Рәмзиә уйламағанда дауаханаға эләкте. Ниндәй ауырыу менән бит әле. Яман шеш. Бер кемдән, бер нәмәгән ҡурҡмаған, бер ҡасан да бер кемде йәлләй белмәгән Рәмзиә бөгөн бөрөшөп, юғалып ҡалды. Кеше ғүмеренең иң матур сағында 40 йәшендә ошондай яман сиргә юлығырмын, тип күҙ алдына ла килтермәне бит ул. Үлем менән күҙгә күҙ осрашҡанда башҡа төрлө уйҙар килә. Ни өсөн шулай? Балаларҙы үҫтереп, тормош иптәше менән тынысланып ҡына йәшәр мәлдә, яҙмыш уны яҡындарынан айырырмы? Кемгә шул тиклем зыян эшләне һуң ул? Уйҙар туҡтауһыҙ ағылды ла ағылды...
Шул ваҡыт ҡылт итеп сегән ҡатыны менән булған бер ваҡиға хәтеренә төштө.
Ун йыллап ваҡыт үткәндер уға. Рәмзиә ул ваҡытта ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып эшләй ине. Ҡырҡмаһа ҡырҡ мәшәҡәт. Һәр береһенә лә өлгөрөргә кәрәк. Етмәһә өйҙә өс бала. Ире эске яғына бик йомшаҡ булғас, уны ла ҡарауыллап ҡына торорға кәрәк.
Ул көндө төшкө ашҡа ҡайтҡан мәлендә иҫерек ире ҡаршы алды. "Бесән ваҡытында эсеп ятмаһаң! Бөтә кеше туғайҙа, көн матурҙа бесән хәстәрләй" тип йәне көйөп ирен әрләп, кәйефе төшөп, ҡабаланып эшкә китергә сыҡҡайны, ҡапҡанан кереп килгән ике бәләкәй балаһын эйәрткән ауырлы сиған ҡатыны юлын быуҙы. Ул заманда улар бер туҡтауһыҙ нимәлер һатып йөрөй торғайнылар. Бәләкәйҙән ололар "Сиған алып китер" тип үҫтергәнгәме, уларҙың юлына тап булмаҫҡа тырыша Рәмзиә. Был юлы ла йәһәтләп ҡыуа башланы. "Бер нәмәгеҙ ҙә кәрәкмәй. Тиҙерәк сығып китегеҙ!" тип екереп, иренә булған асыуын был ҡатында сығарҙы. "Ныҡ һыуһаныҡ. Берәй һауыт менән һыу ғына сығар әле", тип ялбарҙы сиған ҡатыны. Һыу артынан инеп китһә, ихаталағы берәй нәмәне сәлдерер, тип ҡурҡты. Етмәһә, эшенә былай ҙа һуңға ҡалды. Шуға Рәмзиә ҡатындың үтенесен ҡолағына ла элмәне. "Бар, бар сығығыҙ. Һеҙҙе көйләп торорға ваҡытым юҡ", – тип көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы ҡабаландырҙы.
"Анауы алмағасыңдан балаларға алма булһа ла бир. Ана бит, ботаҡтары хатта күтәрәлмәй..." Сиған ҡатыны ялбарыуын дауам итте. Тик Рәмзиә уны ишетергә лә теләмәне. Бер нисә алма биргәндән ярлыланып та китмәҫ ине лә бит. "Ҡарай алмағас, ни тип бала таптың. Һеҙҙең өсөн ултыртманым ул алмағастарҙы. Күҙемә күренмәгеҙ, йөрөмәгеҙ бында һоранып", тип эткеләп тигәндәй, ҡапҡанан сығарып ебәрҙе. Шул ваҡытта сегән ҡатынының күҙендә зәһәр ут ялҡыны сағылып китте, ул Рәмзиәне бер нисә секундҡа хатта һиҫкәндереп ебәрҙе. "Бер алмаңды йәлләп ҡыуып сығарҙың. Ашайһың килһә лә, аш үтмәй интегеп ултыр!" тип бик ҡаты итеп ҡысҡырып ҡалды ауырлы ҡатын.
Ул ваҡытта уның һүҙенә Рәмзиә иғтибар ҙа итмәне. Сиғандан ҡотолоуына шатланып, ашыға - ашыға эшкә китте. Ундағы мәшәҡәттәр менән әлеге ваҡиға ла тиҙ онотолдо.
Бына әле дауаханала ятҡанда ни өсөндөр сиған ҡатынының зәһәр ҡарашы, рәнйеп әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө. Әллә ҡарғышы төштөмө икән? Уның әйткән һүҙҙәре барыһы ла алдына килде бит... Ашҡаҙанында яман шеш таптылар. Тамағына аш үтмәй. Өйҙән әллә ниндәй тәмле, затлы ризыҡтар килтерһәләр ҙә, шуларҙы ашай алмай зарығып операция көтөп ята.
Шул ваҡыт Рәмзиәнең күңелендә өмөт сатҡылары ҡабынды.Ҡорбан салдырырға кәрәк һәм итен мохтаждарға таратып бирергә, тигән уйы йәшәүгә ышанысын арттырҙы. Был ниәтен иренә еткерҙе һәм оҙаҡҡа һуҙмай изге ғәмәл башҡарылды. Рәмзиәгә тиҙҙән ҡатмарлы операция яһанылар. Яман шештең ныҡ аҙып китмәүе, табиптың йәшәүгә өмөт барлығы тураһында әйтеүе күңелендә ышанысын нығытты. Шул ваҡытта ул изгелек ҡылыуҙың ни тиклем ҙур көскә эйә булыуын аңланы.