Миәкә районының Оло Кәркәле ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың үҫмерлек осоро ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Башҡа меңләгән тыл хеҙмәтсәндәре мер рәттән арымай-талмай торф ятҡылыҡтарында эшләй, Еңеүҙе яҡынайта. Һуңынан Ишембай трикотаж фабрикаһында эшләп хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Мансур Валерьевич менән 60 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә ағинәйҙең алты ейән-ейәнсәре һәм өс бүлә-бүләсәре бар.
Автор фотолары.