Ялға бирелгән 19 көндөң дүртәүһе юлға китһә, теүәл ике аҙнаһын ул яҡташтар, мәктәп уҡыусылары, Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре, ауылдаштары менән
осрашыуға, илһөйәрлек дәрестәрендә ҡатнашыуға, ирекмәндәр менән аралашыуға бағышлаған.
Рәшит Хәсәнов менән уға иртәгә юлға тигән көндө осраштыҡ. Йортона килеп инеү менән, бер Газель машинаһына тейәрлек гуманитар ылау күҙгә ташланды. Эй, халҡыбыҙҙың ихласлығы! Төрлө ауылдарҙан килтерелгән посылкаларҙа нимәләр генә юҡ. Бензин бысҡыһынан алып тыуған еребеҙҙә үҫкән хуш еҫле шифалы үлән сәйҙәренә тиклем әҙерләп һалған яҡташтар. Етенсе тиҫтәһен ҡыуған яугир һаман да етеҙ хәрәкәтле, типһә тимер өҙөрлөк ир әле. Былтыр июль айында Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөп сафҡа баҫҡан ул. Байғужа мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләп йөрөгән уҙамандың ҡулындағы баянын Калашников автоматына алмаштырыуы, әлбиттә, тирә-йүндәгеләрҙе ғәжәпләндермәй ҡалмаған.
- Ике олатайым да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Береһе - Сталинград алышында, икенсеһе Липецк эргәһендә һәләк булған. Улар менән ғорурланып үҫтем.
Бәләкәй саҡта һуғыш тураһында кинолар ҡарарға ярата торғайным. Эх, нишләп шул заманда тыумағанмын икән, фашистарҙың кәрәген бирер инем, тип гел уйлай инем. Беҙҙе, Совет осоро балаларын, тик алға, тип үҫтерҙеләр. Үҙемде ирмен, тип һанайым икән, махсус хәрби операцияға барырға, илгә файҙа килтерергә тейешмен, тип уйланым. Тәүҙә, йәшермәйем, икеләнеү, ҡурҡыу тойғоһо булды. Кире әйләнеп ҡайта алмау ихтималлығын да аңланым. Әммә психологик яҡтан мин әҙер инем. Бармаһам, ғүмергә үкенес ҡалыр ине, - тип белдерҙе яугир.
- Рәшит ағайығыҙ электән төплө фекерле, һүҙендә ныҡ торған кеше, - тип һүҙгә ҡушылды яугирҙың тормош иптәше Лилиә Нәжәр ҡыҙы. - Уның махсус хәрби
операцияға китергә теләгәнен аҙаҡҡа тиклем белмәнек. Ҡала баҙарына сыҡҡайныҡ. Сәс ҡырҡтырырға барам, тип китте лә, юҡ та юҡ. Бер аҙҙан хәрби комиссариаттамын, документтарға ҡул ҡуям, тип шылтырата. Әлбиттә, ныҡ тетрәндек. Махсус хәрби операцияны үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтҡан улыбыҙ ҙа: «Атай, һиңә ауыр буласаҡ» - тип әйтеп ҡараны. Әммә ир һүҙе бер була, ҡарарында ныҡ торҙо.
Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булған, көн һайын иртән йүгергән, һыуыҡ һыу менән ҡойонған, саңғыла йөрөгән, бассейнда йөҙгән, футбол уйнаған Рәшит ағай яугир тормошона тиҙ яраҡлаша.
- Тегендә хәрби заданиеларҙан тыш, башҡа эштәр ҙә күп. Ҡул менән тәрән итеп ҡаҙып, ер аҫтында йәшәргә шарттар тыуҙырабыҙ. Барлыҡ нәмә - ашхана, мунса, бәҙрәф, техника шунда. Бөтә ерҙе таҙалыҡта тотабыҙ, дисциплина көслө. Көн һайын өҫтөңдә 30 килограмлыҡ йөк күтәреп йөрөргә тура килә. Бронежилет - 12 килограмм, автомат - 7 килограмм, тулы магазин - 3 килограмм һәм башҡалар. Спорт менән һәр саҡ дуҫ, яҡшы физик формала булыуым ныҡ ярҙам итте, - тине һалдат.
Барлыҡ музыка ҡоралдарында уйнай белгән, йырмоңға маһир ирҙең «Композитор» ҡушаматын йөрөтөүенә аптырайһы түгел. Шулай ҙа ҡушамат һайлағанда ҡыҙыҡ хәлдәргә тарыуын һөйләп көлдөрөп алды.
- Яуҙа һәр һалдатҡа хәрби ҡушамат мотлаҡ. Рация аша исем, фамилияны әйтеп һөйләшергә ярамай. Подразделениеға килгәс, блиндажға йыйҙылар ҙа: «Йә олатайыбыҙға ниндәй ҡушамат бирәбеҙ?» - тиҙәр. Дағстандан килгән Зубаир исемле егет: «Ул арабыҙҙа иң олоһо, шулай булғас, әйҙәгеҙ «Молодой» тип ҡушайыҡ», - ти. Үҙҙәре ҡысҡырып көләләр. Ярар, тип ризалаштым. Бер тапҡыр ғына өндәшкәндәрҙер ул ҡушамат менән, эләгеп тә ҡараманы. Икенсе тапҡыр: «Әйҙәгеҙ, бер бөртөк башҡорт булғас, «Башкир» тип йөрөтәйек», - тиҙәр. Ниңәлер ул да йәбешмәне. Махсус музыкаль белемем барлығын, барлыҡ тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа уйнағанымды белеп ҡалыу менән «Композитор» тип өндәшә башланылар. Әйткәндәй, тыныс тормошта ла шулай тип йөрөтәләр ине элек, - тине ул йылмайып.
Ысынлап та, Рәшит ағай бәләкәйҙән сәхнәлә үҫкән кеше. Ауыл клубы уға икенсе йорт һымаҡ була. Тыуған яғы Архангель районының Тирәкле ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, һәләтле малайҙы Республика музыка мәктәбенә (хәҙерге Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) кларнет класына уҡырға
бирәләр. Уны бөтөү менән армияға алына. Мәскәү эргәһендә хеҙмәт иткәндән һуң, йүнәлеш буйынса шунда уҡ милиция мәктәбенә уҡырға инә. Тынлы оркестр менән етәкселек итә. Лейтенат званиеһын алып, оҙаҡ йылдар милицияла участка инспекторы булып хеҙмәт итә. Һуңынан мәктәптә музыка уҡытыусыһы, балалар
баҡсаһында музыкаль етәксе, мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Сәнғәт менән мәҙәниәт уны ғүмере буйы оҙата килә. Әле алғы һыҙыҡта ла йыш
ҡына ҡулына гитара йәки баян алып, хәрби иптәштәрен моңландырып, күңелдәрен күтәреп ебәрә ул.
Рәшит Хәсәнов Түбәнге Әрмет ауылы һылыуы Лилиә Нәжәр ҡыҙы менән матур, ныҡлы ғаилә ҡорған. Яҙмыш ҡушыуы буйынса улар Приморье, Краснодар яҡтарында йәшәп ҡайталар. Әммә тыуған ер һәр саҡ үҙенә тартып тора. Ун биш йыл сит тарафтарҙа йәшәгәндән һуң, Бурансыға ҡайтып төпләнәләр.
Мөхәббәт емештәре булып Гөлфиә, Гөлиә исемле ике ҡыҙҙары һәм Ришат улдары донъяға килә. Әйткәндәй, Ришат хәрби училищены тамамлаған, махсус хәрби операция башланыу менән, тәүгеләр рәтендә алғы һыҙыҡҡа йүнәлгән. Приморье крайында йәшәгән саҡта Хәсәновтар үҙ ҡанаттары аҫтына тағы ла өс бала алған. Үткән быуаттың 30-40-сы йылдарҙағы сәйәсәте арҡаһында Бөрө районынан күсенеп киткән Шәңгәрәевтарҙың ейәндәрен һәм яҡынса фаразлауҙар буйынса Стәрлебаш йәки Стәрлетамаҡ районынан күсенгән Кәримовтарҙың нәҫеленән булып, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы үҙ ғаиләһенә һыйындырған улар. Матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәтеп, тамырҙары башланған ергә, Башҡортостанға, алып ҡайтҡандар. Бөгөн был балалар рәхәтләнеп туған телебеҙҙә һөйләшеп, юғары белем алып, үҙ илендә ныҡлы баҫып йөрөйҙәр.
- Рәшиттең отпускыға ҡайтҡанын белеп ҡалыу менән, Байғужа ауылы ағинәйҙәре, китапхана хеҙмәткәре беҙҙе саҡырып, матур һүҙҙәр әйтеп, гуманитар посылкалар
тапшырҙылар. Кинйәбулат мәктәбендә лә, Башҡорт кадет корпусында ла булдыҡ. Бурансы, Иҫке Ишембай тораҡ районы халҡы, Үрге һәм Түбәнге Әрметтән ауылдаштар посылкалар килтерҙе. Әйберҙәр күбәйгәс, ағайығыҙ поезға билет алды. Уны Краснодар ҡалаһынан ирекмәндәр ҡаршы алып, артабан оҙатасаҡтар. Алла бирһә, яугирҙарға барыһын да үҙ ҡулдары менән илтеп тапшырыр, - тип белдерҙе Лилиә Нәжәр ҡыҙы.
Мәҡәлә гәзит битендә баҫылып сығыуға «Композитор» алғы һыҙыҡҡа барып етеп, барыһын да тапшырып, барлыҡ хәрби иптәштәрҙән рәхмәт сәләмдәре ебәргәйне.
Мәҡәләм геройы менән хушлашҡан саҡта ул гәзит уҡыусыларға матур теләктәрен еткерҙе.
- Командирыбыҙ өйҙә бирелгән ваҡыттың һәр минутын ял итеп үткәрегеҙ, яу тураһында бөтөнләй уйламағыҙ, тине. Һеҙ илде һаҡлаған кешеләр, ҡайҙа йөрөгәндә лә тәртипле булығыҙ, үҙегеҙҙең бәҫегеҙҙе төшөрмәгеҙ, тип ҡайтарҙы. Аллаға шөкөр, ялым күрешеүҙәргә бай булды. Ярҙам ҡулы һуҙған яҡташтарыма ҙур рәхмәт белдерәм, - тине ихлас күңелдән «Композитор». - Беҙ унда халыҡтың ярҙамын ныҡ тоябыҙ. Башҡортостандан гуманитар ярҙам йыш килә. Мин хеҙмәт иткән ерҙә башҡорттар бөтөнләй юҡ тиерлек. Рәсәй төбәктәренән килгән төрлө милләт улдары хеҙмәт итә. Дағстандан, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан егеттәр бар, Пятигорск казактары күп. Рәсәйҙә тыуып үҫеп ғүмер иткән әрмәндәр ҙә байтаҡ. Һәр береһе еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип тырыша.
«Не смотрят на национальность -
Башкир, татарин ты, бурят.
У нас всех русская ментальность,
Мы для врага - русский солдат», - тип йырҙа йырланғанса бөтәбеҙ ҙә үҙ-ара дуҫ, татыу, берҙәм булып алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы башҡарабыҙ. Ә бында беҙҙе һағынып көткәндәр, сабыр булығыҙ, еңеп ҡайтыуыбыҙға өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ.
Автор һәм геройҙың шәхси архивынан фотолар.