Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март , 20:00

Артыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн тағы ла бер рецепт

Артыҡ килограмдар китә, авитаминоз кәмей, иммунитет яҡшыра һәм көнө буйы үҙеңде бик яҡшы тояһың! Тик төнгә эсмәгеҙ...

Артыҡ тән ауырлығы менән йонсойһоғоҙмо? Ошо эсемлекте эсеп ҡарағыҙ, ярҙам итергә тейеш.

1.5 ҡайнар һыу

2 аш ҡалағы эре итеп туралған имбир тамыры

1 сәй ҡалағы йәшел сәй

2 аш ҡалағы лимон һуты

1 сәй ҡалағы бал

Бөтнөк (мята) япрағы ла ҡушырға була.

- Имбирҙе эре итеп турарға;

- Бөтәһен дә термосҡа һалып, ҡайнар һыу ҡойорға. 30 минутҡа ҡуйып торорға һәм эсә башларға ла була.

Көн дауамында литр ярым эсергә тәҡдим ителә, иртәнге ҡәһүә урынына ла эсергә була. Йоҡлар алдынан эсмәҫкә кәңәш ителә, сөнки йоҡо осоуы мөмкин һәм йыш бәҙрәфкә йөрөтә.

Артыҡ килограмдар китә, авитаминоз әҙәйә, иммунитет яҡшыра һәм көнө буйы үҙеңде бик яҡшы тояһың!

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ!  

Автор: "Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас