Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март , 09:02

Ауылдаштар мәсеттә йыйылды

Быйыл 8 март изге Рамаҙан айына тура килде. Халыҡ–ара ҡатын ҡыҙҙар көнө  айҡанлы Иҫәкәй ауылының “Ән Нур” мәсетендә бер туған Ҡотлоевтар ауылдаштарҙы ифтар мәжлесенә йыйҙылар.

Ауылдаштар мәсеттә йыйылды
Ауылдаштар мәсеттә йыйылды

Ҡояш байыу ваҡыты еткәс, аҙан яңғыраны. Ифтарға йыйылыусылар ауыҙ асып, шунан һуң бергәләп намаҙға баҫты.

Мәрхүм булған олатай-өләсәйҙәребеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ рухына аят уҡып, ифтар мәжлесенә доға ҡылынды.

Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын, ай дауамында алған һабаҡтар тормошобоҙҙо нурлаһын, Рамаҙан айы мөбәрәк, сауаптары насип булһын. Аллаһы Тәғәлә барығыҙға ла именлек, йортобоҙға бәрәкәт, татыулыҡ насип итһен.

Ауылдаштар мәсеттә йыйылды
Ауылдаштар мәсеттә йыйылды
Ауылдаштар мәсеттә йыйылды
Автор: Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.
Читайте нас