Ир-егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ
Һөнәрмәндең оҫталығы ихатаһынан уҡ күренеп тора. Үҙ ҡулдары менән яһалған семәрле тимер ҡапҡа, ҙур йорт урамға йәм өҫтәп тора.
- Ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Бөтәбеҙ ҙә декабрь айында тыуғанбыҙ. 25 декабрҙә 65 йәшем тулды, - тип һүҙ башланы Әнүәр Алсынбаев.
Мәктәпте тамамлағас, Әнүәр ағай Салауат ҡалаһындағы 49-сы училищеға ташсы һөнәренә уҡырға инә. Бер урамда уйнап үҫкән дүрт-биш егет ошо һөнәрҙе үҙләштерә. Хеҙмәт юлын геройыбыҙ төҙөлөштә башлай, әммә бала саҡтан техника араһында соҡсонорға яратыуы водителгә уҡып сығыуға этәргес була. Аҙаҡ иһә армияға юллана. Бәхетенә күрә, унда ла водитель булып хеҙмәт итә ул. 1981 йылда хәрби бурысын үтәп ҡайтып, Ишембайҙа автобус водителе булып хеҙмәт юлын башлай. Ғүмере буйы төрлө предприятиеларҙа водитель була, туғыҙ йыл Кинйәбулат мәктәбе автобусын йөрөтә, Себер тарафтарында ла эшләп ҡайта. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, һәр эште еренә еткереп башҡара Әнүәр Минеғәле улы, ә техникаһын үҙ балаһылай ҡәҙерләп тота.
Әйткәндәй, Кинйәбулаттағы күп кенә йорттар геройыбыҙ ҡулдары менән һалынған. Эргәһенә үҙе кеүек эшкә әрһеҙ ярҙамсылар туплап, бер нисә йыл йорттар һалыу менән дә булыша.
- Ағас эшенә ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә, нәҫелегеҙҙә әллә оҫталар булдымы? - тип ҡыҙыҡһындым.
- Атайым да ағас эшен яратты. Беҙ тыуып үҫкән йортто ул үҙ ҡулдары менән һалған. Мин атай нигеҙен һыуытмай ошо уҡ урамда үҙемә йорт төҙөнөм. Атай йорто әле булһа урамыбыҙ йәме булып ултыра, - ти геройыбыҙ.
Үҙебеҙҙең Кулибин!
Төрлө техника, әйберҙәр уйлап табыусыларҙы халыҡ Кулибин тип атай. Ә ни өсөн тап шулай икән? Тарихҡа күҙ һалғанда, Иван Петрович Кулибин 1735-1818 йылдарҙа Түбәнге Новгородта йәшәгән. Ул үҙаллы механика һәм оптика нигеҙҙәренә төшөнөп, телескоп, микроскоп, сәғәт һәм беренсе прожектор уйлап таба. Рус телендә хатта “кулибничать” тигән һүҙ барлыҡҡа килә. Йәғни уйлап табыу йә бар әйберҙе тағы ла яҡшыртыу тигәнде аңлата. Кулибин фамилияһы ҙур танылыу ала: Рәсәйҙең күпселек ҡалаларында Кулибин исемендәге урамдар барлыҡҡа килә, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән үҙаллы оҫталарҙы Кулибин тип атай башлайҙар.
Әнүәр Алсынбаев та Ишембай районының Кулибины. 45 йәштәр самаһында ул машинаның ҙур камераларын ҡулланып, үҙенсәлекле техника – ҡаргиҙәр эшләп ҡарай. Алдан йыйып барған тимер һыныҡтары ла ярап ҡала оҫтаға. Ә әле уның урамында тулыһынса үҙе эшләгән ҡыҙыҡлы ғына аэросана тора. Хәҙер бына Әнүәр ағай эсенә инеп ултырыр ҙа осоп китер кеүек. Әммә вертолетҡа оҡшаған, пропеллеры булған был ҙур техника һауаға күтәрелмәй, саңғы ярҙамында ҡарҙан шыуып йөрөй.
- Бындай аэросананы тәүге тапҡыр интернеттан күрҙем. Ундайҙарҙы Томск яҡтарында эшләйҙәр. Беҙҙең тирәлә улар юҡ. Хаҡлы ялда булғас, буш ваҡыт күп. Тәүҙә оҙаҡ уйландым, ни тиһәң дә, конструкция еңелдән түгел. Ҡайһы бер кәрәкяраҡтарҙы Томскиҙан яҙҙыртып алдым. Ҡороп-йыйыуға әллә ни күп ваҡыт китмәне, ике ай самаһында әҙер ҙә булды. Был шөғөл – күңел өсөн, йыя башлаһаң, һөҙөмтәһен күрергә, тип тиҙерәк тамамлағы килә. Быйыл өсөнсө ҡыш йөрөйөм инде аэросанамда. Көн йылы торғанда ғына тоҡандырып була уны. Теге йыл кабина, мейес эшләп ҡуйҙым. “Ҡорос атым” 92-се бензин менән йөрөй, әммә яғыулыҡты күп “ашамай”. Бакка биш литр бензин һыя, - тип серҙәре менән уртаҡлашты Кинйәбулат Кулибины.
Һөйләшеүҙән һуң Әнүәр ағай үҙенең аэросанаһын ҡабыҙып, йөрөп тә күрһәтте. Ауыл эргәһендәге баҫыуҙарҙы гиҙергә ярата ул. Үҙе менән балаларын, ейәндәрен дә ултыртып йөрөтөп алып килә. Теге йәки был хәл була ҡалһа тип, запасҡа саңғыһын да йөрөтә икән. “Мин һунарсы ла, балыҡсы ла түгел. Ошолай техникамда йөрөп килеү миңә үҙе бер кинәнес”, - тип йылмая геройыбыҙ.
Үҙ булмышын әсәй булыуҙа таба
Әнүәр ағай 1985 йылда үҙе кеүек уңған Рәйфә исемле һылыуға өйләнеп ғаилә ҡора. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы сәскәләй ул һәм ҡыҙға ғүмер бирәләр.
- Беҙҙе ике туған Салауат ағайым таныштырҙы. Ике ай дуҫлашып йөрөнөк тә, 1985 йылдың ноябрендә никахлаштыҡ. Быйыл 21 февралдә законлы никахҡа инеүебеҙгә 40 йыл булды, - тип йылмайып иҫкә ала Рәйфә Рәфҡәт ҡыҙы.
Ҡыҙҙары Альбина Ишембай психоневрология интернатында шәфҡәт туташы булып эшләй. Өс бала әсәһе. Атай-әсәй йортонан йыраҡ сығып китмәй, ошо уҡ урамда төпләнә.
- Адик улыбыҙ атаһына оҡшап техника яратты. Гел генә мотоциклда елдерер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ошо яратҡан тимер атында аварияға осрап вафат булып ҡалды ул. Ҡатыны, улы ҡалды. Ейәнебеҙ әле армияла хеҙмәт итә, - ти Рәйфә ханым.
Егерме йәшлек һөйөклө улын юғалтыу әсә кеше өсөн оло һынау була. Ҡайғыһын баҫыу ғына түгел, үҙенең элекке уйын тормошҡа ашырыу ниәте менән Рәйфә Рәфҡәт ҡыҙы тормош иптәше менән Урман-Бишҡаҙаҡ балалар йортона юллана һәм ғаиләләренә бер бала алып ҡайталар. Күп тә үтмәй Алсынбаевтар тәрбиәгә тағы ике бала ала. 16 йыл эсендә улар үҙ ҡанаттары аҫтына атай-әсәйһеҙ ҡалған һигеҙ баланы һыйҙыра.
- Атайым - Әхмәрҙән, әсәйем - Байғужа ауылынан. Беҙ өс ҡыҙ инек. Миңә бер йәш булған саҡта әсәйем беҙҙе ҡалдырып сығып киткән. Атайым беҙҙе тәрбиәләп
үҫтерҙе, аҙаҡ икенсегә өйләнде. Үгәй әсәй менән йәшәнек. Бәлки үҙ ғаиләмә тәрбиәгә бала алыу теләге шул осорҙа уҡ барлыҡҡа килгәндер ҙә. Мин үҙ булмышымды әсәй булыуҙа таптым, - ти Рәйфә ханым. - Шөкөр, балалар менән бер ваҡытта ла ҡыйынлыҡтар булманы. Хоҙай Тәғәлә беҙгә бик тәртипле, аҡыллы балалар бирҙе. Хәҙер күптәре үҙ аллы тормошта, балалары ла бар. Тыуған йортҡа ҡайтып йөрөйҙәр.
Әле Алсынбаевтар йортонда бер туған Надя, Ксюша һәм Максим үҫә. Төпсөк Максим өсөнсө класта уҡый. Геройҙарыбыҙ йортонда беҙ 8 Март байрамы алдынан булдыҡ. Балалар, күмәкләшеп телевизор ҡарайҡарай, атлас таҫмаларҙан сәскәләр эшләү менән мәшғүл инеләр. Ниндәй матур күренеш! Яңы шөғөлгә балалар интернеттан ҡарап өйрәнгән. Ал-ҡыҙыл сәскәләрҙе улар байрамға тип уҡытыусыларына бүләккә әҙерләйҙәр ине. Бер ни тиклемен ауылдағы магазинға һатыуға ла ҡуйғандар.
Алсынбаевтар баҡса үҫтерә, йөҙ баш тауыҡ аҫырай. Уңған хужабикә теплицала үҫтереү өсөн үрсетмә ла ултыртҡан. Арабыҙҙа шундай һоҡланғыс, матур ғаиләләр булыуы ниндәй бәхет! Уларға беҙ үҫтергән балаларының ҡәҙер-хөрмәтен, изгелектәрен күреп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Автор фотолары.