Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 15:00

Сәлих ауылы уңған ғаиләләре менән дан тота

Республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан Сәлих мәктәбендә күп балалы, уңған ғаиләләр араһында "Алтын тирмә" уйыны үтте.

Сәлих ауылы уңған ғаиләләре менән дан тота
Сәлих ауылы уңған ғаиләләре менән дан тота

Был бәйгелә Ҡаһармановтар, Ниғмәтуллиндар, Байбулатовтар һәм Әптек ауылынан Ишҡоловтар ғаиләләре көс һынашты. Һәр команданың исеме, дәртле йыры, милли кейемдәре тамашаға йәм өҫтәне.

Сараны алып барыусы башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәл Кашафетдин ҡыҙы мауыҡтырғыс ҡыҙыҡ һорауҙар, уйындар, төрлө ярыштар менән йәнле итеп алып барҙы.

Сәмле ярышта Ҡаһармановтар һәм Байбулатовтар ғаиләләре 1-се урынды алды һәм тарихты яҡшы белеүҙәре менән жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы.

Кемдең ниндәй урын яулауына ҡарамаҫтан йәнле аралашыуҙан, дәртле йыр-моңдарҙан, ихлас осрашыуҙан күңелдәре булып таралышты ауыл халҡы.

 

Фото: https://vk.com/public204639814

Сәлих ауылы уңған ғаиләләре менән дан тота
Сәлих ауылы уңған ғаиләләре менән дан тота
Сәлих ауылы уңған ғаиләләре менән дан тота
Сәлих ауылы уңған ғаиләләре менән дан тота
Сәлих ауылы уңған ғаиләләре менән дан тота
Автор: Сәлих ауылы мәктәбе.
Читайте нас