- Изге Рамаҙан айын бик матур үткәреп ебәрҙек. Мәсеттә тәрәүих намаҙына йыйылып, көндә берәр жүз уҡыныҡ. Жүз - ул Ҡөрьәндең 30-сы өлөшө. Изге китап бөтәһе 604 биттән тора. Быйылғы тәрәуих намаҙҙарын Ҡөрьәнде яттан белеүсе йәш хәҙрәтебеҙ Самир алып барҙы. 23 йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул ике йыл элек Ҡөрьән китабын ятлап, үҙ белемен дәлилләгән махсус документ алыуға өлгәште. Шулай уҡ ғәрәп телен дә яҡшы белә. Арабыҙҙа шундай белдекле хәҙрәт булыуы бик ҡыуаныслы. Һуңғы тәрәүих намаҙын шаршамбы, 18 мартта үткәрҙек, - тип һөйләне Ишембай районының имам-мөхтәсибе Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин. - Тәүге көндәрҙә тәрәүих намаҙына йыйылыусылар күп булмаҫ, тип уйлағайныҡ. Әммә мәсеткә көндә 80-100 ир-егет, 20-25 ҡатын-ҡыҙ йыйылып намаҙ уҡыуы бик шатлыҡлы булды.
Илнур хәрҙәт билдәләүенсә, быйыл Ишембайҙа бишенсе тапҡыр "Рамаҙан тирмәһе" эшләне. Муниципаль район хакимиәте менән килешеү буйынса, берҙәм ифтарҙар элекке 9-сы мәктәп ашханаһында уҙғарылып, көндә йөҙләгән кешегә табын әҙерләнде. Бик күптәр изге эшкә ҡушылып, финанс ярҙам күрһәтте.
Ураҙа ғәйете уңайынан тиҫтәләгән мосолман ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә мәсеткә Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, уның социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Илшат Исмәғилев, районыбыҙҙың башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов та килде.
- Бөтәгеҙҙе лә изге Рамаҙан айы тамамланыуы, Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлайым! Күптәрегеҙ сабырлыҡ, шәфҡәтлелек кеүек сифаттарҙы иҫкә төшөргәндер, тип өмөт итәм. Сөнки тирә-яҡта беҙҙең ярҙамға мохтаж булған яҡташтар бар, - тип өндәште Азат Альберт улы. - Илнур хәҙрәткә һәм Ишембай районы мөхтәсибәтенә рәхмәтлемен: рамаҙан айында ифтар үткәрелгән бина ишектәре һәр көн асыҡ булды, унда һәр кем килә алды. Аллаһы Тәғәлә ураҙаларҙы һәм доғаларҙы ҡабул итһен.
Ҡотлау һүҙҙәренә Илшат Иҙиәтулла улы ла ҡушылды.
- Ишембай мөхтәсибәте балаларҙы, йәштәрҙе, ололарҙы дингә йәлеп итеп, тәрбиәүи йүнәлештә әһәмиәтле, мәртәбәле эш башҡара. Беҙҙә һеҙгә ярҙамсы булырға тырышабыҙ. Ошо айҙы шулай күркәм итеп үткәргәнебеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәтлемен, - тине ул.
Байрам намаҙынан һуң һәр кем бер-береһен ҡотлап, ихлас аралашып, матур йола буйынса былау менән һыйланды.
- Йәш саҡта дин юлына баҫыу, мәсеткә йөрөү теләге ҙур булды. Бер тапҡыр өйгә ислам дине тарихы тураһындағы китап алып ҡайтҡан инем, тормош иптәшем Анатолий мине "намаҙ уҡырға өйрән" тип өгөтләп мәсеткә ебәрҙе. Шулай итеп 2013 йылдан мәсеткә йөрөй башланым, ғәрәп телен өйрәндем, намаҙ уҡыйым, ураҙа тотам. Рамаҙан айында бер генә тәрәүих намаҙын да ҡалдырманым. Аурыҡһынып торһам, мәсеткә килеү менән үҙемә көс керә, - тип ихлас уртаҡлашты 77 йәшлек Рима Таштимер ҡыҙы Кинйәбулатова. Әйткәндәй, Рима апай быйыл Хажға барырға ла йыйына. Уға изге ниәтен тормошҡа ашырып, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ.
- Мин хәҙер утыҙ йылдан ашыу ураҙа тотам. Шөкөр, миңә ҡарап иптәшем Шәфҡәт тә ылығып китте. Хәҙер өс йыл бергәләп ураҙалабыҙ. Бергәләп ифтарҙарға йыйылыу ҙа беҙгә бик оҡшай, - тип уртаҡлашты Венера Кәлимуллина.
Байрамға йыйылыусыларҙың һәр береһе илгә именлек, яҡындарына һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош теләне.
Автор фотолары.