Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март , 08:00

Хөрмәтле Ишембай районы халҡы!

Һеҙҙе исламдың иң мөһим һәм яҡты байрамдарының береһе – Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Был көн рухи таҙарыныу, матур эштәр һәм мәрхәмәтлек осоро булған изге Рамаҙан айының тамамланыуын билдәләй. Ураҙа байрамы ғәҙеллек, яҡындарыбыҙға ҡарата шәфҡәтлелек, өлкәндәргә ихтирам һәм ярҙамға мохтаж булғандарға хәстәрлек күрһәтеү кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе иҫкә төшөрә.

Быуаттар дауамында ислам традициялары районыбыҙҙың күп милләтле мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Улар беҙҙе тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа өйрәтә, был Ишембай ерендә йәшәүселәр араһында дуҫлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡты нығытыу өсөн айырыуса мөһим. Ураҙа байрамы һәр йортҡа именлек, муллыҡ килтерһен, дин тотоусыларҙың йөрәктәрен шатлыҡ менән тултырһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйем! Йортоғоҙҙа һәр саҡ тыныслыҡ булһын!

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы мунципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас