Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март , 11:00

Бүләк

Тыуған ауылыма күптән ҡайтҡаным юҡ ине. Бындай саҡта беҙ ғәҙәттә ваҡыт юҡлығына һылтанабыҙ. Мин дә үҙемә үпкә белдергән туғандарыма шунан башҡа яуап тапманым.

Бүләк
Бүләк

Ауылдағы үҙгәрештәрҙе күреп, аптыраным да, һоҡландым да. Бигерәк тә тыуған яғым тәбиғәтен һағынғайным мин.

– Әйҙәгеҙ, урманға! – тинем туғандарыма.

– Мирзаһит урманы еләкле, һине шунда алып барырбыҙ.

Мин ғәжәпләнеүемдән хатта йылмайырға мәжбүр булдым.

– Ундай урман юҡ ине лә баһа! Кем уйлап сығарҙы?

– Халыҡ шулай тип йөрөтә, – тине ике туған һылыуым. – Бөтәһе лә шулай ти. – Унан миңә күтәрелеп ҡараны ла нимәнәндер шикләнгәндәй һораны: – Ниңә улай тип һорайһың?

Мирзаһит урманы! Һеңгәҙәтте мине был хәбәр.

Нимә беҙҙе, өлкәңдәрҙе, һағышлы минуттарыбыҙҙа алыҫ үткәнебеҙгә әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итә? Ниндәй көс беҙҙе тыуған төйәккә әйҙәй, һәм ҡасан килен беҙ үҙебеҙҙә бала саҡ үлмәгәнен аңлайбыҙ? Нимә һуң, нимә өйкәй минең йөрәкте?

Һөйләйәсәк хикәйәм бала саҡ тураһында һәм улай ғына ла түгел. Шул замандағы кескәй ҡыҙ бала...

Юҡ, ул түбәндәгесә башланһын.

Ғәжәп кеше ине ул. Аҙ һүҙле, моңһоу ҡарашлы, һәр саҡ башын түбән эйгән килеш йөрөй. Уйсанлығы шулай иткәндер. Ҡорҙаштары менән сағыштырғанда өлкәнерәк тә күренә ине, буғай. Өлкән күренмәй тағы, эше еңел булманы бит – ғүмер буйы көтөү көттө, ә үҙе бер ҡасан да һаулыҡҡа мандый алманы. Уның ниндәй һыҙланыу кисергәндәрен өйҙәгеләр генә – үлән-тамыр менән дауалаған ҡатыны һәм балалары ғына белә ине. Бигерәк тә һыуыҡ көндәрҙе ауыр кисерә торғайны. Көҙө-ҡышы һыҙланыуҙар менән үтә ине шул. Яҙ еткәс, кипкән ирендәрендә йылмайыу сағыла: «Был ҡышын да үткәргәс, инде бирешмәм». – Шулай ти ҙә кескәй ҡыҙын арҡаһынан һөйә. Ир балалар араһында берҙән-бер ҡыҙ булғанғамы, кинйәкәсен айырыуса ярата ине ул.

Мирзаһит Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә, унан ауыр яралар менән әйләнеп ҡайта. Ана шул яралар бер ҡасан да тынғылыҡ бирмәне. Хатта йылдар үтеү менән һыҙланыу тәрәнерәк һәм асыраҡҡа әйләнде.

Колхоз көтөүен көттө ул. Бик баҫалҡы, намыҫлы был кешенән хужалар ҙа бик ҡәнәғәт ине. Улар һәр йыйылышта Мирзаһиттың исемен телгә ала. Хатта шул йылдарҙа бер түрә: «Әйт, Мирзаһит ағай, ҡайҙа үҫтерәләр һеҙҙең кеүек көтөүселәрҙе?» – тип һораған тиҙәр.

Һүҙсән түгел ине ул. Шуға ла бөтә уй-кисерештәрен күңеленән сыҡҡан моң аша әйтә торғайны.

Эңер һарҡыуы. Көтөү ауыл осона етеп килә. Мирзаһиттың күкрәгенән урғылып сыҡҡан моң тау-урмандар аша шаңдап ауылға ишетелә. Был саҡта өлкәндәр генә түгел, бала-саға ла тын ҡала. Һин дә ошо моңдо ҡабатларға тырышаһың – булдыра алмайһың. Ләкин тап шул мәлдә һин бөйөк тыңлаусыға әйләнәһең. Юҡ, һин үҙеңдә ниндәйҙер бөйөклөк барлығын ап-асыҡ тояһың. Күңелдән урғылған саф моң һинең рухи халәтеңде шулай яһай ҙа инде...

– Йә Хоҙа! Ҡөҙрәтеңдең сиге юҡ! – Быны ҡулъяулығы менән күҙен һөртә-һөртә ауылдың йөҙйәшәр ҡарты Ҡадир олатай әйткәйне. Ул да күптән мәрхүм инде.

Мин оло кешеләрҙең күҙҙәренә эленгән йәште күреп ғәжәп итә торғайным. Хәҙер ғәжәпләнмәйем. Халыҡ йырҙарын тыңлағанда шундай уҡ тойғоларҙы хәҙер мин үҙем кисерәм...

Йәй айҙарында һирәк-мирәк кенә ҡайтып әйләнгәнендә Мирзаһитты «һә» тигәнсе бала-саға һырып ала.

– Ҡай тирәлә балыҡ шәп сиртә?

– Ҡай ерҙә еләк күп икән?

Мирзаһит олаталары бөтәһен дә белә, һәр һорауға ентекләп яуап бирә.

– Балаҡайҙарым, – тип ҡуя ул һуңынан, – еләккә барыр ерегеҙ – сабынлыҡ. Тапамағыҙ тип әйтә алмайым, тик шуны онотмағыҙ: малдар был турала һеҙҙән үтенә алмай. Теле юҡ. Улар был хаҡта миңә генә әйтәләр...

– Муйыл ныҡ уңған. Тик ботарлай күрмәгеҙ. Ағастың да ләғнәте төшә, ти торғайны борон ҡарттар...

– Күбәләкме, ер ҡортомо, үлтерергә ашыҡмағыҙ. Улар ҙа беҙҙең кеүек йән эйәһе, тик ғүмерҙәре генә бер йәйлек.

Ул үҙе осҡан һәр күбәләккә, йөк һөйрәгән ҡырмыҫҡаға ҡарап һөйөнөр ине. Балаларҙы ла шуға өйрәтергә тырышты.

Ил Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнде. Мирзаһит та уны бүтән ветерандар кеүек түҙемһеҙлек менән көттө. Был ҡышын элеккеләре менән сағыштырғанда ауырыраҡ үткәрҙе шул. Бәлки, яҙҙы көтөүе сәләмәтлек нығытыу менән бәйле булғандыр. Үҙ хәлен үҙе самалағанға күрә, берәй яҡҡа барып дауаланып ҡайтырға ниәт итте.

– Тиҙҙән миңә саҡырыу ҡағыҙы килергә тейеш. Китмәҫ борон, икәүләшеп, урманға сығып әйләнербеҙ, – тине ул бер көн ҡыҙына.

Ҡыҙ ҡыуанып, сәпәкәй итте.

– Унда икәүләп кенә йырларбыҙ, ибет! Урманда матур яңғырай бит!..

– Эйе, икәүләп кенә, – тип баш ҡаға атаһы.

Икәүләп кенә ҡырға сығырға өлгөрмәне улар. Мирзаһитты колхоз идараһына саҡыртып алдылар.

– Көтөүсе табып булмай бит, ағай. Быйылға ал инде малды, һалбырғолағың да көтөүҙе һағынғандыр.

Мирзаһит санаторийға йыйыныуын әйтте. «Ҡуйсы, ағай, урман үҙе дауа бит инде!.. – Улар һаман өгөтләне. – Көҙ иң шәп санаторийға үҙебеҙ ебәрербеҙ!»

Нишләйһең, ризалашты Мирзаһит.

– Изгелегең онотолмаҫ, ағай!

– Изгелек... – тип бышылдай Мирзаһит. – Кешеләр генә түгел, мал да аңлай бит ул изгелекте...

Атаһы йәнәшәһендә баҫып торған ҡыҙы ул әйткәнде асыҡ ишетте. Урамға сыҡҡас, шул һүҙҙе ҡабатланы:

– Изгелек... Ә нимә була ул, атай?

– Улмы, ул кешеләрҙе ҡыуандырыу, уларға ҡарап үҙең дә ҡыуаныу. Ул яҡшы эш, йылы һүҙ...

Ҡыҙ шундай күп белгән атаһына ғорурланып ҡарап ала. Атаһы уға йылмайыу менән яуап ҡайтара. Ҡапыл ҡыҙ был ҡарашта эске һыҙланыуҙы күргәндәй була. Ул: «Хәлең нисек, атай?» – тип һорарға итә. Ләкин ҡыймай, сөнки атаһының нимә тип яуап биререн былай ҙа белә.

Шулай итеп, Мирзаһит яңынан көтөүҙе үҙенә алды.

Эт олоғанға иң элек ҡыҙы йүгереп килеп сыҡты. Һалбырғолаҡ нишләп был ваҡытта ҡыйтып килгән? Ҡаушай киткән ҡыҙ күршеләренә ҡысҡырҙы:

– Ноғоман олатай!..

Эт тотторманы. Шыңшый-шыңшый кире урам яғына сапты. Ноғоман ҡарт, балалар кемуҙарҙан уның артынан йүгерҙе.

Башта Мирзаһиттың атын күрҙеләр. Эйәрле ат Һаҡмар ситендә башын эйеп, хәрәкәтһеҙ баҫып тора, ә эргәһендә... ергә Мирзаһит йөҙтүбән йығылған. Иң алда барып еткән Ноғоман олатай уны салҡан әйләндерҙе.

– Хәҙер, хәҙер... – тип ул Мирзаһиттың ҡулын тотто. Ирене дерелдәне. – Балаҡайҙарым... Балаҡайҙарым...

Киске урманды, йылға буйын балаларҙың өҙөлөп илауы яңғыратты.

– Атай!

Һалбырғолаҡ та уларға ҡушылып олоно. Мирзаһиттың ҡыҙы бер кемде лә күрмәй, бер кемгә лә иғтибар итмәй, наҙ, мөхәббәт тулы күҙҙәрен атаһынан алмай, уның ел туҙҙырған сәсенән һыйпаны...

Бала өсөн үлем юҡ ине.

9 Майҙы ҡаршыларға ни бары биш кенә көн ҡалғайны.

Байрам тантанаһы ваҡытында башланды. Элекке һымаҡ оҙаҡҡа һуҙылған ялҡытҡыс телмәр ҙә булманы. Бөтәһе лә һәйбәт бара. Шулай булмай тағы, байрамға әҙерлек әллә ҡасан ук башланғайны бит. Бына ветерандарҙы бүләкләү мәле лә килеп етте. Ноғоман бабай бүләккә нимә алғандарын белә. Күптән түгел идараға барғанда хужалыҡ рәйесе Ринат Әхтәмович Мирзаһит менән икеһенә: «Ағайҙар, һеҙҙән йәшерен-батырыны юҡ. Байрамда транзистор менән бүләкләргә уйлайбыҙ. Насар булмаҫ бит, – тигәйне. Унан Мирзаһитҡа ҡарап: – Хәҙер үҙеңә йырларға ваҡыт та ҡалмаҫ, әҙерҙе тыңлап тик йөрөрһөң. Ҡуй, барыбер һиңә еткән йырсы табылмаҫ, әллә айырым ғына бүләк алырғамы?» – тип шаяртҡайны.

Уйҙары ошо урынға еткәс, Ноғоман бабайҙың йөрәген нимәлер семетеп алды. Мирзаһиттың яҙмышы ҡалай үкенесле булып ҡуйҙы. Байрамды шундай түҙемһеҙлек менән көтөп йөрөгәйне... Әллә күңелгенәһе бер-бер нәмә булырын һиҙендеме икән? Мәрхүмгә аталған бүләкте өйөнә алып барып тапшырһалар ярар ине. Уның һуңғы йәдкәре, төҫө итеп тоторҙар...

Уйы ошо урында бүленде. Уны сәхнәгә саҡырҙылар. Тантана тамамланғас, ҡарт кешеләрҙе йыра-йыра Ринат Әхтәмовичҡа табан ынтылды.

– Ринат ҡустым, туҡта әле!

– Ашығам бит әле, ағай, – тине рәйес, уның яғына боролоп ҡарағас. – Йә, ярай, нимә булды, ут ҡапҡандай...

– Мирзаһит мәрхүмгә тигән бүләкте кем алып барып тапшыра икән?

– Ниндәй бүләкте ?!

Ноғоман ҡарт Ринат Әхтәмовичтың тауышынан тертләне.

– Ниндәй бүләкте, тием?

Тантана тәьҫиренән һаман айный алмаған Ноғоман бабай был боҙҙай һалҡын тауыштан юғалды ла ҡалды.

– Ноғоман ағай, – тине Ринат Әхтәмович ашыҡмай ғына бер аҙҙан, ни өсөндөр, атаһының исемен дә өҫтәне, – Мансурович, беҙ әлегә тиклем бер байрамда ла яуҙа һәләк булғандарға йәиһә һуғыштан һуң вафат булғандарға бүләк тапшырғаныбыҙ булманы, һәм берәү ҙә был йәһәттән беҙҙе ғәйепләй алмай. Һинең хис-тойғоларыңды ла аңлайым. Һеҙ күршеләр генә түгел, туғандар ҙа инегеҙ, буғай...

– Һуң... Туҡта, нисек улай?.. – Ноғоман бабай тотлоҡто.

– Беҙ һеҙҙең берегеҙҙе лә онотмайбыҙ. Быға шөкөр ҡылайыҡ. Ярай, Мансур... Ноғоман Мансурович, минең ашығыс эш бар. Йомошоң төшһә, инеп сыҡ.

Ул үҙенә ҡарап шаҡ ҡатҡан ҡартҡа аҙ ғына ла илтифат бирмәйенсә, ары китте. Ноғоман бабай нисек итеп уның беләгенән эләктереп алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Нишләп юҡты һөйләйһең?

Ринат Әхтәмович ҡулын һелкә тартып алды.

– Эскәнһең икән, ағай, буйыңа һеңдер. Ҡайт, ял ит.

– Ә?!

Ноғоман бабайҙың тауышы шау-шыу араһында йотолдо. Ул Ринат Әхтәмович ултырып киткән машина артынан оҙаҡ ҡарап торҙо.

Урам буйлап әкрен генә атлап Ноғоман бабай килә. Ашығырға урын юҡ. Бөгөн байрам. Еңеүгә теүәл утыҙ йыл. Ҙур ҡалаларҙа бөгөн кис салют бирерҙәр. Мең төҫтәге уттар, емелдәп, бөтөн ҡалаға һибелер... Өҫкә килеп төшмәй микән улар? Бер салют та икенсеһен ҡабатламай тиҙәр бит. Һор атҡаны үҙенсә генә балҡып, үҙенсә генә һүнә микән?.. Ноғоман бабайҙың бер ҡасан да салют атҡандарын күргәне юҡ. Бары тик һүрәттә генә. Йәшерәк сағында берәй яҡҡа барып күреп ҡайтырға хыяллана торғайны. Хәҙер нимәгә кәрәк инде? Оҡшашмы, оҡшаш түгелме, ут уттыр инде. Тотоп ҡарап булмай, һүнә, юҡҡа сыға торған нәмә... Әйҙә бүтәндәр баш ватһын. Осҡондар ғына түгел, фани донъяла хатта бер кеше икенсеһенә оҡшамаған. Үҙенсә тыуа, үҙенсә һүнә.

Әҙәм балаһы үлеү менән онотола, кәрәге бөтә лә ҡуямы? Ә ҡайҙа һуң кешелеклелек тигән нәмә? Хәтер?.. Әллә улар ҙа юҡмы?

Ҡулда ауыр транзистор. Әллә нисә бот суйын күтәргәнме ни!.. Нишләп был тиклем ауыр икән һуң ул?

Ҡайҙа дуҫ, ҡайҙа дошман икәнен ул элегерәк асыҡ белә ине. Һуғышта шуға ла еңеү яуланылар. Ә хәҙер, күпме йәшәгәндән һуң, күпме ғүмер юлы үтелгәндән һуң, ул дуҫтан дуҫ түгелде айыра алмай. Донъяла бөтәһе лә ҡәбәхәт, таш бәғерле түгел. Ләкин мохтаж ваҡытта һине аңлар кеше табылмаһа? Тимәк, һин үҙең насарһың...

Кешенән нимә ҡала был донъяла? Изгелек, игелек? Аңламағандарға кәрәкме һуң һинең изгелегең?

– Байрам менән ҡотлайым һине, олатай!

Ноғоман бабай туҡталды. Мирзаһит ҡорҙашының ҡыҙы уны ҡотларға тип сыҡҡан бит. Ҡарт йылмайҙы.

Кешенең эшен, тормошон дауам итер өсөн балаһы ҡала. Өмөтө, һағышы, шатлығы булып балаһы ҡала. Тормошҡа ашыр һәм ашмаҫ хыялы булып балаһы ҡала. Был аҙмы ни?

– Ҡыҙым, был бүләк. Аңлайһыңмы, бүләк... – Ул ҡулындағы әйберен тегеләй-былай әйләндерҙе, тамағын бер нисә мәртәбә ҡырғандан һуң, транзисторҙы ҡыҙға тотторҙо. – Онотмайҙар. Күрәһеңме? Атайыңдың иҫтәлеге булһын, тинеләр. Күрәһеңме, нисек... Шулай ул... Вәт бит, ҡыҙым...

Ул ҡыҙ бала мин инем. Ноғоман бабай үтеп киткәс, ҡәҙерле бүләкте ҡосаҡлаған килеш бик оҙаҡ баҫып торҙом. Янымда атайым баҫып торғанын күргәндәй булдым. Бүләккә ҡыуанырғамы, ҡайғырырғамы икәнен белмәнем. Шатлыҡ еңде, әлбиттә... Ә транзисторҙың ниндәй бүләк икәнен мин һуңынан ғына, Ноғоман бабай был донъянан киткәс кенә ишеттем.

Тыуған ауылым, һинән киткәс, кире ҡайтырға ашыҡманым. Сәбәбен һорама. Мин уны әйтә алмам.

Мин һеҙҙе ташлап китмәнем. Мин бары урау юлдар аша һеҙгә кире ҡайттым.

 

 

Фото: Айһылыу Вахитова

Автор: Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас