

Бөгөн алғы һыҙыҡтағы БПЛА операторҙары - армияның төп ҡаҙаныштарының береһе. Күп кенә пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарының үҙҙәрен һәм яҡындарын яҡлау өсөн анонимлыҡ һаҡларға теләүе ғәжәп түгел.
Яугир, махсус хәрби операцияла өсөнсөгә яраланыу сәбәпле, демобилизациялана. Мин гәзиткә яҙыу өсөн мәҡәлә геройын эҙләгәндә ул республика шифаханаларының береһендә реабилитация үтә ине. Шуға ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙ үҙенең хеҙмәте тураһында һөйләргә ризалашты.
Әңгәмәсем Башҡортостанда тыуған, Ишембай районының хозур тәбиғәтле ауылында үҫкән. 2010 йылда армияға хеҙмәткә саҡырыла. Унда уға «Башка»
ҡушаматы бирәләр. Махсус хәрби операцияла ла яугир үҙенә ошо ҡушаматты ҡалдыра.
- Хәрби хеҙмәтте Хабаровскиҙа уҡыу-разведка ротаһында үттем. Беҙҙә Фуга фамилиялы бик яҡшы кесе сержант бар ине. Ул минең ҡаҙаныштарымды, әүҙемлегемде күрҙе, – тип хәтерләй яугир. - Фуга Башҡортостандан булыуымды белә ине һәм мине «Башка» тип атай торғайны. Был ҡушамат шул тиклем
беректе, хатта рота командиры ла мине фамилия буйынса түгел, ә ҡушаматым буйынса саҡыра торғайны. Армия хеҙмәте тураһында һөйләгәндә яҡташыбыҙ ҙур казармаларҙы йылмайып иҫенә алды.
- Казармаға йөҙ ҙә илле һалдат һыя торғайны һәм уны күпме генә елләтһәң дә һәр ваҡыт әрме итектәренең үҙенсәлекле еҫе һиҙелә ине, - тип хәтерләй яугир. Ҡатыны менән айырылышҡандан һуң ир махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә.
- Айырылышҡандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, алғы һыҙыҡҡа китергә булдым. Хәрби хеҙмәт тәжрибәһен иҫәпкә алып, мине разведкаға ебәреүҙәрен һораным.
Һөҙөмтәлә, 2023 йылдың 25 апрелендә контрактҡа ҡул ҡуйҙым, ә ике көндән һуң 810-сы диңгеҙ пехотаһы бригадаһы составында инем, – тип өҫтәй махсус хәрби операция ветераны.
Яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән батальон Запорожье өлкәһенең Работино ауылын һаҡлай. Тап ошо йүнәлештә яугир беренсе тапҡыр яралана. Дауаланыу курсынан һуң яңы бурыстарҙы үҙләштереү өсөн батальонға ҡайта: уға БПЛА менән идара итеү күнекмәләрен өйрәнергә кәрәк була.
- Уҡыу етди булды, сөнки хәҙер тик БПЛА операторы ғына һуғыш барышын тулыһынса контролдә тота ала. Иптәшем менән бергә уҡыныҡ һәм шуны әйтә алам: беҙ егеттәребеҙ өсөн терәк булдыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды әңгәмәсем.
Операторҙың төп бурыстары - сит территорияла разведка, артиллерия һәм штурм өсөн мәғлүмәттәр тапшырыу. Тәү ҡарашҡа бер ҡатмарлығы ла юҡ һымаҡ: дронды һауаға күтәрәһең дә мониторҙан кәрәкле маҡсаттарҙы күҙәтәһең. Әммә, геройыбыҙ әйтеүенсә, джойстик тота белеү генә етмәй – хәҙерге ваҡытта быны һәр бала эшләй ала. Әгәр хәрби заданиеға бараһың икән, урындағы рельеф менән эшләргә, топографик карталарҙы уҡырға, эшеңдә башҡа геодезия мәғлүмәттәрен ҡулланырға кәрәк.
- Заданиены үтәү беҙгә йә ерҙе разведкалау, йә дошманды юҡ итеү өсөн нөктә билдәләүҙән башлана. Ғәҙәттә, бер үк ваҡытта бер нисә оператор бергә эшләй.
Береһе разведка алып бара, икенсеһе FPV-дроны менән идара итә. Шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын миналар менән тиҙ зарядлай белгән саперҙар ҙа
бар, - тип аңлата ветеран. - Бынан тыш, һәр оператор үҙ ҡоролмаһын яҡшы белергә тейеш. Уның нисек эшләүен аңларға, әгәр берәй хәл була ҡалһа, уны тиҙ арала йүнәтергә һәм сафҡа индерергә кәрәк.
Ябай кешегә БПЛА операторы һәр ваҡыт дошмандан хәүефһеҙ алыҫлыҡта тора кеүек тойолор. Әммә был дөрөҫ түгел. Ара төрлөсә булыуы мөмкин: бер нисә километрҙан алып 500 метрға тиклем. Яҡташыбыҙ хәтерләүенсә, бер тапҡыр уға минималь дистанцияла - дошманға тиклем өс метр алыҫлыҡта дрон алып барырға тура килә.
– Оператор хеҙмәте хәүефле, әгәр Украинаның ҡораллы көстәре ниндәй бурыстар үтәүеңде белһә, һине юҡ итеү өсөн иң ҡеүәтле ракеталарын да йәлләмәйәсәк, - тип билдәләй ир. – 2024 йылда беҙ ракета һөжүменә эләктек, мин ҡаты яраландым, бәхеткә күрә, беҙҙе эвакуацияланылар. Реабилитациянан һуң ҡабаттан махсус хәрби операцияға киттем, взвод командиры урынбаҫары булдым.
Хәрби бурыстарҙы аныҡ үтәгәне, шәхси инициативаһы һәм һуғыш яланындағы батырлығы өсөн яҡташыбыҙ РФ Оборона министрлығы наградаһына лайыҡ була,
Суворов һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән билдәләнә.
- БПЛА операторҙары сафын тулыландырырға теләгән барлыҡ егеттәргә яуаплылыҡтан ҡурҡмаҫҡа кәңәш итәм. Ә еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙә буласаҡ! - ти махсус хәрби операция ветераны.
Фото шәхси архивтан.