Ишембай районы мөхтәсибәте Һеҙҙе мосолмандарҙың оло байрамы - Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлай!
Изге Рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙ, ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булып, улар бәрәкәтендә Тыуған еребеҙгә, илебеҙгә тыныслыҡ, халыҡтар һәм илдәр араһында аңлашыусанлыҡ, татыулыҡ килһен! Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә бар фетнәләрҙе туҡтатып, тормошобоҙға, ғаиләләребеҙгә, балаларыбыҙға хәйерле бәрәкәттәрен бирһен! Барыбыҙ ҙа Уның ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандарынан тыйылып йәшәп, сикһеҙ рәхмәтендә һәм иманыбыҙ ҡеүәтендә был донъялыҡта ла һәм Әхирәттә лә бәхетлеләрҙән итһен!
Киләһе Рамаҙан айын юғалтыуҙарһыҙ, тик шатлыҡ-ҡыуаныста, берҙәмлектә бергә ҡаршы алырға насип итһен! Әмин!
«Аллаһу Тәғәлә һеҙгә еңеллек теләй, ҡыйынлыҡ теләмәй. Һанаулы (ураҙа) көндәрҙе тамам итеп, һеҙгә тура юл күрһәткәне өсөн, Аллаһты ололағыҙ, шөкөр итегеҙ». («Бәҡара» сүрәһе, 185 аят).
Илнур хәҙрәт ҒИНИӘТУЛЛИН, Ишембай районының имам-мөхтәсибе.