Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март , 12:00

Ауыл хәбәрҙәре

Этҡол ауылы мәсетендә лә Ураҙа ғәйете уҙҙы. Рәсүл хәҙрәт байрам вәғәзе һөйләгәндән һуң, ғәйет намаҙы уҡылды. 

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Артабан байрам мәжлесе һәр кем алып килгән күстәнәстәрҙән матур табын ҡоролоп, Нәбиуллина Рәйсә, Заһиҙуллина Нәзилә, Ҡыҙрасова Гәүһәр апайҙар тарафынан бешерелгән аштар менән һыйланып, сәй эсеү менән тамамланды.

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын, күңелдәребеҙгә иман нуры өҫтәп, һәр беребеҙгә именлек, мәрхәмәт һәм бәрәкәт алып килһен! Донъяларыбыҙ тыныс, табындарыбыҙ мул, яҡын кешеләребеҙ һәр саҡ янда булһын! Артабан да Рамаҙан айҙарын күрергә һәм Ураҙа ғәйетен иҫән-һау ҡаршыларға насип итһен.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор: Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас