Һаҡ ҡына ишек ҡаҡтылар. Ятҡан урынымдан торҙом да: «Керегеҙ», – тип ишеккә ҡараным.
Унан Ғәлиә күренде.
– Ә... ә... ә. Әйҙүк. Үтегеҙ.
Ғәлиә ҡапыл килеп инеүенә ғәфү үтенде. Унан бер миңә, бер Ғәндәлифтең туҙып ятҡан карауатына ҡарап алды ла: «Ғәндәлиф бер яҡҡа сыҡтымы әллә?» – тине.
– Хәҙер ҡайта ул. Книжкәһен онотоп ҡалдырған, шуны алырға китте. Ултырып тороғоҙ.
– Оҙаҡ булырмы икән? – Ул алға үтеп, өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ултырҙы. Ир-атты үҙенә ымһындырған ҡалын ҡара сәс толомдарын йыйыбыраҡ артҡа һалды ла өҫтәлдә ятҡан гәзиттәрҙе ҡараштырғылай башланы.
Ғәндәлифе китте лә юғалды. Карауаттың бер ситендә ултырып, аҫтыртын ғына уны күҙәтеүемде һиҙенде булһа кәрәк. Ғәлиә ҡапыл миңә әйләнеп ҡараны. Йөҙө алһыуланып, ҡыйғас ҡаштары нисектер төйөрөлөп киткәндәй булды. Яй ғына урынынан ҡуҙғалып:
– Оҙаҡланы. Ҡайтманы, – тип ишеккә йүнәлде.
– Ниңә ашығаһығыҙ? Ултырығыҙ!
– Һеҙҙе уңайһыҙланым шикелле. Ғәфү итегеҙ Ғәндәлиф ҡайтһа, килгәнемде әйтерһегеҙ, – тип ишекте һаҡ ҡына ябып сығып кипе.
Оҙаҡ та үтмәй, һөйләнә-һөйләнә Ғәндәлиф үҙе ҡайтып инде.
– Оҙағыраҡ торолдо, врачҡа инәһем бар. Книжкәмде әллә ҡайҙа тыҡҡандар ҙа таба алмай баш ҡатты.
– Ғәлиә кергәйне, һине көттө-көттө лә сығып китте.
– Ниңә килгән?
– Үҙенән һора. Бар, йүгер. Тиктәҫкә түгелдер.
Ғәндәлиф хатта ишеген дә япмай, ашығып сығып китте.
Хәтһеҙ генә ваҡыт үткәс, балтаһы һыуға төшкәндәй, башын түбән эйеп, кире килеп керҙе. Минең һораулы ҡарашҡа: «Китте», – тине көрһөнөп.
– Нисек китте? Ҡапыл ғынамы? Нәмә менән китте ул был ваҡытта?
– Өфөнән бүлмәләш ҡатынды ире алырға килгән. Шулар менән.
Ул уфтанды-уфтанды ла карауатына йөҙтүбән төшөп ятты.
Кисен ашхананан сыҡҡас, кеше төркөмөнән айырылып, ситтәге бер һуҡмаҡтан атлайбыҙ.
Икенсе көн иңде Ғәндәлифтең көйө юҡ. Йүнләп һөйләшмәй, ашауының да рәте бөттө. Уф та уф...
Мин түҙмәнем: «Ғәҙәттәге курорт романы ғыналыр, тип уйлағайным, әллә һеҙҙең мөнәсәбәттәр бик тәрәнгә киткән инде? – тинем. – Ғәлиә киткәс, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнеп, йөҙөң ҡара һөрөм менән ҡапланды ла баһа».
Ул туҡталып миңә, унан ҡарайып үркәсләнеп торған тау, урмандар һыртынан ҡалҡып килгән тулған айға ҡарап торҙо ла: «Кем уйлаған инде тағы ла килеп осрашырбыҙ тип. Нисәмә йылдар аша. Күпме һыуҙар аҡҡан. Йөрәк әллә күпме яраланып уңалғас ҡына. Әллә яҙмыш, әллә күрәсәкме икән. Роман түгел был, ә ысынбарлыҡ. Әйҙә берәр ергә барып ултырайыҡ әле». – тине.
Ситтәрәк бер ҡарағай төбөндәге эскәмйәгә барыл ултырғас, башын эйеп бер аҙ ергә ҡарап торҙо ла:
– Был курорт романы түгел, – тине ҡабатлап. – Был – йөрәктә әрнеү ҙә, һыҡтау ҙа, үрһәләнеү ҙә ҡалдырған йәшлек романы. Уның төбөндә йәшлек иҫәрлеге лә, яңылышыу ҙа, дыуамаллыҡ та, ә һуңынан уның көйөктәрен күреү ҙә ята.
Ул – беҙҙең ауыл ҡыҙы. Минең тәүге мөхәббәтем. Тәүге яуған ҡарҙай аҡ, пак, сабый күҙҙәрендәй эскерһеҙ саф мөхәббәтем ине. Ҡәҙерен генә белмәнем. Үҙемдең тинтәклек арҡаһында иңде...
Плащ яғаһын күтәреберәк ҡуйҙы. Ҡулдарын кеҫәһенә тығып, бер аҙ тынып ултырҙы.
– Бер ауылда, бер урам осонда йәшәнек. Беҙҙең йорт уларға урам аша ҡапма-ҡаршы тора ине. Бергә сыр-сыу килеп, ерҙә тәгәрәшеп үҫтек. Ул ҡалын сәсле, сатнап торған бер ҡыҙ ине. Үҫеп буй еткергәс тә баҫҡан ерендә ут сығарғандарҙың береһе булды.
Ауыл мәктәбен бөткәс, сит ауылға йөрөп уҡый башланыҡ. Ул ваҡытта беҙҙә урта мәктәп юҡ ине. Ауыл аралары йыраҡ. Егерме саҡрымдан да артыҡ. Бына ошо араны икәүләшеп өс йыл бергә тапаныҡ һем бер-беребеҙгә үҙһенеп, бер-беребеҙгә эйәләшеп бөттөк. Хатта юлда ылау осрап, беребеҙгә урын булмаһа, икебеҙ ҙә ултырмай торғайныҡ.
Ғәндәлиф туҡталып, башын юғары күтәрҙе. Нимә күҙәткәндер. Әллә күтәрелә төшкән ай яҡтыһында уңала башлаған аҡһыл-зәңгәр күк төпһөҙлөгөндә үҙенең йәшлек йылдарын эҙләнеме, әлле инде хәҙер уңып онотола яҙған күңел төбөндә бәләкәй генә осҡон булып һаҡланған тәүге мөхәббәтен уйланымы – өндәшмәй тын ғына ултырҙы.
– Әйҙә, ҡайтабыҙмы? – тине бер аҙҙан. Устары менән тубығына һуғып, урынынан торҙо.
– Ниңә, һөйләй башлағас, һөйлә иңде. Ҡайтып унда ни эшләйһәң?
– Ҡайтҡас һөйләрмен.
Күңелемде ҡытыҡлап торған ҡыҙыҡһыныуымды ҡандырыу өсөн, ҡайтҡас та уның һөйләүен үтендем.
Ғәндәлиф өҫтөндәге одеялын тартыбыраҡ ябынды ла:
– Унды бөткәс, йәйҙең бер матур көнөндә, ҡулыбыҙға аттестат тотоп, яйлап ҡына ҡайтып киләбеҙ, – тип дауам ите. – Шатлығыбыҙ эсебеҙгә һыймай. Ул заманда аттестат алыу үҙе ни тора ине бит. Хәҙерге дипломдарың ситтәрәк торһон. Ҡайтып етәрәк юл ситендәге яңғыҙ бер ҡарама төбөнө ял итергә ултырҙыҡ. Күләгәлә ултырҙыҡ-ултырҙыҡ та, мин әйтәм, кил әле, шатлыҡтан бер үбәйем әле, тим.
Быға ҡәҙәре башынан битенән һыйпап, ҡыҫып ҡосаҡлашыуҙан башҡа бер нәмә лә белмәй инек.
Үҙе ҡаршылашҡан була, үҙе ҡулдары менән мине тарта. Йүнләп үбешә лә белмәйбеҙ. Нисәмә йылға шунда белер-белмәҫ тәүге үбешеүебеҙ булды.
Бер көндө кисен беҙҙең ҡапҡа төбөндә эскәмйәлә ултырабыҙ. Үҙебеҙсә кәңәшләшәбеҙ. Ҡайҙа барырға? Беҙҙең класташтарҙың күбеһе оло төҙөлөштәргә, ҡайһылары сиҙәм ерҙәргә китергә аттестат менән бергә комсомол путевкаһы ла алды. Ул заманда шулай булды. Ә беҙ ни ары, ни бире торҙоҡ та ҡалдыҡ.
Ултырҙым-ултырҙым да иңбашынан ҡосаҡлап:
– Мин егет кеше, ҡайҙа ла ярай, – тип һүҙ башланым. – Сиҙәм еренә киттем ни ҙә, ауылда ҡалдым ни. Мине барыбер армияға алалар. Ә һин уҡы. Өфөлә ағайыңдар. Яҡшы билдәләренә генә бөттөң. Иртәгә үк документтарыңды ал да кит.
– Ә һин? – Күҙҙәрен тултырып миңә ҡараны.
– Әйттем бит, армияға алалар, тип. Ҡайтҡас, мин дә уҡырмын. Өс йыл нимә ул ғүмере булған кешегә. Тик һин генә көт.
– Йүләркәй. Көтмәй ҡайҙа барайым ти икән? – Башын күкрәгемә һалды.
– Туҡта әле, туҡта. Йөрәгең ниңә ул тиклем тибә? Күкрәк ситлеген ярып сыға бит. Ҡайҙа ашҡына ул шул ҡәҙәре?
– Һиңә ашҡына.
Бер аҙ ҡарап торҙо ла йомшаҡ ҡулдары менән битемдән иркәләп һыйпаны. Битен биткә тейҙереп алды ла алдыма ятты. Тындарыбыҙ ҡыҫылып, йөрәктәребеҙ ярһып, күпме ултырғанбыҙҙыр, һуңынан ҡыр өйрәктәренең быжҡылдауын, тартайҙарҙың тарҡылдауын, төнгө ҡоштарҙың сырҡылдауын тыңлап, үҙебеҙгә генә билдәле тән йылылығын тойоп, етәкләшеп, артта ғына аҡҡан йылға буйлап әрәмәлеккә ҡарай атланыҡ.
Ошо йылы, йөрәктәргә әллә ниндәй хистәр биреп елкендереүсе, ниндәйҙер һиллек баҫҡан йәйҙең аяҙ төнөн, шашынып-шашынып үҙебеҙҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй мүк өҫтөндә аунауыбыҙҙы, уның ҡайнар ирендәрен, ыңғыраша-ыңғыраша тын алыуҙарын, һуңынан, таң алдынан, күк йөҙөндә ураҡ ҡәҙәре генә ай беленеп, әрәмәлек өҫтөнө аҡ томан ята башлағас, әллә тартынып, бер-беребеҙгә һүҙ ҡушырға ла оялып, тар һуҡмаҡтан атлауыбыҙҙы, ҡайтҡас та айырылыша алмай ҡосаҡлашып ҡапҡа төбөндә баҫып тороуыбыҙҙы, ә һуңынан башын аҫҡа баҫып, әкрен генә уның ҡапҡанан инеп китеүен мәңге онота алмаҫ кеүек инем.
...Көҙөн быҫҡаҡлап ҡына ямғыр яуып торғанда армиянан ҡайтып төштөм. Өс йыл эсендә ауыл әллә ни үҙгәрмәһә лә, нисектер ят булып тора. Шунда уҡ күрше-күлән йыйылды. Табын ҡоролдо. Мәжлес башланды. Ситләтеп кенә Ғәлиәнең ҡайтыу-ҡайтмауын белештем. Хат аша һүҙ ҡуйышҡайныҡ та барып сыҡмағандыр, күрәһең. Унан һуң һалдаттың аныҡ ҡына ваҡыты бармы ни инде.
Бер аҙнанан Өфөгә йыйына башланым. Атай-әсәйем дә һиҙенеп тора. Ҡаршы килмәнеләр. Бары хәйерле юл ғына теләнеләр. Уның әсәһе лә юҡ йомошон бар итеп, көнөнә әллә нисә тапҡыр килә. Индереп сыҡмаҫһыңмы икән тигән булып, күстәнәс тә килтерҙе.
Өфөгә килгәс, бер ҡайҙа ла туҡталып тормай, тура уның янына, ятаҡханаға киттем.
Көтмәгәндә килеп инеүемә ул да аптырап ҡалды. Мин дә ауыҙҙы асҡан килеш баҫып торам. Улмы, түгелме? Урамда осраһа, билләһи, танымай үтеп китер инем Ҡайһылай булған. Һомғол кәүҙәле, тулы күкрәкле, һуты ташып торған фәрештәгә әйләнгән дә ҡуйған. Бары киң маңлайында ярылып ятҡан ҡыйғас ҡаштары, оҙон ҡара сәс толомдары, йылмайып торған һоро күҙҙәре, алһыуланып торған тулы ирендәре гене үҙенеке. Йә, Хоҙайым, ҡарап туймаҫлыҡ. Әллә һағынғанға, нисә йылдар зарығып көткәнгә шулай тойолдомо икән?
– Ғәндәлиф! Ғәндәлиф! Ҡайттыңмы ни? – тине лә муйыныма килеп аҫылынды.
– Ҡайттым шул, – тип уны ҡосаҡлап алдым. Сәстәренән, биттәренән, күҙҙәренән үбә башланым.
Бүлмәлә ултырған өс ҡыҙ шунда уҡ юҡ булды.
Мин ҡунаҡханаға урынлаштым. Өс көн үтте лә китте. Әллә ерҙә йөрөнөк, әллә күктә остоҡ.
Һәр нәмәнең сиге бар, тигәндәй, миңә ҡайтырға, уға уҡырға кәрәк ине.
– Әллә ниндәй хистәргә бирелеп, иләҫләнеп китмә. Уҡы. Мин хәҙер бер ҡайҙа ла китмәм, – тип ҡайтырға сыҡтым.
Ә ул: «Тағы ҡасан киләһең инде?» – тип оҙатып ҡалды.
Ҡайтып донъя хәлдәрен, ауыл тормошон ныҡлап төшөнеп алғас, башты баҫтым да колхозда эшләй башланым.
Башланды шул ваҡытта аҡты ла, ҡараны ла күрмәй, уңды ла, һулды ла белмәй, ни менән барып бөтөрөн һиҙмәй, үҙгәртеп ҡороуҙар. Колхоздарҙы ҡуштылар, райондарҙы берләштерҙеләр, кадрҙарҙы алмаштырҙылар.
Минең бригадир булып яңы эшләй башлаған саҡ. Беҙҙең ике ауылдан торған колхозды бөтөрөп, комплекслы бригада яһанылар. Уның начальнигы итеп мине һайланылар. Шул ҡаҙанда ҡайнай башланым. Элекке колхоздың ауырлығы минең елкәгә төштө. Бер туҡтауһыҙ яңыса эшләргә, яңыса ҡорорға, тип ныҡыйҙар. Ә нисек? Аныҡ ҡына бер кем дә белмәй. Юғарынан күрһәтмәләр көтөп йәшәйбеҙ, кем нисек белә шулай эшләйбеҙ. Өфө яҡтарына ла һирәк ҡарай башланым. Хат яҙырға ла ваҡыт юҡ. Етмәһә, яҙғы сәсеү ваҡыты ла етеп килә.
Бына барырмын, бына ҡайтыр әле тип йыуанып, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Астың хәлен туҡ белмәй, тигәндәй, үпкәле ҡатыш, ҡырлы-мырлы хат та килеп төшә башланы. Үҙ-үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, бишкә ярылырға йөрөгәндә, ул да йөрәккә төйөр булып ята. Асыуым килеп, мин дә бер нисә киҫкен генә хат яҙҙым.
Яҙын сәсеүҙең иң ҡыҙған мәлеңдә Ғәлиә ҡайтып төштө. Минең яландан ҡайтҡан юҡ. Шунда ашайым, шунда ҡунам. Уның ҡайтҡанын ишеткәс, бер нәмәгә ҡарамай, ҡайтып киттем. Бит-ҡулдар яҙғы елдәргә ярылып бөткән. Башта – бүрек, өҫтә – фуфайка, аяҡта – һалдат итеге.
Осрашыуын осраштыҡ, ләкин мин уйлағанса, мин күҙ алдына килтергәнсә килеп сыҡманы. Арабыҙҙа ниндәйҙер бер һалҡынлыҡ барлығы тойолдо. Һуңғы күрешеүгә байтаҡ ҡына ваҡыт үтһә лә, үтә һағыныулы үбешеү ҙә, ҡосаҡлашыу ҙа булманы. Мин уға ҡарата йылы тойғоларымда белдерһәм дә, ул үҙен нисектер сәйерерәк, ҡырыҫыраҡ тотто. Минең һәр бер һүҙемдән ниндәйҙер бер сөй, ғәйеп табырға, уны эләктереп алып, миңә ниҙер япһарырға тырышты.
Уның нимәгәлер төрттөрөп, үпкәле ҡатыш һөйләнеүенең айышына төшөнә алмай, эргәһенән атлап барҙым да сыҙаманым: «Ниңә һуң һин, урыҫ әйтмешләй, около да вокруг әйләндерәһең бер һүҙҙе. Тураһын ғына һөйләп, әйтеп булмаймы ни? Шул үпкә һүҙҙәрен генә әйтергә ҡайттыңмы ни? Минең ни ғәйебем бар һинең алда?» – тинем, асыуланып, йылға буйына килеп етәрәк.
Ул эргәһендә генә ултырған еректең бер ботағын һындырып алды ла һыуға ырғытты.
– Юҡ, – тине. – Мин уның өсөн генә ҡайтманым. Ҡайтмаҫҡа ла уйлағайным, йөрәгем түҙмәне. Ни өсөн хат яҙмауыңды, ни өсөн төрлө сәбәптәр табып килмәүеңде белергә ҡайттым.
– Шуның өсөн генәме? Улайһа, һағынып күрергә түгел инде?
– Эйе.
– Бик яҡшы. Беренсенән, ултырып оҙон-оҙон хаттар яҙырға минең ваҡытым юҡ, үҙең беләһең. Икенсенән, Өфө – күрше ауыл түгел. Сәғәтендә, минутында барып әйләнергә.
– Күрше ауылға сәғәтендә лә, минутында ла барып әйләнәһең инде?
– Кәрәк булһа, барып әйләнәм.
– Бына бит ул дөрөҫлөк. Барып әйләнәм. Ҡунып та ҡайтам, тип әйт. Ул хаттарҙың яртыһына ла ышанмай инем, ә хәҙер инандым инде.
– Ниндәй хаттар? Нимәгә ышандың, нимәгә инандың?
– Хыянатсы. Һин минең тәүге саф мөхәббәтемде ергә һалып тапаның, юҡҡа өс йыл буйы көттөммө ни һине?
Бит остарым ҡыҙышып, ауыҙым кибеп китте.
– Нимә һин? Ниңә әллә нимәләр һөйләйһең? Нимә, һин юҡ тип, урамға ла сыҡмаҫҡа, эшкә лә йөрөмәҫкә тейешменме ни?
– Йөрө, һине йөрөмә тип кем тыя? Ә Фидәйәне оҙатыуыңды, көнө-төнө унан ҡайтмауыңды нисек аңлатаһың?
– Нәмә һин миңә юҡ бәлә тағаһың? Өйләнешеп етмәгән, ике аяҡты бер ҡуңысҡа тығырға итеүеңме был?
Ул дертләп, ҡалтыранып китте Күҙҙәрендә нурҙар һүнгәндәй булды ла тағы зәһәр сатҡылар сығарып, яңынан ҡабынды.
– Нисек? Нисек? Тағы ҡабатла әле шул һүҙҙәреңде. Ғаләм белмәгәс тә, үҙеңдең өйләнгәнеңде үҙең бөлмәйһеңме әллә? Кем армияға минең йәшлегемде үҙе менән бергә алып китте? Оноттоңмо әллә?
Ул битен ике ҡулы менән ҡаплап, илап ебәрҙе. Унан һығылып төшөп, эргәлә генә ятҡан ташҡа ултырҙы ла йөрәк әрнеткес тауыш менән: «Ни эшләйем икән, ни эшләйем икән?» – тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай һыҡтай башланы.
Мин ни әйтергә лә белмәй, бағаналай урынымда ҡатып ҡалдым. Өндәшергә лә, йыуатырға ла ҡурҡтым. Яңылыш әйтелгән был һүҙҙең ошо күренешкә килтереүен башыма ла индермәгәйнем. Уйламай һөйләгән — ауырымай үлгән, тигәндәре шулдыр инде.
Һуңынан бер аҙ тыныслана төшкәс, эргәһенә ултырып, ҡосаҡламаҡсы булып, ҡулымды иңбашына һалғайным, уны алып ташланы ла илап шешенгән битен ҡулъяулығы менән һөртөп, урынынан торҙо, күҙҙәрен тултырып миңә ҡараны.
Мин уны йәлләп киттем. Ҡосаҡлағым, үпкем, әлле ниндәй йылы, иркә һүҙҙәр әйтеп йыуатҡым килде.
Ул үҙен тиҙ ҡулға алды. Өҫ-башын ҡаҡҡыланы ла:
– Һуңынан белерһең әле, ләкин һуң булыр, – тип, шәп-шәп атлап, ауыл яғына ҡарай йүнәлде.
– Туҡта әле, Ғәлиә, туҡта әле. Ниңә былай ҡапыл ғына? Һөйләшәйек әле, аңлашайыҡ. Алда бергә йәшәйһе бар бит, – тип артынан эйәрһәм дә, туҡтаманы. Килгән һуҡмаҡтан оло юлға сыҡты ла ҡалҡыулыҡтан төшөп, күҙҙән юғалды. Бары оло юлдың туҙанында уның эҙҙәре генә ҡалды. Мин бер аҙ килдем дә юлдан ситкәрәк сығып, ергә ултырҙым, унан сиҙәм өҫтөнә һуҙылып яттым. Төпһөҙ зәңгәр күктә йөҙгән яңғыҙ аҡ болоттарға ҡарап, күпме уйланып ятҡанмындыр, йоҡоға талғанмын.
Ул киткәс, әллә ут эсендә көйҙөм, әллә һалҡын һыуҙа йөҙҙөм. Аңҡы-тиңке килеп тик йөрөнөм. Ҡулымдан бөтә эш төштө. Тегендә барып бәреләм, бында килеп һуғылам. Доньяны ҡара томан баҫты, йәшәүҙең ҡыҙығы бөттө. Ятһам да ул уйымда, торһам да. Нимә булды икән уға? Әллә мине ғәйепләгән булып, ташлашырға сәбәп эҙләйме? Шулайҙыр, моғайын. Уның тағы кемелер барҙыр? Ниңә кәрәк уға хәҙер көнө-төнө ер өҫтөндә аунап ятҡан кеше? Торам-торам да, юҡтыр, улай булмаҫ, тип, үҙ-үҙемде тынысландырам. Ләкин шикләнеүҙәр көсәйгәндән-көсәйә, йөрәктә кимерә. Ә ниңә булмаҫҡа мөмкин? Бик булырға мөмкин.
– Уға уҡ барып етмәгәндәр инде. Йөрөгән булһа, өс йыл буйы көтмәҫ тә ине. Көнләшеүҙәнме, үслектәнме ауылдан кемдер нимәлер яҙып ятҡандыр. Кеше һүҙе кеше үлтерә, ти. Сыҙамағандыр, ҡайтып, ағын-ҡараһын белмәй, һиңә тотонғандыр. Ҡайтҡас, тағы өҫтәһәләр. Тамсы ла тама-тама ташты яра бит, – тинем ята-ята.
– Шулай ҙа булырға мөмкин. Ауырыуҙан бер үлһәң, ғәйбәтсе һүҙенән мең үләһең шул.
– Ә көнсөллөк ғәләмәтен үҙең беләһең. Әҙәм балаһын ниҙәр генә эшләтмәй ҙә ниндәй генә юлдарға баҫтырмай. Күптәр уның арҡаһында юғала бит. – Беҙ тынып ҡалдыҡ.
– Сәбәптең ниҙә икәнлеген һуңынан белмәнеңме ни? – тинем, бер аҙ ятҡас.
– Беленде, белдем. Ауылда Нәғимә исемле бер ҡыҙ бухгалтер булып эшләй ине. Ғәлиә менән әхирәт тә булдылар шикелле. Үҙе лә ир рәхәте күрмәне. Һуңынан эсеп, аҙып-туҙып тик йөрөнө.
– Шунда уҡ артынан барырға ине.
– Барырлыҡмы ни. Ул ваҡыттарҙа эш тип ҡапландыҡ бит инде. Боролорға ла форсат юҡ. Әле райкомдан, әле парткомдан килеп тикшереп кенә торалар. Етмәһә, райкомдан бер инструкторҙы һағыҙаҡ урынына килтереп йәбештереп ҡуйҙылар, ник бер ҡайҙа барырмын тип уйлама.
– Шулай ҙа әмәлен табып, мин бер барып урар инәм. Йылы һүҙҙән кеше түгел, боҙ ҙа ирей, ти.
– Барманым шул. Әллә ирлек ғорурлығы, намыҫы еңдеме? Әллә тәкәбберлек өҫтөнлөк алдымы? Әллә үҙе башлағас, үҙенең ғәфү үтенеүен көттөммө? Ваҡыт уҙҙы. Ике арала бер бәйләнеш тә юҡ. Көсөргәнешле, серле тынлыҡ. Икебеҙҙе бәйләп торған ҡыл бына-бына өҙөлөп китер кеүек. Түҙмәнем, ил бөтмәһә, ҡыҙ бөтмәҫ, мин дә бүрек кейгән әле, үҙе башлағас, үҙенә үпкәләр, минең бер ғәйебем дә юҡ тип, теге Ғәлиә телгә алған күрше ауыл ҡыҙы Фидәйәгә күҙ һалғылай башланым, һиҙеп торам инде мине күҙ ҙә йоммай күҙәткәндәрен. Әллә баштараҡ көнләштермәксе генә булғайным инде...
Шулай бер көн кискә табан быҫҡаҡлап ямғыр яуып тора. Әмәлгә ҡалғандай, ул йылда яҙы ла оҙайлы, ҡырыҫ килде. Йүнләп сәсергә бер төрлө лә рәт юҡ. Йә аяҙыта, йә ямғыр, йә төнөн туңдыра. Ыҙаландыҡ бит.
Нәмәгәлер ауылға ҡайтырға йыйынам, арбаға бесән һалып булышам. Аяҡ тауышына әйләнеп ҡараһам, артымда Фидәйә баҫып тора. Аҡ яулығын артҡа ҡайырып бәйләгән, өҫтөндә минеке кеүек еүешләнеп бөткән фуфайка, аяғында итек. Ҡара ҡыйғас ҡаштарына ваҡ-ваҡ ямғыр тамсылары ҡунған. Бәләкәй генә ауыҙында ирендәре бына-бына көләм тип тора. Хәйер, уның күҙҙәре һәр ваҡыт йылмайып торған кеүек инде.
– Ғәндәлиф ағай, ауылғамы әллә? Мин дә ҡайтып килергә ине, – ти ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына.
– Миңә һеҙҙең ауыл аша ҡайтмаҫҡа ине бит әле.
– Унда еткәс, йәйәүләп тә атлармын.
– Һинең кеүектәрҙе йәйәү атлатыу юҡ инде. Ултыр.
Уны бәләкәй генә йомшаҡ ҡулдарынан тотоп эргәмә ултырттым да ҡуҙғалып киттек. Ялан йыраҡ. Атты үҙ яйына ҡуйып, яйлап ҡына атлатам. Һөйләшеп килә-килә күңелем асылып, кәйефем күтәрелеп китте. Ауылдарында төшөрөп ҡалдырғас та уйым гел уның тирәһендә уралды.
Ниңә, Ғәлиәнән ни ере кәм, һыу һөлөгө кеүек ҡыҙыҡай. Төҫ тиһәң төҫ, һын тиһәң һыны бар. Эшкә лә бик баҙыҡ күренә. Өндәшеүҙәре күңелеңде иретерлек.
Баҫалҡы. Мин генә түгел, күпме егеттәр күҙ аталыр әле. Былай тегендәй-бындай хәбәр ҙө йөрөмәй шикелле. Ул да миңә битараф түгел кеүек күренә. Шулай ҙа ҡулдан ысҡындырмай, бик яҡын да ебәрмәй тоторға кәрәк әле, тип, тағы әллә нәмәләр уйланып, ауылға ҡайтып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
Май урталарында көндәр ултырҙы. Хоҙайҙың рәхимле йылы көндәре килде. Тәбиғәт күҙгә күренеп үҙгәрҙе, һалҡын, ҡарлы-ямғырлы көндәрҙе йылы, тәндәрҙе иретеп тороусы, күңелдәрҙә әллә ниндәй ләззәт уятып, дәрт биреп тороусы киске шәфәҡтер, аяҙ таңдар алмаштырҙы.
Донъя дәррәү йәшеллеккә күмелде. Баҫыуҙарҙа, күңелдәрҙе өмөт уятып, шытымдар ҡалҡып сыҡты.
Тирә-яҡҡа ҡарап күңел бер күтәрелә, ә инде йөрәкте һәр саҡ өйкәп, кимереп тороусы Ғәлиәнең ҡылығы иҫкә төшһә, йөҙҙө һөрөм ҡаплай.
Йөрөнөм-йөрөнөм дә колхоз рәйесенән рөхсәт алып, Өфөгә юлланмаҡсы булдым.
Кисен был турала Фидәйәгә әйткәс:
– Уның артынан бараһыңмы? – тине күңелһеҙ генө.
– Эйе, – тинем, йәшереп-бошороп тормай, иңбашынан ҡосаҡлап. – Барам да ҡайтам, күңеленә ауыр алма.
– Эшегеҙ уңайлап, килешеп китһәгеҙ, мин кем булып ҡалам инде? Ниңә улайтып, минең күңелемде аҙҙырып, йөрәгемде ярһытып йөрөргә һиңә?
Мин, ни әйтергә белмәй, урынымда тапанып торҙом. Хәҙер бер-беребеҙгә эйәләшеп, эҫенеп бөткәйнек инде.
– Барам да ҡайтам. Ҡайтҡан көйө, өйгә лә инеп тормай, һинең яныңа киләм.
– Килерһең инде...
Поездан төшкәс тә әллә ниңә ҡапыл ғына уның янына барғы килмәй башланы. Үҙем шул яҡҡа көсләп кенә атлайым. Ятаҡтарына еткәс тә, инергәме-юҡмы тип, ишек төбөндә бер аҙ баҫып торҙом. Үҙем, өйҙә генә булмаһа ярар ине, тип теләйем.
Бүлмәләренә барып инһәм, бер егет менән япа-яңғыҙ. Төҫкә-биткә мөләйем генә минең йәштәр самаһындағы бер егет уның карауатында ирәйеп, йәйелеп ултыра. Ғәлиә ҡулдарын күкрәгенә ҡаушырып шкаф янында баҫып тора. Йөҙөмә һалҡын һыу килтереп бәрҙеләрме ни. Ҡараным да ҡаттым. Иренем кипте. Телем аңҡауыма йәбеште. Мин аңыма килгәнсе, егет урынынан тороп алан-йолан ҡаранды ла Ғәлиәгә ниҙер әйтеп сығып та китте.
– Кем ул? – тинем, саҡ-саҡ телемде әйләндереп, ҡыҙыл сөгөлдөр кеүек ҡыҙарынып, ҡаушап ҡалған Ғәлиәгә ҡарап.
Ул нимәлер һөйләп, нимәлер аңлатырға тырышты. Ләкин мин бер нәмә ишетмәй ҙә, аңламай ҙа Ғәлиәгә ҡарап тик ултырҙым.
Уның йөҙөндә ғәфү үтенеү ҙә, ҡаушау ҙа, ялбарыу ҙа, ғазапланыу ҙа бар ине.
Мин, үҙ-үҙемде ҡулға алып, Ғәлиәгә ҡарап ҡул һелтәнем дә сыға башланым. Ул килеп минең еңемә йәбеште.
– Туҡта әле, Ғәндәлиф, бында тегендәй-бындай бер нәмә лә юҡ. Ул ошо бүлмәлә йәшәүсе ҡыҙҙың егете бит. Былай ғына һөйләшеп тора инек. Туҡта әле, китмәй тор, барыһын да аңлатам...
Ғәлиә ялбарыулы тауыш менән һаман һөйләүен дауам итте.
– Ҡайҙа һуң ул ҡыҙ? Нишләп уның карауатында түгел, ә һинең карауатта ултыра? Һөйләрһең һин хәҙер.
– Кем уйлаған иңде... Керҙе лә ултырҙы.
– Кем уйлаған һинең килеп керереңде, тип әйт.
– Ғәндәлиф, Ғәндәлиф! Ниңә инде улай? Ысынмы, уйынмы?
– Мин теге ҡайтҡаныңда уҡ, ниҙер һиҙенеп, шикләнгән инем инде. Бушҡа булмаған икән.
Мин еңемде тартып алдым да ишеккә йүнәлдем. Ул, кейенеп тә тормай, ултырғыс артында эленеп торған яулығын алып ябынды ла минең арттан эйәрҙе.
Вокзалға еткәнсе әллә ниндәй хаттар, әлле кемдәрҙең нимәлер һөйләүен, үҙенең дыуамаллығын, тағы ла әллә нимәләр һөйләп барҙы.
Ә мин, ҡалтыранып, трамвай тәҙрәһенән ҡарап, уның һүҙҙәренә ышанмай барҙым да барҙым
* * *
Ул ваҡыттарҙа шулай ине бит: сәсеү бөтөп, баҫыуҙарҙа ашлыҡ сыҡҡас, ярышыусы колхоздарҙы тикшереп, яландарҙы ҡарап сығыу. Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Колхоз буйынса беҙҙең бригада алдынғы булғас, йомғаҡлауҙы, һый-мәжлесте беҙҙә уҙғармаҡсы булдыҡ. Бик уңайлы, матур бер урынды һайлап ҡайттым да колхоз рәйесенә хәбәр иттем.
Матур, аяҙ, йылы көндәрҙең береһендә, күрше колхоздан делегация килгәс, баҫыуҙарға сығып киттек.
Ниндәй күңелле, дәртле, янып-көйөп эшләп йөрөгөн саҡтар бар ине. Кискә табан ғына арып-талып, көлөшә-көлөшә, алдан әҙерләнгән табынға килеп туҡтаныҡ. Эше булғас, ашау-эсеүенә лә ялындырып торманылар. Кешеләр йырлаша, күңел аса башланы. Гармун, йыр тауыштары киске һауаны ярып, тауҙар араһында ҡағыла-һуғыла яңғырап, әллә ҡайҙарға алыҫтарға таралды. Хатта тирә-яҡтағы ағастар ҙа һағайып, күк йөҙөндә йөҙгән киске нурға алһыуланған болоттар ҙа ағыуынан туҡтап тыңлап торғандай. Мин һаман ошо кешеләр араһында урын тапмайым. Күңелем һағыш менән тулы, тирә-яғым буш. Бер ситтәрәк башты баҫып тик ултырам. Аш-һыу әҙерләшеп йөрөгән Фидәйә миңә күҙҙәрен тултырып ҡарап-ҡарап ала. Әллә нисә тапҡыр эргәмә лә килеп ураны, ләкин өндәшмәй. Ул да уйлана, ниҙер кисерә, ахыры, ләкин бирешмәҫкә тырыша.
Табын ҡыҙып, ҡайнай башлағас, әллә ни кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып, яҡындағы тау аҫтынан ҡайнап сығып ятҡан шишмә буйына киттем. Барҙым да аунап ятҡан бер түмәр өҫтөнә ултырып, шишмәне күҙәтә башланым. Бына тәбиғәттең бер йәме. Ниндәй ҡайғыһыҙ, уйһыҙ, үҙе генө белгән бер моң менән сылтырап аға ла аға. Шулай булаһы ине лә бит, ҡайҙа инде ул әҙәм балаһына...
Һаҡ ҡына баҫып, эргәмә Фидәйә килә. Әйләнеп ҡарамаһам да, атлауынан танып торам. Килде лә өндәшмәй генә миңә ҡарап тора башланы.
– Ултыр әле, һөйләшәйек. – Ситкәрәк күстем дә уны эргәмә ултырттым. Икебеҙ ҙә тын ғына шишмәгә ҡарап ултырабыҙ.
– Ҡыйынмы? Ҡайғыраһыңмы? – тине, бер тын ултырғас.
– Ҡыйын булһа, ҡайғырһам, ни эшләр инең?
– Ҡайғыртмаҫ өсөн йөрәгемде лә ярып бирер инем, тик ҡулымдан килмәй.
Ҡосаҡланым да күҙҙәренә ҡарап ултырам. Ниндәй эскерһеҙ, йылы, бары тоғролоҡ билдәһе генә сағылған ҡараш.
Ултырҙым-ултырҙым да: «Әйҙә, өйләнешәйек», – тип, тағы ла нығыраҡ ҡыҫып ҡосаҡланым.
Ул ниҙер әйтергә ауыҙын асҡайны, шул көйө туҡтап ҡалды. Үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы, буғай. Күҙҙәре аптыраулы миңә текәлде.
– Ысын. Ниңә миңә ҡарап аптырап ҡалдың? Ысын. Бына ант итеп әйтәм. Бөгөн үк...
– Хәҙер үкме?
– Хәҙер үк. Бына ултыртам да алып ҡайтып китәм.
– Йүләркәй! Башыңа әҙерәк киткән шикелле, – тип ҡулдарымды һаҡ ҡына иңбаштарынан алды ла урынынан торҙо, башымдан иркәләп кенә һыйпап алды ла килгән юлынан әкрен генә китеп барҙы.
Ике-өс көн үткәс, күрше егет менөн ултырабыҙ. Икебеҙ ҙә ҡыҙмасараҡ. һөйләшә торғас, тотто ла: «Әйҙә, һиңә Фидәйәне алып киләбеҙ, – ти. – Күреп торам уның өсөн янып-көйөп йөрөгәнеңде. Ғәлиә хәҙер ҡайтмаҫ та, һиңә лә булмаҫ инде. Булырҙай булһа, әллә ҡасан булыр ине. Һауалағы торнаға ынтылып, ҡулындағы ҡошсоҡто ебәрмә. Онот һин уны. Фидәйә насармы ни? Ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ. Бер өндәшеп йылмайып ебәрһә, әллә нәмәләрең дә кәрәкмәй. Тауышы үҙе ни тора».
– Ә нисек ҡапыл ғына алып киләбеҙ?
– Шулай. Ат егәбеҙ ҙә. Атай-бабайҙарҙың борондан уҡ ҡыҙ урлай торған ғөрөф-ғәҙәте булған. Беҙ уларҙан кәмме ни?
Кисен эңер төшөп килгәндә үҙем егеп йөрөй торған күк айғырҙы ектек тә ауылдарына киттек.
Беҙ килеп еткәндә, Фидәйә алъяпҡысын быуып, еңдәрен һыҙғанып, һыйыр һауып йөрөй ине. Уны саҡырып килтерҙем дә:
– Әйҙә әле, бер ергә барабыҙ – тим.
– Ниндәй ер ул был ваҡытта? – Үҙе кырандаста ултырған Рәжәпкә ҡарай. – Ниңә көндөҙ әйтмәнең? Берәй ерҙә уйын-фәлән бармы әллә?
– Әйҙә инде, барғас күрерһең, – тип ҡыҫтайым. – Тиҙ бул.
– Туҡта әле, исмаһам, өҫ-башымды алмаштырайым.
– Кәрәкмәй, тиҙ бул.
– Нәмә һуң, тиҙ бул да, тиҙ бул. – Ай-вайыма ҡарамай, өйгә инеп китте.
Ауылға инеп, беҙҙең яҡҡа боролғас, ул, шикләнеп, тынысһыҙлана башланы.
– Ҡайҙа барабыҙ һуң?
– Беҙгә.
– Нәмә һин, аҡылдан яҙҙыңмы әллә? Алдан һөйләшеп булмай инеме ни? Әҙәм рәүешлерәк эш ҡылмайһың...
Кырандастан төшөргә тартҡылаша башланы.
– Рәжәп, атыңды шәберәк ҡыу? – тинем дә Фидәйәне нығыраҡ ҡосаҡлап ултырҙым.
Килеп еткәс, Рәжәп, һикереп төшөп, ҡапҡаны асты ла атты ишек төбөнә үк килтереп туҡтатты. Фидәйәнө кырандастан уҡ күтәреп алдым да өйгә алып кереп киттем.
– Бына, әсәй, киленегеҙ ошо ҡыҙ була инде, – тип, мейес алдында самауыр ҡуйып булышҡан әсәйем алдына килтереп баҫтырҙым. Өҫтәл артында ултырған атайым, тамағын ҡырып, урынынан торҙо. Әсәйемдең ҡулынан һоҫҡоһо төшөп китте.
Икенсе көндө Рәжәп Фидәйәнең ата-әсәһен алып килде. Йола буйынса никах уҡытып, туйҙы һабан туйҙары еткәс яһарға риза булып, ҡайтып киттеләр.
Ҡатындарҙың уңғанлығы фиғеленән билдәле, ти. Фидәйә ҡатындарҙың ҡатыны булып сыҡты. Аҙ һүҙле, ләкин нескә, хискә тиҙ бирелеүсән, ир, ғаилә, балалары өсөн йәнен фиҙа ҡылғандарҙың береһе булды. Эш, донъя көтөр өсөн үлеп барҙы. Уның шул тиклем елкенеп, дәртләнеп эшләп йөрөгәненә хайран ҡала торғайным. Ә үҙе һөйәп тә, һөйөлөп тә туйманы. Шулай бирелеп донъя көтөп йөрөгөн саҡта йәй урталарында Ғәлиә ҡайтыл төштө. Ул ваҡытта беҙ атайымдарҙан башҡа сығып, ауыл осонда йорт бөтөрөп, айырым йәшәй башлағайныҡ инде. Тәүге малай ҙа тыуғайны.
Был ваҡытта донъяны әүеш-тәүеш килтереп, колхоздарҙы хәлһеҙләндереп осто-осҡа ялғай алмай башлағас, ни сәбәп менәндер, ергә йәбештеләр. Ерҙәрҙе ҡабаттан үлсәйҙәр, ҡайтанан сәсеүлектәргә, көтөүлектәргә бүләләр. Ҡыҫҡаһы, буш ятҡан ерҙәр күп тигән булып, сәсеүлектәрҙе арттырмаҡсылар.
Бына ошоноң буйынса Ғәлиә лә беҙҙең колхозға ҡайтты. Ул ваҡытта ауыл хужалығы министрлығында эшләй ине.
– Тормошҡа сыҡмағайнымы?
– Сыҡмағайны шул. Теләйһеңме, теләмәйһеңме, көн дә осрашабыҙ. Көн дә яландарға бергә ултырып сығып китәбеҙ.
– Нисегерәк үҙ-үҙегеҙҙе тотаһығыҙ иңде?
– Нисегерәк тип ни, кем белә инде. Баштараҡ эш тураһында һөйләшә башлайбыҙ ҙа һуңынан үткәндәргә, үҙ-ара булған мөнәсәбәттәргә боролоп керәбеҙ ҙә китәбеҙ. Ҡайҙа яңылышыуыбыҙҙы аңламаҡсы булабыҙ. Ул мине ғәйепләй, мин – уны.
– Ә Фидәйә?
– Фидәйәме? Ул ике ут араһында ҡалды ла ҡуйҙы. Башта һыр бирмәҫкә тырышҡайны, һуңынан ни эшләргә лә белмәй башланы. Иренең ҡәҙерен белгән ҡатынға ир бирмәк йән бирмәккә тиң, тиҙәр бит. Шулдыр инде. Миңә күрһәтмәй генә, йәшерен генә йыш-йыш илап та ала. Йә ишек алдына сыға ла, бер нөктәгә ҡарап, туҡтап ҡала, йә баланы ҡосаҡлай ҙа тирбәлеп ултыра ла ултыра. Донъяға ҡарата күңеле һүрелде, ҡулынан эш төштө. Ни миңә йөрәкте иретерлек һүҙ әйтә алмай, һүҙ ҡушһам, күҙҙәре йәш аралаш ҡарай.
Мин дә ни эшләргә белмәйем. Көнгә сыҡһам, башым тубалға әйләнә лә ҡуя. Алдыма ҡарайым, алдымда Фидәйә менән улым; артыма әйләнһәм, Ғәлиә, моңһоу күҙҙәрен миңә төбәп, саҡырып тора, ә урталыҡ юҡ.
Һуңынан түҙмәнем, Ғәлиә менән икебеҙ генә яңғыҙ ҡалғас:
– Бар кит инде. Ғәлиә, яфалама мине. Булаһы булған. Икебеҙ бергә ҡауышып йәшәргә Хоҙай насип итмәгәндер, һин дә яңғыҙ йәшәмәҫһең. Әгәр беҙ бергә китһәк, күҙ йәштәре аша мәңге изгелек күрмәйәсәкбеҙ. Ҡалдыр һин мине, сабый хаҡына булһа ла. Әле барыһын дә юғалтмағанһың бит әле, – тим.
Ул ҡарап торҙо-торҙо ла: «Тағы минән нәмә юғалттырыр инең? Һине юғалтыуҙарым нимәгә торғанын беләһеңме?» – тип илай ҙа башланы.
Әгәр белһә ине шул ваҡытта берәүһе минең хәлемде. Хоҙай белә лә үҙем генә беләм.
Икенсе көндө конторала осрашҡанда үҙен нисектер тыныс та, сәйер ҙә тотто.
– Ерҙәрегеҙ сәнселеп китһен, – ти миңә, иртәнге кәңәшмәнән сыҡҡас. – Әйҙә, бөгөн икәү генә яландарҙы һуңғы тапҡыр йөрөп ҡайтайыҡ.
– Ә ни өсөн һуңғы тапҡыр?
– Шулай. Тыуған яғым булһа ла, мин башҡа был яҡтарға әйләнеп ҡайтмаясаҡмын.
– Нисек иңде?
– Нисек инде? Әллә мине ер үлсәр өсөн ҡайтҡан тип уйлайһыңмы?
Булған эштәрҙе башҡарҙым да төштән һуң, бесәнселәр янына барабыҙ тип, яланға сығып киттек. Бесәнселәр янында ла оҙаҡ торманыҡ. Ҡайһы берҙәре ҡыҙыҡһынып, ҡайһылары аҫтыртын ғына йылмайып, оҙатып ҡалды.
Беҙ уларға әллә ни иғтибар ҙа итмәнек. Нәмә һөйләшкәнбеҙҙер, ниндәй кисерештәрҙә булғанбыҙҙыр, әммә был осрашыуыбыҙҙың һуңғыһы булырын күңелем һиҙенә ине. Китеүен дә телеген кеүекмен, ебәргем дә килмәй шикелле.
Кискә табан ғына алыҫ ялаңдарҙың береһенә барып сыҡҡас, бер сауҡалыҡҡа туҡтаныҡ. Атты ашарға ебәрҙем дә аҡлан уртаһындағы яңғыҙ ҡайын төбөнә барып ултырҙыҡ. Ғәлиә, минең алдыма башын һалып, таҡмаҡлай-таҡмаҡлай илай башланы.
– Ни эшләттең һин мине. Мәңге бөтмәҫ моң-зарға, мәңге һүнмәҫ уттарға һалдың, ғүмергә уңалмаҫ яралар ҡалдырҙың бит.
Йоҙроҡтарын төйнәп, тубыҡтарыма, күкрәгемә һуҡҡылап ала.
– Өйләнгәнеңде ишеткәс, белһәң ине хәлдәремде. Нисек итеп ғазапланғанымды, үҙ-үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, йөрәккәйемде тырнай-тырнай илағандарымды күрһәң ине. Хыянатсы, шул тиклем выжданһыҙ, йәнһеҙ булырһың тип һис башыма килтермәгәйнем. Былай итеп йәшәгәнсе, әллә йәшәмәйемме икән был донъяла, тип ҡуйған саҡтарым булды. Иптәш ҡыҙҙарым булмаһа, бәлки, мин был ваҡытта йәшәмәгән булыр инем.
Ә мин телһеҙ, бер нөктәгә ҡарап ултырам да ултырам.
– Ниңә өндәшмәйһең? Һуңғы тапҡыр бер йылы һүҙ әйтә лә, йыуата ла белмәйһеңме әллә?
Ағас араларынан байып барған ҡояштың һары нурҙары күренде. Киске һалҡын да төштө. Тау ҡултыҡтары буйлап ҡараңғылыҡ йүгерҙе, аҡһыл-зәңгәр күк йөҙө әкренләп уңа, ҡарая башланы.
– Әйҙә, ҡайтабыҙ, – тинем, урынымдан тороп.
Ул ятҡан урынынан ҡуҙғалманы.
– Мин бында ҡалам, ошонда төн ҡунам. Минең өсөн хәҙер барыбер.
– Юҡты, шул ғына ҡалғайны. Йүләрләнмә. Әйҙә ҡайтабыҙ.
Ҡайтҡас, өйгә кереп торманым. Тура атайымдарға киттем. Әсәйемдән бер һауыт әсе бал һорап эстем дә өй алдына соланға сығып ятып йоҡланым.
Таң алдынан кемдәрҙеңдер мөңгөр-мөңгөр һөйләшкәндәренә уянып киттем. Тыңлап ятам. Әсәйем менән Фидәйә.
– Ни ваҡытта ҡайтты? – тип һораша Фидәйә әсәйемдән.
– Әллә ни һуң да түгел ине, ҡараңғы төшкәйне инде. Ни эшләп йөрөй һуң ул? Әллә берәй һүҙгә килештегеҙме?
– Ниндәй һүҙ булһын инде? Ана шул Ғәлиә ҡайтҡандан бирле шундайға әйләнде. Ауылда кеше теленән төшмәйҙәр бит инде. Үҙең дә ишетәһеңдер. Ни эшләйем икән, инәй? Беҙҙе бер хәл эшләтеп китә инде ул. Төн йоҡоларым йоҡо түгел. Бөгөн дә йоҡламаным, һөйләшеп үткән тауышҡа ла, арба шығырҙауына ла уянып сығып ҡарайым. Ярты төнгә тиклем ялан юлдарынан күҙ ҙә алмай көттөм. Йөрәгем шул ҡәҙәре телгеләнә, үҙ-үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Ниҙәр генә эшләйем икән, инәй?
Әсәйемдең күкрәгенә башын терәй булһа кәрәк. Фидәйә әкрен генә һыҡтай башланы.
– Ҡуй, балам, шул тиклем өҙгөләнмә, үҙ-үҙеңде бөтөрмә. Әллә ысын, әллә ялған һүҙ. Кешенең күралғандан күралмағаны күберәк.
Шунан нимәлер бышылдап ҡына һөйләшә башланылар. Фидәйә тыныслана төштө, ахырыһы.
– Ҡайҙа, инәй, һыйырҙы үҙем һауайым әле, – тип әсәйемдең ҡулынан биҙрәһен алды ла, тағы нәмәлер һөйләнә-һөйләнә, аҙбар яғына китеп барҙылар.
Ул көндө эшкә сыҡманым. Ни эшләгәнемде үҙем дә белмәнем. Әллә сирләнем, әллә тилерҙем. Аҡылдан яҙам тип торам. Фидәйә эргәмдән китмәне. Уның ниндәй хәлдә, ниндәй кисерештә булыуын күҙ алдына килтер инде. Күҙендә йәш кипмәне. Алдына башымды һалам да йоҡлап китәм инде тигәндә генә, тилергән кешеләй, яңынан һикереп торам. Ул балалар һымаҡ илай-илай башымдан, биттәремдән һыйпай башлай, әллә нимәләр һөйләй. Кискә табан ғына әҙерәк айный, тыныслана төштөм.
Икенсе көндөң иртәгәһенә кеше сифатына ингәйнем инде. Фидәйәнең үтенеүенә ҡарамай, иртүк эшкә киттем. Контораға килеп инһәм, туптай күҙҙәрен баҙырайтып, Нәғимә ултыра. Төҫө үҙгәргән, үҙе миңә бүре кеүек ҡарай.
– Ни эшләп ултыраһың был ваҡытта?
– Ултырһа һуң Ғәлиәне оҙаттым да, юл ыңғайы бында индем.
– Ғәлиәнә оҙаттың? Ҡайҙа?
– Ҡайҙа? Ҡайҙа? Әллә белмәйһеңме? Китте. Бөтөнләйгә китте. – Әллә ысын, әллә юрамал күҙҙәрен яулығы менән ҡаплап илай башланы. – Хатта кисә килеп күрмәнең дә. Шул ҡәҙәре һине көттө. Бөгөн китте.
– Нәмә менән китте?
– Машина менән.
– Хәҙер ҡыуып етәм мин уны. Станцияла булһа ла тотам, – тип ат аҙбарына йүгерҙем.
Беҙ ат ҡараусы Хәйри ағай менән атты егеп тә бөтмәнек, арттан Фидәйә килеп етте.
– Ғәндәлиф, Ғәндәлиф, туҡта әле. Иҫәрләнмә, аңыңа кил. Әйҙә ҡайтайыҡ. Мине онотһаң да, балаңды онотма. Әйҙә ҡайтайыҡ. Сирләйһең бит, – ти, ялбарып.
Хәйри ағай ҙа ат егеүенән туҡтап, дилбегәһе ҡулында килеш, эштең айышына төшөнмәй ҡарап тора. Һунынан ғына:
– Ҡара һин, тинтәк, мин эш буйынса ҡабалана-ҡабалана ат ектерә икән, тип уйлайым, – тип асыуланып, атты ҡабат туғарып ташланы.
Атты туғарып бөткәс, минең янға килде лә:
– Бар, энем, ҡайт. Кеше көлдөрөп йөрөмә. Йортоң, бына тигән ҡатының, алма кеүек балаң бар. Етем итмә уларҙы. Етемдәр былай ҙа күп был донъяла. Ел ҡыуып йөрөмә, – тип әкрен генә өгөтләй башланы.
Танымағандай, Фидәйәгә бер тын ҡарап торҙом да, ҡайтыу яғына йүнәлдем. Мин, башымды баҫып, әкрен генә барам. Ә Фидәйә, мине етәкләп, һөйләнә-һөйләнә эргәмдән атлай.
Барҙым-барҙым да туҡтап артыма әйләнеп ҡараным. Әллә ҡайҙарға офоҡҡа һуҙылған зәңгәрһыу тауҙар артында алһыу нурҙар уйнай. Күк йөҙөндә йөҙгән һирәк-һаяҡ болоттар ошо нурҙарға сумып уйнағандай күренде. Ғәлиә лә шул болоттар эсенә инеп юғалғандай булды.
– Әйҙә ҡайт. Ял ит, бәғерем. Ҡайтып баланы яратайыҡ. Уның менән бөтәһе лә онотолор. Бына беҙ ҡайтып кереү менән шатланып ҡысҡырып, сәпәкәй сабырға тотонор әле. Ниса көн бит һине күрмәгән. Бик һағынды, – тине Фидәйә, ҡулымдан ҡыҫып.
– Ысынлап та, шул китеүҙән башҡа ҡайтманымы Ғәлиә?
– Нисә йылдар үткәс кенә балалары менән ҡайтып киткән. Ләкин осрашырға тура килмәне. Мин ул ваҡытта шул уҡ ул уҡыған ауыл хужалығы институтында ситтән тороп уҡып йөрөй инем. Өйҙә булмағанмын.
– Ә Фидәйә?
– Нәмә Фидәйә? Уның Ғәлиә ҡайғыһы булмағандыр. Ул ваҡытта бик ҡаты ауырый башлағайны. Йөрөп сирләне. Күҙгә күренеп көйҙө. Шуға имтихан бирәм дә ҡайтып әйләнәм. Етмәһә, партком секретары итеп һайлап ҡуйғайнылар. Ҡайтып керһәм, күҙҙәрен тултырып ҡарар ҙа торор ине. Килә лә, башын күкрәгеме һалып: «Кемдәргә генә ҡалырһың икән, кемдәрҙең генә күҙенә, ҡулына ҡарап тилмереп йөрөрһөң икән? Бер нәмә өсөн түгел, шуның өсөн ҡайғырам», – тип илай башлай.
Их! Шул ваҡыттарҙа, белһәң, йөрәгемде ярып бирер инемдә бит, үҙе әйтмешләй, башҡа йәшәр сара юҡ. Йәшәй-йәшәй генә ҡатындарҙың ҡәҙере беленә икән. Кире ҡайтарып булмай. Иҫемә төшһә, йөрәгем әле лә һыҡрап илай. Йөрәк үҙе илай тигәндәренә ышанаһыңмы? Илай икән. Үҙем иламаған кеүек, ә ул илай. Беҙ уны һиҙмәйбеҙ генә икән ваҡыты етмәйенсә. Үлгәненә ҡасан, әле һаман тере кеүек, күҙ алдымда баҫып тора.
– Ә Ғәлиәнең тормошо нисек? Әле һөйләмәнеме?
– Һөйләне. Уның да яҙмышы минеке кеүегерәк килеп сыҡҡан. Шул уҡ йылда Өфөнән бер районға агроном булып киткән. Ул йылдарҙа белгестәр алтынға бәрәбәр ваҡыт. Тормошҡа сыҡҡан. Ире колхоз рәйесе булып эшләгән. Унан райкомға алғандар. Шунда эшләгәндә, аварияға эләгеп, һәләк булған. Ул да ике баланы бер үҙе тәрбиәләп үҫтергән. Яңынан тормошҡа сыҡманыңмы ни, тигәйнем дә, арттан йөрөүселәр күп булды, тине. Әле бер улы Миәстә инженер, ә икенсе улы Өфөлө йәшәй икән. Ниндәйҙер бер ҙур начальник, ти.
– Ул да яңғыҙ, һин дә яңғыҙ. Үҙегеҙ тураһында һөйләшмәнегеҙме? Бер ай буйы бергә булдығыҙ. Уртаҡ тел тапҡанһығыҙҙыр әле.
– Һөйләшкәйнем дә... Ғүмер булһа, йылдар оҙаҡ, бәлки, ҡауышырбыҙ, тигән булды. Аныҡ ҡына яуап бирмәне Әллә элеккеләрҙе онота алмай, әллә хәтере ҡалғанмы, әллә киләсәген уйлаймы? Кем белә инде.
– Ғүмер булһа, йылдар оҙаҡ та бит. Ғүмер ҙә әҙәм балаһына үлсәп кенә бирелгән.
– Шулай инде. Ғүмер уртаһы уҙғас, ҡайһылай итһәң дә, йәшлегеңде кире ҡайтарып булмай. Хәҙер инде беҙгә тыуған таңдарға ҡарап шөкөр итеп, шатланып, байып барған киске шәфәҡтәргә ҡарап моңайып, үткән ғүмереңде барлап, уйланып ултырырға ғына ҡала.
Фото: Гөлнур Артыҡаева