Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март , 16:00

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын

Ислам диненең терәге, күңелдәрҙе сафландырыу айы булған Рамаҙан айы дауам итә. Әлеге изге айҙа барлыҡ мосолмандар изге ғәмәлдәр үтәргә ашыға, ураҙа тота, хәйер – саҙаҡалар бирә, ифтар аштары уҙғара.

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын

Этҡол ауылы мәсетендә лә көн һайын ифтар мәжлестәре уҙып тора. Был аҙнаның шишәмбеһендә Рафиҡ һәм Минисара Үмәрбаевтар, Әхмәҙулла һәм Нәзилә Заһиҙуллиндар  ифтар мәжлесе уҙғарһа, шаршамбы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булыусы яугиребеҙ Айрат Ғөбәйҙуллиндың ҡатыны һәм балалары, кисәге көн Мәхмүт ишандың бишенсе быуын вариҫтары уҙғарҙы.

Ифтар мәжлестәре бик фәһемле, күркәм үтте.

- Барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә Рамаҙан айының бәрәкәтен бирһен. Иншалла, киләһе йылдарҙа ла ураҙаны тоторға насыйп итһен. Изге теләктәр фәрештәләрҙең "Амин" тигән вакытына тура килеп, барыбыҙға ла изге ғәмәлдәр ҡылып, Аллаһы тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәп йәшәргә насыйп булһын ине, - тип үҙенең фәһемле  вәғәзен тамамланы ауылыбыҙ мәсетенең имам – хатибы Рәсүл хәҙрәт.

Йыйылыусыларҙың барыһы ла аҡшам, тәрәуих намаҙҙарына баҫыуы бик матур күренеш булды. Халыҡ тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, ил-көн тыныслығы, именлеге өсөн доға ҡылып, ойоштороусыларға ихлас күңелдән рәхмәт уҡып таралышты.

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Автор: Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас