Бүлмә гөлдәрен нисек тәртипкә килтереү тураһында белеү өсөн «Россельхозцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Ишембай районы буйынса бүлегенең әйҙәүсе агрономы Людмила Борисоваға мөрәжәғәт иттек.
«Генераль йыйыштырыу»
Ҡышын гөлдәрҙең япраҡтарына саң күп ултыра. Ул үҫемлекте йәмһеҙләп кенә ҡалмай, ә уға тын алырға һәм ҡояш яҡтылығын һеңдерергә лә мөмкинлек бирмәй. Был осраҡта уларҙы нисек тәрбиәләргә?
- Эре шыма япраҡлы үҫемлектәр (мәҫәлән, фикус, монстера) душты ныҡ ярата. Тамырға артыҡ һыу эләкмәһен өсөн, тупрағын пакет менән ҡаплағыҙ һәм япраҡтарын йылы һыу менән йыуығыҙ.
- Бүлмә гөлө ҙур булһа, һәр япрағын йомшаҡ еүеш сепрәк менән һөртөп сығығыҙ.
- Ялбыр, ҡуйы япраҡлы гөлдәрҙе (мәҫәлән, фиалка, герань) йыуырға ярамай! Уларҙың саңын йомшаҡ ҡоро бумала менән ҡағып төшөрөгөҙ.
Яҙғы киҫеү
Ҡышын күп гөлдәр буйға үҫә, сағыу төҫөн юғалта. Был осраҡта түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ.
- Ҡороған, һарғайған йәки зыян күргән япраҡтарҙы киҫеп алығыҙ.
- Гөлдәрҙең һабаҡтары оҙон йәки яланғас булһа, уларҙы әҙерәк ҡыҫҡартып киҫергә була. Был ысул үҫемлектәргә яңы япраҡтар бирергә һәм ҡуйырып матурланырға мөмкинлек бирә.
Күсереп ултыртыу
Яҙ миҙгеле ҡайһы бер гөлдәргә ҙурыраҡ, иркенерәк һауыт кәрәклеген белдертә. Быны нисек билдәләргә була?
- Әгәр гөлдөң тамыры һауыт төбөндәге тишектәрҙән килеп сыға башлаһа, тупрағы тиҙ ҡороп барһа, тимәк уны уңайлыраҡ һауытҡа күсереп ултыртырға ваҡыт еткән. Һауытты элеккеһенән 2-3 сантиметрға ҙурыраҡты һайлап алығыҙ. Уның төбөнә дренаж (керамзит) һалырға онотмағыҙ. Был ысул гөлдәрҙең тамыры серемәһен өсөн кәрәк.
- Күсереп ултыртыу кәрәк булмаһа ла, тупраҡтың өҫкө ҡатламын (2-3 см) яңыға алыштырығыҙ.
Ҡоротҡостарҙан эшкәртеү
- Гөлдәрҙе ентекле тикшерегеҙ, кәрәк булһа, инсектицидтар менән эшкәртеп сығығыҙ.
Ҡояш ваннаһы
Яҡты көн оҙоная бара. Үҫемлектәргә яҡтылыҡ күберәк кәрәк.
- Гөл һауыттарын тәҙрәгә яҡыныраҡ урынлаштырығыҙ.
- Яҙғы ҡояш уҫал. Әгәр тәҙрәгеҙ көньяҡҡа сыҡһа, гөлдәрҙе төш мәлендә йоҡа туҡыма менән ҡаплап ҡуйығыҙ. Шул осраҡта уларҙың япраҡтары ҡояш нурынан зыян күрмәҫ.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина