, шифа менəн яратыу ғына күҙҙəрендə. Ə быға тиклем йотлоғоп теклəгəн Нурғəле ағайымдың күҙҙəре иһə, киреһенсə, һаман ҡуйы, оҙон керпектəре менəн ҡапланды ла ҡуйҙы: əйтерһең дə нурҙарға ҡамашты. Ə был ҡараштарҙың бергə осрашып, балҡып китеүен кɵҫəп ултырған мин тертлəнем: гонаһ бит, аһ, тағы ла был тойғоларҙан ҡасыу! Тик шул саҡта ағайымдың күҙ тɵбɵндə терегɵмɵш бɵртɵгɵлəй йəш емелдəне лə йыйырсыҡтарға абына-һɵрɵнə яңағын еүешлəп аҫҡа тəгəрлəне.

Уф, Аллаға шɵкɵр!

 

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор: Гөлсирә Ғиззәтуллина- Ғайсарова
Читайте нас