Сарала дәүләт йыйылышы депутаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Данир Ғәйнуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлназ Әхмәҙиева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ифтарҙа ҡатнашыусылар вәғәздән тыш, ҡурай моңдарын тыңлап кинәнде, үҙ-ара аралашты, туғанлыҡ ептәрен нығытты. Осрашыу йылы һәм йәнле үтте.
Киләсәктә лә шулай изге байрамдарҙа, тыныслыҡ-именлектә генә осрашырға яҙһын, тип таралышты һәр кем.
Ифтарҙан тулы репортажды гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.
Фото һәм видео: Гөлназ Ғиниәтуллина.